Ҡадиров Ғабдрахман Фәйзрахман улы

спортсы, боҙҙа мотоциклда уҙышыусы
(Ҡадиров Ғабдрахман битенән йүнәлтелде)

Ҡадиров Ғабдрахман Фәйзрахман улы (27 ғинуар 1941 йыл31 июль 1993 йыл) — Башҡортостанда йәшәгән билдәле совет спортсыһы, мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965), халыҡ‑ара категориялы судья (1991). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).

Ғабдрахман Ҡадиров
Ҡадиров Ғабдрахман Фәйзрахман улы
татар. Габдрахман Фәйзрахман улы Кадыйров
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Шатура[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 31 июль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1] (52 йәш)
Вафат булған урыны Сочи, Краснодар крайы, Рәсәй[1]
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрө спидвейный гонщик
Уҡыу йорто П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1974
Спорт төрө мотоцикл спорты[d]
Баш тренер Самородов Борис Александрович
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы заслуженный мастер спорта СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғабдрахман Фәйзрахман улы Ҡадиров 1941 йылдың 27 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Шатура ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Әсәһе ғүмер буйы ташсы-төҙөүсе булып эшләй, улар 1946 йылдан Архангельск өлкәһе «Ҡыҙыл маяҡ» балыҡсылыҡ колхозында, артабан Башҡортостандың Туймазы районы Илсембәт ауылында, 1948 йылдан Белорет ҡалаһында йәшәй.

1951 йылдан Ғабдрахман Ҡадиров Өфөлә йәшәй. 7-се, 27-се һәм 23-сө мәктәптә, Өфө авиация техникумында уҡый. Юғары белемде Ленинградтағы П. Лесгафт исемендәге физик культура институтында ала.

Донъя чемпионы исемдәрен ул 1966 йылда — Мәскәү, 1968 йылда — Өфө, 1969 һәм 1971 йылдарҙа — Инцель (Германия), 1970 һәм 1974 йылдарҙа Несше (Швеция) ҡалаларында яулай. Ер йөҙөндә спортта бындай юғары ҡаҙаныштарға башҡа бер кемдең дә өлгәшкәне юҡ.

Артабанғы йылдарҙа Ғабдрахман Ҡадиров үҙен яҡшы тренер һөм ярыштар судьяһы итеп тә күрһәтә. Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа Башҡортостандан берҙән-бер судья ул булған.

Мотоцикл спортын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм шәхси уңыштары өсөн мотоуҙышсы «Почёт Билдәһе» ордены һәм «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградлана.

1993 йылдың 31 июлендә вафат була, Өфөлә ерләнгән.

Спортсының ҡатыны — Башҡортостандың популяр эстрада йырсыһы Нәзифә Ҡадирова.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965)
  • Халыҡ‑ара категориялы судья (1991)
  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1991)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1969)

Китаптары

үҙгәртергә
  • Я выбираю лёд. Уфа, 1974;
  • Трудные кольца спидвея. М., 1976.

,

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Башҡортостан календары. 2006 йыл. Автор: Йәмил Буранғолов.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 43 с. ISBN 5-295-02294-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә