Туҙ

(Ҡайын туҙы битенән йүнәлтелде)

Туҙ йәки ҡайын туҙы (рус. Берёста,рус. береста́[1]) — ҡайындың ҡабығы, өҫкө ҡатламы (тышҡы өлөшө). Ғәҙәттә аҡ төҫтә, һары төҫмөр менән.

Ҡайын туҙы
Туҙ

Ҡулланыу

үҙгәртергә

Боронғо осорҙа

үҙгәртергә
 
Түбәнге Тагил музейы экспозицияһында ҡайын туҙынан ҡумта

Рәсәйҙә борон ҡайын туҙы төҙөлөштә (дымлылыҡҡа сыҙамлы йәшник материал булараҡ), көнкүреш һауыт-һабаһын (тырыз, туҙҙан үрелгән тырыз, йәшник), художестволы әйберҙәр, яҙыу өсөн материал сифатында (туҙға яҙыу) ҡуллана.

Яҙыу материалы

үҙгәртергә
 
Новгород туҙ яҙмаһы (берестяная грамота). XIV быуат

Туҙҙан яҙылған грамоталар — ҡайын ҡабығындағы хәрефтәр һәм яҙыуҙар, XI—XV быуаттарҙағы Боронғо Рустең яҙма ҡомартҡылары. Улар йәмғиәт тарихы һәм урта быуат халҡының көндәлек тормошо, шулай уҡ көнсығыш славян телдәре тарихы буйынса сығанаҡтар булараҡ төп ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Бындай яҙма шулай уҡ донъя халыҡтарының башҡа мәҙәниәттәрендә лә билдәле.

  Тышҡы рәсемдәр
  Боронғо Һиндостандан Лос-Анджелес манускрипты реставрацияға тиклем
  Лос-Анджелес манускрипты реставрациянан һуң[2].
 
Кашмирҙа табылған туҙға яҙылған ҡулъяҙма

Һиндостан мәҙәниәтендә туҙ башлыса Гималай тауҙарында ҡулланылған, унда Гималай ҡайыны (Betula utilis) үҫә. Һаҡланып ҡалған һинд ҡулъяҙмаларының ҡайһы берҙәре ҡайын туҙында яҙылған, мәҫәлән, беҙҙең эраға тиклем I быуатҡа ҡараған будда ҡулъяҙмалары һәм беҙҙең эраның II быуатында Гандхарала.

Бакхшали манускрипты — туҙҙа яҙылған нуль һанын ҡулланыуҙың иң боронғо дәлилдәре булыуы ихтимал ҡулъяҙма. Әйтәйек, шағир Калидасаның төп геройы Урваши (Викраморвашия драмаһында) туҙ киҫәгенә яҙа. Шул уҡ автор үҙенең «Кумарасамбхава» эпосында Гималайҙағы видьядхарҙарҙың (ярымаллаларҙың) мөхәббәт хаттарын яҙыу өсөн ҡайын туҙын нисек итеп файҙаланыуҙарын һүрәтләй. Туҙға ла, пальма япраҡтарына яҙған кеүек, осло металл грифель йәки ҡәләм менән яҙғандар, ә һуңынан яҙыуға ҡором, күмер йәки үҫемлектәр япрағы менән һөрткәндәр, һуты окисланған һәм ҡарайған.

 
Туҙға яҙылған хат (Бөйөк Ватан һуғышы)

Беҙҙең заманда совет репрессиялары ҡорбандары яҙған хаттар ҙа бар. Себерҙә ГУЛАГ идаралығы ҡасабалары һәм лагерҙарындағы кешеләр, ҡағыҙ булмау сәбәпле, яҡындарына хат яҙыу өсөн ҡайын туҙын ҡулланған. Латвияның совет режимы ҡорбандарынан ебәрелгән был хаттарҙың өлгөләре әлеге ваҡытта ЮНЕСКО-ның «Донъя хәтере» мираҫы исемлегенә индерелгән тип иҫәпләнә. Икенсе донъя һуғышы осоронда партизандар сығарған пропаганда гәзиттәре һәм листовкалар ҡайһы берҙә, ҡағыҙ етмәү сәбәпле, ҡайын туҙында баҫтырылған.

Бүтән урында ҡулланыу

үҙгәртергә
 
Нанайҙарҙың йәйге торлағы ҡайын туҙынан һәм тал сыбыҡтарынан эшләнгән. Артҡы планда — юкола өсөн элгес, ал яҡта — балыҡ селтәрҙәре һәм ағас якорь.
Н. И. Гродеков исемендәге Хабаровск өлкә музейы

Төрлө халыҡтар ҡайын туҙын ҡыйыҡ ябыу[3] һәм кәмәләр эшләү өсөн ҡуллана[4].

