Тырыз
Тырыз (диал. туйыҙ) — ҡайын туҙынан эшләнгән, көнкүрештә ҡулланылған һауыт. Ҡапҡаслап, тотор өсөн бау йәки ағас һап беркетеп эшләнгән күнәксек йәки бормаса[1].
Этимологияһы
үҙгәртергәТуйыҙ тигән атамаһы туҙ тигәндән килеп сыҡҡаны күренеп тора. Урыҫ телендә туес һүҙе тап ошо атаманан килеп сыҡҡандыр тип уйларға мөмкин, әммә урыҫ телендәге этимологияла уны фин-уғыр атамаһы менән бәйләйҙәр.[2]
Ҡулланылышы
үҙгәртергәҠайын туҙынан һауытты төрлө ҙурлыҡта һәм рәүештә ҡапҡаслап яһағандар. Туҙҙың ике яғы ла тышта ҡалдырыла алған. Бәләкәй һауыттарҙы ғәҙәттә туҙҙың аҡ йоҡа өлөшөн һыҙырып алып, төрлө биҙәктәр һалып та эшләгәндәр. Уның эсенә ҡаймаҡ, ҡатыҡ кеүек шыйыҡлыҡ һалырға ла, тоҙ, ярма кеүек ризыҡтарҙы һаҡларға ла мөмкин булған. Туҙҙан эшләнгән һауыттар бөгөн дә ҡулланыла һәм интерьерҙы биҙәүсе бер элемент булараҡ та көнкүрешкә инеп бара[3].
Әҙәби әҫәрҙәрҙә һәм фольклорҙа
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. 2-се т.- Мәскәү, 1993, 434 б
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. 2-се т.- Мәскәү, 1993, 434 б.
- ↑ https://ru.wiktionary.org/wiki/%D1%82%D1%83%D0%B5%D1%81%D0%BE%D0%BA
- ↑ http://xn--80ashh8a.xn--p1ai/stat/57-utvar.html 2017 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ tyryz