Панно
Панно́ (франц. panneau - лат. pannus тигәндән — туҡыма киҫәге) — монументаль сәнғәт төрө, декоратив йүнәлешле рәсем сәнғәте, ғәҙәттә өй ҡабырғаһының (диуар панноһы) йәки түшәменең (плафон) буш урындарын биҙәргә файҙаланыла. Был маҡсатта Барельеф, һырлы, һылаулы йәки керамик композиция ысулдары ла ҡулланыла.
Бинаның тышҡы ҡабырғаларында төҫлө плиткалар ҡулланып йәки фреска техникаһы менән эшләнгән панноларҙы ҡайһы саҡ мураль тип атайҙар.
- Диуарҙағы шыма йәки скульптура менән биҙәлгән өлөштәр.
- Диуарҙың ниндәйҙер өлөшөндә ҡуйыла торған киндерҙәге картина.
Бөгөнгө көнкүреш паннолары
үҙгәртергәХәҙер панноларҙы фатирҙарҙа, шәхси йорттарҙа ла урын ала бара. Уларҙы диуарҙа, иҙәндә, түшәмдә генә түгел, мебель ҡапҡасьтарында ла эшләйҙәр.
Диуарҙар өсөн ошондай декоратив панно төрҙәре ҡулланыла:
- керамика;
- ағас пластиналар;
- гипстан һәм декоратив штукатуркаларҙан эшләнгән скульптуралар;
- тәбиғи таштар: мәрмәр, базальт, гранит панно;
- ҡағыҙға баҫылған графика ысуллы һынланыштар;
- туҡыманан — гобелендар, сигелгән картиналар, аппликациялар [1]
-
Воронеж (Депутаттар урамы)
-
Вреден шифаханаһындағы диуарҙа Майолик мозаикалы панно. Санкт-Петербург. 1906 йылда Лондондағы Дультон фирмаһы эшләгән
-
Мозаикалы панно: Кеше. Медицина фәне: Тимаков урамы, 2, Новосибирск.
-
Төркмәнстан. Түрәбәк ханым кәшәнәһе түшәмендәге мозаикалы панно. 14 быуат
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Панно 2016 йыл 24 апрель архивланған. // Большая советская энциклопедия
- ↑ Декоративное панно на стену в интерьере своими руками.(недоступная ссылка)