Ҡумта, йәки йәшник, — күп ҡырлы,йышыраҡ тура мөйөшлө параллелепипед рәүешендәге һыйышлыҡ.

Ҡумта
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән пиломатериалы[d] һәм картон[d]
 Ҡумта Викимилектә
Буш ҡатырға ҡумта.

Картон XVII быуатта ҡытайҙа уйлап табыла. Милли уйынсыҡтар даны залы раҫлауынса, 1817 йылда англияла картон ҡумтаны тәүге тапҡыр һатыу өсөн етештерәләр. 1879 йылда Төньяҡ америкалы Роберт Гэр.

Төп мәғлүмәттәр

үҙгәртергә
 
Бүләк һалынған ҡумталар

Ғәҙәттә йоҡа һәм бик ныҡлы булмаған (мәҫәлән, ҡатырға) тышлы һыйышлыҡтар - "ҡумта", ә ҡатыраҡ һәм ҡалыныраҡ тышлылары (мәҫәлән, ағастан) яһалғандары йәшник йәки әрйә тип атала. Ҡумтаның (йәшниктең) рәүеше әйбер һалынған саҡта ла, бушатылғас та үҙгәрмәй, ошо сифаты менән улар Тоҡтан (ҡапсыҡ) һәм сумканан айырыла.

Тура мөйөшлө параллелепипед (һирәкләп — күберәк мөйөшлө) рәүешендә булыуҙары ҡумтаны (йәшникте) биҙрә, банка, бутыль һәм башҡа һыйышлыҡтарҙан айырып тора. Бындай формала булыуы уларҙы тотоноуҙа (бүлмәлә, шкафта вагондарҙа һ.б.), транспортта ташыуҙа уңайлы иkivaтә, уларҙы ыҡсым, тығыҙ итеп тултырырға мөмкинлек бирә. Икенсе яҡтан, уларҙы яңғыҙ кешегә ташыуы яйһыҙыраҡ.

Иң йыш тотонолған материалдар — ағас таҡта, ҡатырға, ҡағыҙ, ҡалай, пластмассалар, дюралюминий.

Шулай уҡ тотороҡло һүҙбәйләнештәр барлыҡҡа килгән, мәҫәлән, «ҡара йәшник», «тапшырыу ҡумтаһы», бер үк ваҡытта бөтөнләй ҡумтаға йәки йәшниккә бөтөнләй оҡшамаған, әммә тарихи сәбәптәр буйынса шулай аталған предметтар бар.

Ҡумталар һәм йәшниктәр төрө

үҙгәртергә

Ҡумталар һәм йәшниктәрҙе файҙаланыу

үҙгәртергә

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Ҡумталар Ерҙең генә түгел, Ҡояш системаһы планеталары мөхитен дә бысратыусы булып тора.
  • Бесәй, бесәйҙәр ғаиләһенән эрерәк йәнлектәр ҙә ҡумтаға тартылыуҙары менән билдәле. Леопардтар ғына ҡумтаның ҡыбырлауынан ҡурҡып, инеп ятмай. Big Cat Rescue коммерцияһыҙ ойошмаһы шундай эксперимент үткәргән.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Цабель С. А. Ящик зарядный, минный // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Лыкошин А. С. Ящики укупорочные // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Ящик форменный // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)