Ҡаҙағстанда динҠаҙағстан Республикаһындағы төбәктәрҙә ныҡлап таралған дини ағымдар йыйылмаһы.

Ҡаҙағстанда дин
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 Ҡаҙағстанда дин Викимилектә

Ҡаҙағстан Республикаһы Конституцияһы илде донъяуи дәүләт тип билдәләгән. Ҡаҙағстанда Ислам төп дин булып тора. Ҡаҙағстан халҡының ҙур өлөшө — мосолмандар.

Ҡаҙағстан халҡының дини билдәләнеше

үҙгәртергә

2009 йылда (СССР-ҙа 1937 йылғы йәниҫәбенән һуң тәүге тапҡыр) халыҡ иҫәбен алғанда респонденттарға уларҙың дингә ҡарата мөнәсәбәте тураһында һорау бирелде. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Ҡаҙағстан халҡының күпселеге (97 %) үҙен теге йәки был дин тотоусыларға индергән, һорау яуап биреүселәрҙең тик 3 % динле булмауын белдерҙе йәки яуап биреүҙән баш тартты.

 
Райондар һәм ҡалалар буйынса атеистар өлөшө, 2009
Ҡаҙағстан халҡының дини билдәләнеше
(йәниҫәптең алдан алынған мәғлүмәттәре). 2009[1])
Респонденттарҙың дингә мөнәсәбәтле
яуаптары
Абсолют
һан
мең кеше
Халыҡтың
өлөшө
%
мосолмандар 11 237,9 70,19
христиандар 4 190,1 26,17
атеистар 450,5 2,81
яуап бирмәнеләр 81,0 0,51
башҡа диндәр 30,1 0,19
буддасылар 14,6 0,09
йәһүдиҙәр 5,3 0,03
Йәмғеһе 16 009,6 100,00
Ҡаҙағстан этностарының дини билдәләнеше
(йәниҫәптең алдан алынған мәғлүмәттәре. 2009[2])
Этник
төркөм
Ислам Христианлыҡ Йәһүдилек Буддизм Башҡа Атеистар Яуап биреүҙән
баш тартҡандар
Йәмғеһе
Ҡаҙаҡтар 9928705 39172 1929 749 1612 98511 26085 10096763
Урыҫтар 54277 3476748 1452 730 1011 230935 28611 3793764
Үзбәктәр 452668 1794 34 28 78 1673 722 456997
Украиндар 3134 302199 108 49 74 24329 3138 333031
Уйғырҙар 221007 1142 34 33 63 1377 1057 224713
Татарҙар 162496 20913 47 58 123 16569 4023 204229
Немецтар 2827 145556 89 66 192 24905 4774 178409
Корейҙар 5256 49543 211 11446 138 28615 5176 100385
Төрөктәр 96172 290 7 6 20 321 199 97015
Әзербайжандар 80864 2139 16 16 24 1586 647 85292
Белорустар 526 59936 25 9 20 5198 762 66476
Дунгандар 51388 191 4 15 19 179 148 51944
Курдтар 37667 203 11 6 9 285 144 38325
Тажиктар 35473 331 2 6 30 307 128 36277
Поляктар 235 30675 14 4 45 2486 598 34057
Чечендар 29448 940 6 3 16 653 365 31431
Ҡырғыҙҙар 22500 206 6 6 4 352 200 23274
Башҡа
милләттәр
54533 82254 1286 1433 210 13266 4233 157215
Йәмғеһе: 11239176 4214232 5281 14663 3688 451547 81010 16009597

Бойондороҡһоҙлоҡ йылдарында Ҡаҙағстанда ысын-ысындар дини ренессанс барлыҡҡа килгән. 18 йылда дини ойошмалар һаны 6 тапҡырға артҡан - 1991 йылда 671 булһа, 2009 йылға 4200-ҙән ашыу булып киткән. Әлеге ваҡытта 3200 тиерлек мәсет, сиркәү, ғибәҙәт йорто эшләгән булған[3]

 
Вознесение кафедра соборы. Алматы

International Religious Freedom Report 2010 мәғлүмәттәренә ярашлы[4] Ҡаҙағстанда ошондай дини ойошмалар бар:

