Туҙаяҡ — борондан алып башҡорттарҙа, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙа ҡулланылған, ҡайын туҙынан эшләнгән һауыт.

Яҫы ғына бер табаҡ туҙҙы дүрт яҡлап бөкләп, бөкләнгән мөйөштәрен ат ҡылынан ишелгән еп менән нығытып яһала. Был һауытта көндәлек он, икмәк һаҡлағандар. Еләк-емеш киптергәндәр, буҙа өсөн һоло, бойҙай шыттырғандар, ҡоротто баҫып ултыртҡандар.

  • И. Д. Бураҡаев, М. С. Бураҡаева, М. Б. Юлмөхәмәтов. Тормош һабаҡтары. 6—7 класс өсөн дәреслек, Өфө, 1995. — 163-сө бит.

Һылтанмалар

үҙгәртергә