Ҡаҙағстанда туризм
Ҡаҙағстанда туризм — Ҡаҙағстан иҡтисадының тармағы, бынан 2014 йылда алынған килем ВВП-ның 0,3 процентын тәшкил итте. 2020 йылға Ҡаҙағстан хөкүмәте был күрһәткесте 3 процентҡа еткерергә ниәтләй[1][2]. 2000 йылда Ҡаҙағстанға 1,47 млн сит ил турисы килгән. 2012 йылға уларҙың һаны 4,81 миллион тәшкил иткән, был туристар ҡабул иткән илдәр араһында 51-се урын[3]. Донъя матбуғатында, тәбиғи иҫтәлекле урындар күп булыуына ҡарамаҫтан, туризм тармағының етерлек үҫешмәүен яҙалар, һүрәтләп, логистика ауырлығы һәм насар хеҙмәтләндереү билдәләнә[4].
Ҡаҙағстанда туризм | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Ҡаҙағстанда туризм Викимилектә |
2013 йылда Ҡаҙағстан хөкүмәте республикала 2020 йылға тиклем туризм тармағының үҫеш концепцияһы эшләгән. атарға була. сөнки Дәүләт программаһының маҡсаты - биш туристик кластер булдырыу: уларға Астана, Алматы, Көнсығыш, Көньяҡ һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан инә. Концепцияла 4 миллиард доллар күләмендә инвестиция йәлеп итеү һәм 2020 йылға туризм индустрияһында 250 меңдән ашыу эш урыны булдырыу ҡарала[4][5].
Виза сәйәсәте
үҙгәртергәҠаҙағстан Әрмәнстан, Белоруссия, Грузия, Ҡырғыҙстан, Молдавия, Монголия, Рәсәй һәм Украина граждандары өсөн - 90 көнгә ; Аргентина, Әзербайжан, Сербия, Корея Республикаһы, Тажикстан, Төркиә һәм Үзбәкстан граждандары өсөн — 30 көнгә визаһыҙ инеүҙе рөхсәт итә[6].
2014 йылда дәүләт программаһы буйынса Ҡаҙағстана иҡтисадына күберәк инвестициялар индергән илдәр граждандарына 15 көнлөк визаһыҙ режим бирелә башланы. Был илдәр - Бөйөк Британия, Германия, Италия, Малайзия, Голландия, АҠШ, Франция һәм Япония[1].
2015 йылда был программала ҡатнашҡан илдәр һаны 19-ға етте: улар һанына Австралия, Бельгия, Венгрия, Испания, Монако, Норвегия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Сингапур, Швеция, Швейцария һәм Финляндия инә[7].
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә2015 йылға Ҡаҙағстанда дүрт объект ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән булған, уларҙың өсәүһе - мәҙәни һәм тағы ла берәүһе — тәбиғиәт ҡомартҡыһы. Был Әхмәт Йәсәүи кәшәнәһе, Тамғалы археологик ландшафты, Бөйөк Ебәк юлының Чанъань-Тянь-Шань коридоры, Һарыарҡа — Дала һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан күлдәре. Әле 13 объект исемлеккә индереүгә кандидат булып тора[8].
Илдәрҙән килеүселәр
үҙгәртергәҠаҙағстанға күберәк ошо илдәрҙән килгәндәр:[9]
Илдәр | 2016 | 2015 | 2014 | 2013 |
---|---|---|---|---|
Үзбәкстан | 01 ▲ 2,459,757 | 01 ▲ 2,297,180 | 01 ▼ 2,107,177 | 01 ▲ 2,494,568 |
Рәсәй | 02 ▼ 1,587,409 | 02 ▼ 1,646,568 | 02 ▼ 1,757,721 | 02 ▲ 1,780,574 |
Ҡырғыҙстан | 03 ▼ 1,348,709 | 03 ▲ 1,359,625 | 03 ▼ 1,308,139 | 03 ▼ 1,382,706 |
Тажикстан | 04 ▲ 207,009 | 04 ▲ 158,507 | 05 ▼ 137,443 | 05 ▲ 186,214 |
Ҡытай | 05 ▲ 117,465 | 05 ▼ 111,706 | 04 ▲ 228,617 | 04 ▲ 205,066 |
Әзербайжан | 06 ▲ 94,846 | 08 ▲ 89,296 | 08 ▼ 83,174 | 06 ▲ 112,617 |
Германия | 07 ▲ 90,286 | 09 ▲ 88,346 | 09 ▲ 79,572 | 09 ▼ 75,491 |
Төркиә | 08 ▼ 89,611 | 06 ▲ 106,301 | 06 ▲ 104,986 | 07 ▲ 92,070 |
Украина | 09 ▼ 73,390 | 07 ▲ 97,100 | 07 ▲ 84,932 | 08 ▲ 82,971 |
Беларусь | 10 ▲ 63,520 | 11 ▲ 62,786 | 11 ▲ 55,356 | 10 ▲ 55,090 |
Төркмәнстан | 11 ▼ 63,156 | 10 ▲ 69,230 | 10 ▲ 66,938 | 12 ▲ 47,711 |
АҠШ | 12 ▼ 26,402 | 13 ▲ 29,124 | 13 ▲ 25,824 | 13 ▼ 22,508 |
Әрмәнстан | 13 ▼ 26,097 | 12 ▼ 37,461 | 12 ▼ 39,934 | 11 ▲ 54,244 |
Корея | 14 ▲ 22,276 | 15 ▲ 22,046 | 15 ▲ 20,445 | 15 ▼ 16,620 |
Бөйөк Британия | 15 ▼ 20,166 | 14 ▲ 24,201 | 14 ▲ 23,036 | 14 ▼ 22,389 |
Йәмғеһе | 16 ▲ 6,509,390 | 16 ▲ 6,430,158 | 16 ▼ 6,332,734 | 16 ▲ 6,841,085 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Joanna Lillis for EurasiaNet, part of the New East. Summer holiday in Kazakhstan? Astana eases visa restrictions to attract tourists | World news . The Guardian. Дата обращения: 27 май 2016.
- ↑ Kazakhstan: Astana Announces Visa-Free Travel for 10 High-Investing States . EurasiaNet.org (16 июнь 2014). Дата обращения: 27 май 2016.
- ↑ International tourism, number of arrivals – Kazakhstan . Mecometer.com. Дата обращения: 27 май 2016.
- ↑ 4,0 4,1 Summer holiday in Kazakhstan? Astana eases visa restrictions to attract tourists, The Guardian (17 July 2014). 27 май 2016 тикшерелгән.
- ↑ Kazakhstan to develop its tourism industry. Environment. Tengrinews.kz . En.tengrinews.kz (18 июнь 2014). Дата обращения: 27 май 2016.
- ↑ Visa Information . Timatic. Международная ассоциация воздушного транспорта. Дата обращения: 27 май 2016.
- ↑ Turebekova, Aiman Kazakhstan Expands Visa-Free Regime up to 19 Countries, Extends It to End of 2017 . Astanatimes.com (2 июль 2015). Дата обращения: 27 май 2016.
- ↑ UNESCO World Heritage Centre. Kazakhstan – UNESCO World Heritage Centre . Whc.unesco.org. Дата обращения: 27 май 2016.
- ↑ Туризм Казахстана. 2.4 Количество посетителей по въездному туризму 2016 йыл 21 декабрь архивланған.