Калидаса
Калидаса (कालिदास, Kālidāsa IAST, һүҙмә-һүҙ русса «Слуга богини Кали», башҡортса «Кали алиһә ҡоло») — боронғо Һиндостандың бөйөк драматургы һәм шағиры. Калидаса санскрит телендә ижад иткән. Уның әҫәрҙәре һинд классик мәҙәниәтенең сәскә атыу осорон кәүҙәләндерә. Калидасаның «Абхиджняна-Шакунтала» («Шакунтала») драмаһы — Көнсығыш әҙәбиәтенең Европа телдәренә тәржемә ителгән беренсе өлгөһө Һәм Европаны Көнсығыш әҙәбиәте менән таныштырыусы ла.
Калидаса | |
कालिदास | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Жанр: |
героик эпос, лирика, драма |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Тормош һәм ижад ваҡыты
үҙгәртергәКалидасаның тормошо һәм ул йәшәгән дәүер хаҡында бер мәғлүмәт тә һаҡланмаған. Шулай уҡ уның замандаштарының һәм артабанғы быуын вәкилдәренең хәтирәләре лә беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Халыҡ риүәйәттәрендәге мәғлүмәттәр ҙә әллә ни ышаныс тыуҙырмай. Шуға ла әҙиптең әҫәрҙәрен, уларҙың һәм персонаждарының телен тарихнамә күҙлегенән тикшереү генә Калидаса хаҡында ниндәйҙер фараздар яһарға мөмкинлек бирә. Әммә, үкенескә ҡаршы, уларҙа ла автор хаҡында бер ниндәй хәбәр ҙә юҡ. Был осор Һиндостан тураһында тарихи документтарҙың аҙ булыуы ла ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Легендаларҙың күплеге мәғлүмәт тәрҙең дөрөҫлөгө менән бәйле түгел.
Калидаса беҙҙең эраға тиклем VIII быуаттан да иртәрәк йәшәмәгән. Ипполит Фош фаразы буйынса, шағир Һиндостан тарихында билдәле Ҡояш династияһына ҡараған Агниварна хакимлек иткән ваҡытта ғүмер иткән булырға тейеш. Әҙиптең нәҡ ошо династия батшалары тарихына бағышланған «Рагхувамша» эпик поэмаһы Агниварна осоро менән тамамлана. Халыҡ риүәйәттәре иһә Калидаса тормошон 1040—1090 йылдарҙа Дхар һәм Удджайн ҡалаларында хакимлек иткән батша Бходжа Парамара дәүеренә бәйләй. Һинд әҙәбиәтенең һуңыраҡ ижад ителгән бер әҫәрендә Калидасаның нәҡ ошо батша һарайындағы тормошо һүрәтләнә. Тәүҙәрәк шағирҙың йәшәү осоро тип ҡаралған б. э. т. VIII быуаттан алып беҙҙең эраның XI быуатына тиклемге арауыҡ хәҙерге ваҡытта төгәлерәк итеп ныҡ ҡына ҡыҫҡартылған.
Был түбәндәге фараздарға нигеҙләнә. «Малавика и Агнимитра» пьесаһының төп геройҙарының береһе — Төньяҡ Һиндостандағы боронғо Шунга дәүләте императоры Агнимитра. Батшаның шәхси тормошо хаҡында Калидаса бары бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә яҙа алыуы бәхәсһеҙ. Императорҙың хакимлек осоро б. э. т. 149—141 йылдар булыуы билдәле. Был Калидасаның ғүмер аҙағын б. э. т. II быуаттан да алда түгел икәнлеген аныҡларға мөмкинлек бирә. Ә йәшәй башлауын VI быуат тип билдәләргә «Айхоль яҙмаһы»ның датаһы — 634 йыл ярҙам итә: унда Калидаса хаҡында «шиғриәт класигы» тип әйтелгән.
Шағир ижадының дөйөм үҙенсәлеге, уның поэтик алымдары, IV быуаттағы грек астрономияһы мәғлүмәттәре менән таныш булыуы һәм тағы ла ҡайһы бер башҡа билдәләр уның ғүмер йылдарын беҙҙең эраның IV—V быуаттарына, Гупта династияһының Викрамадитья титулын йөрөткән батшалары хакимлек иткән осорға индерергә мөмкинлек бирә.
Калидаса ижадын тикшереүсе һинд әҙәбиәт белгестәренең береһе Д. Ш. Упадхьяйн уның йәшәү йылдарын 365—445 тип теүәл билдәләй.