Ҡайын туҙы бик тиҙ тоҡана һәм оҙаҡ яна, шуға күрә Рәсәйҙең байтаҡ халыҡтары уны элек-электән мейес яғыу һәм усаҡ тоҡандырыу өсөн файҙалана. Төҙөлөштә ҡайын туҙын дымдан һаҡлағыс сифатында файҙаланғандар. Һыу үткәрмәүсәнлеге һәм антисептик үҙенсәлектәре арҡаһында туҙ уны сереүҙән һаҡлаған. Ағас бураның аҫҡы ҡатына, тәҙрә тупһаһы аҫтына, ҡайын туҙы һалынһа, оҙағыраҡ хеҙмәт иткән. Ҡайһы бер ауылдарҙа мунсалар һәм ярҙамсы биналар, ҡыйыҡ өсөн материалдың ҡиммәтләнеүе арҡаһында, һаман да туҙ менән ҡаплана. Туҙҙан балыҡ тотоу селтәрҙәре өсөн йөҙгөстәр һәм балалар уйынсығы эшләнгәндәр. Уны көтөүсе һыҙғыртҡыстары эшләү өсөн ҡулланалалар.

Хәҙерге осорҙа ҡулланылыуы

үҙгәртергә
 
Ҡайын туҙынан эшләнгән бысаҡ тотҡаһы

Рәсәйҙә бысаҡ тотҡаларын ҡайын туҙынан эшләйҙәр. Бындай тотҡаларҙы, туҙҙың йылылыҡ үткәреүсәнлеге түбән булыу сәбәпле, һыуыҡта һәм эҫелә ҡулланырға мөмкин.

Ҡайын туҙын факел яндырыу өсөн ҡулланып була. Ҡайын туҙынан дегет алалар. Уның составына Вишневский һәм Вилькинсон майҙары инә[5].

Декоратив һәм биҙәү-ҡулланма сифатында ҡулланыу

үҙгәртергә
 
Лудорвай музейында ҡайын туҙына эшләнгән картина
 
Туҙ

Туҙ халыҡ кәсептәрендә тырыз, ҡумта, панно һәм башҡа әйберҙәр эшләү өсөн бик яҡшы декоратив материал булараҡ әүҙем ҡулланыла. Иркутск рәссамы Евгений Ушаков ҡайын туҙынан пластиналы мозаиканың уникаль техникаһын эшләй[6].

Медицинала ҡулланыу

үҙгәртергә

Ҡайын туҙында бетулин бар, ул ҡайһы бер шеш төрҙәренә ҡаршы үҙенсәлектәренә эйә.[7].

Башҡорттарҙың туҙҙы ҡулланыуы

үҙгәртергә

Башҡорт халҡы борон-борондан туҙҙан эшләнгән әйберҙәрҙе ҡулланған икән, уның файҙалы, шифалы үҙенсәлектәргә эйә булыуын белгән[8].

Бөгөнгө көндә лә был кәсеп менән шөғөлләнәләр[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Современными словарями допускаются оба варианта: см. «Орфографический словарь русского языка» (6-е издание, 2010 год, ISBN 978-5-462-00736-1), утверждённый приказом Минобрнауки России 2011 йыл 20 октябрь архивланған.; Иванова Т. Ф. Орфоэпический словарь русского языка, — М., 2005; Зализняк А. А. Грамматический словарь русского языка, 4-е изд., М., 2003.
  2. Einführung in die Exegese von Sanskrittexten : Skript. Архивировано 15 февраль 2012 года.
  3. Тайга — мой дом: Берёста. Дата обращения: 10 сентябрь 2012. Архивировано 5 октябрь 2012 года.
  4. Михайлова М. Путешествие на берестяной лодке // Сов. Беломорье : газета. — 11 июня 2009. Архивировано из первоисточника 16 июль 2020.
  5. Пастушенков Л. В. Лекарственные растения. — СПб.: Лениздат, 1990. — С. 32. — 384 с. — 800 000 экз. — ISBN 5-289-01148-X, ББК 633.8.
  6. Выставка картин Евгения Ушакова «Берёзовая Русь» открылась в Иркутске. Твой Иркутск (10 сентябрь 2012). Дата обращения: 10 сентябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
  7. Alakurtti, Sami (September 2006). «Pharmacological properties of the ubiquitous natural product betulin». European Journal of Pharmaceutical Sciences 29 (1): 1–13. DOI:10.1016/j.ejps.2006.04.006. ISSN 0928-0987. PMID 16716572.
  8. Башҡортостан уҡытыусыһы журналы 8 декабрь 2018, Ҡайын туҙының тылсымы. Эҙләнеү-тикшеренеү эше
  9. Исследовательская работа «Һөнәрмән ғаиләм»

Һылтанмалар

үҙгәртергә