  • Ислам: 2369 мәсет рәсми теркәлгән, уларҙың күп өлөшө Ҡаҙағстан мосолмандарының диниә назаратына берләшкән, мәғлүмәт сығанаҡтары буйынса 70 тирәһе мәсет кенә Ҡаҙағстан мосолмандарының диниә назараты юрисдикцияһына ҡарамай.
  • Православие: 299 рус православ сиркәүе рәсми теркәлгән.
  • Католиклыҡ: 83 рәсми рәүештә теркәлгән рим-католик йәмғиәте һәм улар менән бәйле ойошмалар, 5 рәсми рәүештә теркәлгән грек-католик йәмғиәте бар.
  • Протестантлыҡ: 1267 рәсми рәүештә теркәлгән ойошма, уларҙың 543 дини ҡоролмалары бар. Ҡаҙағстанда баптистар төрлө үҙәккә ҡараған 2 төркөмдән тора.
  • Йәһүдилек: Алматыла, Астанала, Усть-Каменогорскиҙа, Павлодарҙа һәм Ҡостанайҙа 5 синагога бар.
  • Башҡа конфессияларҙың 43 дини төркөмдәре бар, шул иҫәптән 4 буддасы, 12 Кришна аңы йәмғиәте бүлексәһе, Сайентология сиркәүе, Бахай, христиан фәне һәм Берләшеү Сиркәүе (рус. Церковь Объединения) (мунсылар).


Ҡаҙағстанда Ислам диндең төп институты булып тора, мосолмандар илдәге халыҡтың 70 % тәшкил итә. Ҡаҙаҡтар — сөнниҙәр, (ғәр. أهل السنة والجماعة‎), Ислам диненең хәнәфи мәҙһәбенә ҡарайҙар.

Ҡаҙағстандың хәҙерге биләмәләрендә Ислам таралыу бер нисә быуатҡа һуҙылған процесс була. Башлап ислам дине VIII быуатта хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләренең көньяғына үтеп инә. Халыҡ араһында исламдың нығыныуы. Х быуат аҙағында уҡ Ислам Етеһыу һәм Һырдаръя буйҙарында ултыраҡ тормош алып барған халыҡ араһында нығына
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ислам таралыуға беренсе этәргес булып 751-се йылдарҙағы Талас һуғышы тора. Ул ваҡытта Түргеш ҡағанлығы төркиҙәре Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге ғәскәре менән берләшеп, Ҡытай ғәскәре өҫтөнән еңеү яулай. Еңеү Тан династияһының баҫышыуын туҡтата һәм ултыраҡ халыҡ араһында ислам нығыныуына килтерә.
Ҡарахани төрки империяһында Ислам дине төп урын яулай. Урта быуат төрки яҙыусыларынан Йософ Баласағуниҙың (1015-1016) «Кудатгу Билиг» әҫәре шул осор ҡомартҡыһы, ислам идеологияһы сағылышы булып тора.

Ислам дине шулай уҡ уға тиклем Ҡаҙағстанда йәшәп килгән зороастризм һәм тәңреселек менән дә үрелеп үҫешә.

Ҡаҙағстанда төрки халыҡтар һәм кавказдар, шулай уҡ тажиктар ислам динен тота.

Дин тотоу ирке

үҙгәртергә

Данияр Наурыз фекеренсә, илдә мәғлүмәт йәһәтенән ғәмәлдә атеизм темаһы тыйылған тип әйтеп була[5] Мәҫәлән, дин-ара дошманлыҡ тыуҙырыуҙа ғәйепләнеп, Александр Харламов ҡулға алынған булған. Уның христианлыҡ һәм төрлө диндәр тураһында мәҡәләләрендә атеизмды пропагандалауы дин тотоусыларҙың хистәрен мыҫҡыллау тип тапҡандар[6][7][8]

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Итоги национальной переписи населения 2009 года (публикация 12.11.2010) 2013 йыл 12 июнь архивланған.
  2. Итоги национальной переписи населения 2009 года. Национальный состав, вероисповедание и владения языками в Республике Казахстан 2020 йыл 29 апрель архивланған.
  3. Доктрина национального единства Казахстана
  4. U/S/ Department of State. International Religious Freedom Report 2010
  5. Данияр Наурыз: «В информационном отношении фактически наложен запрет на тему атеизма» / Видео / Интернет-газета. Казахстан. Дата обращения: 11 февраль 2013.(недоступная ссылка)
  6. Социалистическое движение Казахстана » Александр Харламов арестован за пропаганду атеизма! Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  7. Правозащитник обвиняется в пропаганде атеизма, говорит адвокат. Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.
  8. Казахстан: правозащитник Александр Харламов арестован за пропаганду атеизма - Портал-Credo.Ru. Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.