Сығышы һәм шәхесе
үҙгәртергәРиүәйәттәрҙә Калидаса ярлы көтөүсе итеп һүрәтләнә. Артабан ул принцессаға өйләнә. Аҡыл һәм шиғри оҫталыҡ уға мәрхәмәтле Кали алиһә тарафынан бирелә, шуға ла әҙиптең исеме «Кали алиһә ҡоло» тигәнде аңлата. Быға тағы ла уның, легендарҙа һөйләнгәнсә, батша һарайындағы көнсөлдәр ҡулынан һәләк булыуын да өҫтәһәң — быларҙың барыһының да урта быуаттарҙа Көнбайыш һәм Көнсығыш илдәрҙә билдәле шәхестәр биографияһын тасуирләүҙәге ғәҙәти алымдар сағылышы икәне асыҡ күренә. Калидас тураһындағы төрлө мәҙәктәрҙә иһә уның һүҙ бәйгеләрендә батшалар һарайындағы ҡуҡыр һәм маҡтансыҡ шиғырсыларҙы һәр саҡ еңеп сығыуы күрһәтелә, һәм быны уның юғары әҙәби мираҫына быуаттар барышында халыҡ тарафынан бирелгән юғары һәм хаҡлы баһа тип билдәләргә кәрәк.
Калидасаның тыуған урыны билдәһеҙ. Башҡа төбәктәр менән бер рәттән йышыраҡ Удджайн, Бенарес (йәки Варанаси) һәм Дхара ҡалаларын атайҙар. Ҡайһы бер риүәйәттәр шағирҙың тыуған яғы итеп Көньяҡ Азияның төньяҡ-көнсығышында ятҡан Бенгалияны, икенселәре Цейлон (Шри-Ланка) йә Һиндостан ярым утрауының төньяҡ-көнбайышындағы Кашмир өлкәһен иҫәпләй. Алда телгә алынған Д. Ш. Упадхьяйн да Калидаса сығышы менән Кашмирҙан тип раҫлай.
Ижады
үҙгәртергәКалидаса ижадын классик санскрит әҙәбиәтенең һәм шиғриәтенең иң юғары өлгөләренә индерәләр. Ул башҡаларҙан стиль оҫталығы һәм ижад иреклеге менән айырыла: был уның кеше тәбиғәтенең ҡатмарлылығын тулы кимәлдә һәм бар байлығында һүрәтләүендә асыҡ күренә. Геройҙарҙың эске кисерештәрен теүәл тасуирлау үҙе ижад иткән заманды дөйөмләштереп күреү менән бергә килә. Шуға ла Калидаса әҫәрҙәренең персонаждары сағыу һәм үҙенсәлекле шәхестәр булып ҡына түгел, ә үҙенең бай мәҙәниәтенән һәм тәбиғәтенән айырылғыһыҙ булған һинд халҡының рухын бар тулылығында сағылдырыусылар ҙа булып күҙ алдына баҫа.
Калидаса ижадта ниндәйҙер яңы алымдар уйлап табыусы түгел. Ул ҡулланған әҙәби саралар йыйылмаһы ғәҙәти һәм һинд әҙәбиәтендә дини булмаған йәки донъяуи жанрҙар формалаша башлаған классик дәүер башында уҡ тыуған ҡанундарға нигеҙләнгән. Әммә Калидасаның үҙенә генә хас үҙенсәлек шул тиклем көслө булғанға уның шиғриәте үҙ заманының башҡа әҙиптәренән бай һәм сағыу биҙәктәре менән айырылып тора.
Эпоха
үҙгәртергәКалидасаның тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге боронғо һинд классик мәҙәниәтенең «алтын быуатына» тура килә. Гупта дәүләте, быға тиклем тырам-тырғай һәм айырым көн иткән өлкәләрҙе берләштереп, ҡеүәтле империяға әүерелә. Сит ил баҫҡынсыларынан ныҡлы яҡлау һәм һаҡлау булғанлыҡтан иҡтисад һәм мәҙәниәт артабан тотороҡло үҫеш өсөн мөмкинлек ала. Гупта дәүере феодаль ҡоролошҡа күсеүҙе сағылдыра, йәмғиәттә тамырынан үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашыра.
Ижад башланғыстары
үҙгәртергәКалидаса ижад иткән осорҙа әҙәбиәт ныҡлап донъяуиға әйләнә.
Хәтер
үҙгәртергә- Меркурий планетаһының бер кратерына Калидаса исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Калидаса. Потомки Рагху: Поэма (Песнь 1). Л., 1940
- Калидаса. Избранное. М., 1956
- Иванов Н. М. Калидаса. Биобиблиографический указатель. М., 1957
- Калидаса. Избранное. Драмы и поэмы. М., 1974
- Эрман В. Г. Калидаса. М., 1976
- Калидаса. Шакунтала, или Перстень-примета: Фрагменты. — В кн.: Классическая драма Востока. М., 1976
- Калидаса. Рождение Кумары. — В кн.: Классическая поэзия Индии, Китая, Кореи, Вьетнама, Японии. М., 1977
- Калидаса. Род Рагху (Рагхуванша). СПб., 1996
- Шор Р. Калидаса // Литературная энциклопедия: В 11 т. — [М.], 1929—1939. Т. 5. — М.: Изд-во Ком. Акад., 1931. — Стб. 60—63.
- Кальянов В. И., Эрман В. Г. Калидаса. Очерк творчества. М.: Гос. изд-во художественной литературы, 1958.
- Гринцер П. А. Санскритская литература IV—VIII вв. н. э. // История всемирной литературы: В 8 томах / АН СССР; Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1983—1994. — На титл. л. изд.: История всемирной литературы: в 9 т. Т. 2. — 1984. — С. 41—66.