Лесгафт исемендәге университет
П. Ф. Ле́сгафт исемендәге милли дәүләт физик культура, спорт һәм сәләмәтлек университеты, Санкт-Петербург. 1896 йылда Петербург ҡалаһында Петр Францевич Лесгафт ойошторған физик тәрбиә һәм уйындар етәкселәре әҙерләү өсөн Ваҡытлы курстар булараҡ нигеҙ һалына.
Лесгафт исемендәге университет | |
Нигеҙләү датаһы | 1896[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Дзяржаўны інстытут фізічнай адукацыі імя П. Ф. Лесгафта, Дзяржаўны ордэна Леніна інстытут фізічнай культуры імя П. Ф. Лесгафта, Дзяржаўны ордэна Леніна і ордэна Чырвонага Сцяга інстытут фізічнай культуры імя П. Ф. Лесгафта һәм Дзяржаўны інстытут фізічнай культуры імя П. Ф. Лесгафта |
Кем хөрмәтенә аталған | Лесгафт, Пётр Францевич[d] |
Дәүләт | Рәсәй[2] |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Урын | Санкт-Петербург |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы спорт министрлығы[d][3] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | lesgaft.spb.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Университета имени Лесгафта[d] |
Лесгафт исемендәге университет Викимилектә |
Университеттың төп эшмәкәрлеге этаптары
үҙгәртергәИсемдәре
үҙгәртергә- 1896—1897 — Лесгафт курстары — Физик тәрбиә һәм уйындар етәкселәре әҙерләү өсөн ваҡытлы курстар
- 1897—1905 — Лесгафт курстары — Физик белем биреү тәрбиәселәре һәм етәкселәре юғары курсы.
- 1906—1907 — Лесгафт курстары — Юғары ирекле мәктәп.
- 1910—1919 — Лесгафт курстары — П Ф. Лесгафт юғары курстары.
- 1919—1924 — ГИФО — Физик белем биреү дәүләт институты.
- 1924—1930 — П. Ф. Лесгафт исемендәге ГИФО. — П. Ф. Лесгафт исемендәге физик белем биреү дәүләт институты.
- 1930—1935 — П. Ф. Лесгафт исемендәге ГИФК. — П. Ф. Лесгафт исемендәге дәүләт физик культура институты.
- 1935—1942 — П. Ф. Лесгафт исемендәге ГОЛИФК. — П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленин орденлы дәүләт физик культура институты.
- 1942—1994 — П. Ф. Лесгафт исемендәге ГДОИФК. — П. Ф. Лесгафт исемендәге ике тапҡыр орденлы дәүләт физик культура институты.
- 1994—2005 — П. Ф. Лесгафт исемендәге СПбГАФК. — П. Ф. Лесгафт исемендәге Санкт-Петербург дәүләт физик культура академияһы.
- 2005—2008 — П. Ф. Лесгафт исемендәге СПбГУФК. — П. Ф. Лесгафт исемендәге Санкт-Петербург дәүләт физик культура университеты.
- 2008— хәҙерге көнгә тиклем. — П. Ф. Лесгафт исемендәге МДУ, Санкт-Петербург — П. Ф. Лесгафт исемендәге дәүләт Милли физик культура, спорт һәм сәләмәтлек университеты.
Университет ректорҙары
үҙгәртергә- 1896—1909 — Лесгафт, Петр Францевич
- 1910—1912 — Ковалевский, Максим Максимович
- 1912—1915 — Федоров, Евграф Степанович
- 1915—1918 — Острогорский, Сергей Алексеевич
- 1919—1924 — Сулима-Самойло, Андрей Фомич
- 1924—1926 — Федоров, Лев Николаевич
- 1926—1937 — Зеликсон, Елизарий Юльевич
- 1937—1938 — Петухов, Иван Николаевич
- 1938—1941 — Никифоров Иван Исаевич
- 1941—1948 — Коряковский, Иван Михайлович
- 1948—1954 — Никифоров Иван Исаевич
- 1954—1972 — Пугачев-Ионов, Дмитрий Павлович
- 1973—2001 — Агеевец, Владимир Ульянович
- 2001—2016 — Таймазов, Владимир Александрович
- 2016 — Бакулев Сергей Евгеньевич
Университеттың бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены — 1935 йылдың 2 июлендә «П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институты һуңғы йылдарҙа өлгәшкән юғары күрһәткестәре, өлгөлө эше өсөн» бүләкләнә.
- Ленинград хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы байрағы — 1935 йылдың 27 июлендә «физкультура кадрҙары әҙерләү эшендә яҡшы ҡаҙаныштары, уҡыу процесын өлгөлө ойошторғаны һәм II баҫҡыс ГТО нормаларын тапшырыу буйынса айырым уңыштары өсөн» бүләкләнә.
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1942 йылдың 17 апрелендә «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм Ҡыҙыл Армияның ҡайһы бер резервтарын әҙерләүҙең юғары сифаты өсөн» бүләкләнә.
- Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау ҡағыҙы — 1944 йылдың 18 июлендә «уҡыу һәм фәнни эштәренең юғары сифаты, шулай уҡ Ҡырғыҙ ССР-ына Ҡыҙыл Армия хәрби резервын хәрби-физик әҙерләү буйынса ҙур ярҙамы һәм госпиталдәрҙә дауалау физик культура буйынса эштәре өсөн» бүләкләнә.
- Ленин юбилей Маҡтау ҡағыҙы — 1970 йылдың 7 апрелендә «Владимир Ильич Лениндың тыуыуының 100-йыллығы хөрмәтенә социалистик ярышта юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн» бүләкләнә.
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты — 2011 йылдың 12 ғинуарында «физик культура һәм спорт өлкәһендә юғары профессиональ белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» бүләкләнә.
- Университет Европа физик культура юғары уҡыу йорттары ассоциацияһы ағзаһы булып торған Рәсәйҙәге физик культура юғары уҡыу йорттары араһында берҙән-бер[4].
Студенттар спорты
үҙгәртергәЮғары уҡыу йорто юғары уҡыу йорттары Кубогы отошо сиктәрендә чемпионаттарҙа ҡатнашыусы булып тора.
Университеттың тарихы
үҙгәртергә«Лесгафт курсы» йәки «Санкт-Петербург биология лабораторияһы ҡарамағындағы курстар» — профессор П. Ф. Лесгафт тарафынан иғәнә аҡсаһына 1893 йылдың 24 авгусында нигеҙ һалына. Курстарҙа һәр теләгән кешегә барлыҡ булған тәбиғи фәндәр менән бушлай шөғөлләнергә мөмкин була. Курстарҙың лабораторияһы янында арыу уҡ ҙур зоология һәм сағыштырма-анатомия музейы ойошторола. Бынан тыш курстарҙа Рәсәй төньяғы флораһының, Кавказ һәм Себер флораһының ҙур гербарийы була; Рәсәй төньяҡғы ҡоштарының йомортҡалары йыйыла; шулай уҡ минералогия, геология һәм палеонтологи коллекциялары була. Химия лабораториялары һәм бер нисә кабинет була: физиология, гистология, анатомия һәм эмбриология. 1896 йылда лаборатория бинаһында физик белем биреү тәрбиәселәре һәм етәкселәре курсы урынлаша, һуңыраҡ улар лабораторияның ҡулайлаштырылған яңы бинаһында урынлашалар. Юғары мәктәптең тәүге өс бүлеге академик характерҙа һәм әҙерлекле тыңлаусыларға иҫәпләнгән була. Һәр бүлеге 4-йыллыҡ курс. Лаборатория советы 1896 йылдан П. Ф. Лесгафт редакцияһы аҫтында[5], 1911 йылдан С И. Метальников редакцияһы аҫтында[6] «Известия Санкт-Петербургской биологической лаборатории» ғилми журналын баҫтыра. «Известия» сыҡҡан ваҡытта уға ҡушып тәржемәләр йәки үҙенсәлекле китаптар баҫтырыла.
Университет структураһы
үҙгәртергәИнституттары
үҙгәртергә- Адаптив физик культура институты
- Социаль технологиялар һәм менеджмент институты
- Реабилитология һәм сәләмәтлек институты
- Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты
Факультеттары
үҙгәртергәҒәмәлдәге
үҙгәртергә- Йәйге олимпия спорт төрҙәре факультеты
- Ҡышҡы олимпия спорт төрҙәре факультеты
- Һаулыҡ һәм реабилиталогия факультеты (элекке. фак. НВС)
- <b>Бергә-бер көрәш</b> һәм олимпияныҡы булмаған спорт төрҙәре факультеты
- Иҡтисад, идара итеү һәм хоҡуҡ факультеты
- Индивидуаль белем биреү һәм спорт технологиялары факультеты
- Аадаптив физик культура белем биреү технологиялары факультеты
- Кадрҙар әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты
- Фәнни-педагогик хеҙмәткәр әҙерләү факультеты(докторантура һәм аспирантура)
- Уҡыу-профессиональ практика факультеты
- Әҙерлек факультеты
Бүлектәре
үҙгәртергә- Журнал «Учёные записки Университета имени П. Ф. Лесгафта».
- Газета «Лесгафтовец» («За физкультурные кадры»).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Тюремная автобиография» Николая Александровича Максимова, The “Prison Autobiography” by Nikolay Alexandrovich Maximov (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2016. — Т. 8, вып. 4. — С. 69—89. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Российские спортсмены и специалисты | Спортивная Россия . www.infosport.ru. Дата обращения: 8 март 2020.
- ↑ Лесгафта курсы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Известия С.-Петербургской биологической лаборатории: [Библиография периодических ... — 1959 (текст) . feb-web.ru. Дата обращения: 8 март 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Егупов Л. Ф. За всех или за себя. — СПб.: ТАС, 1996.
- Каневец Т. М. История академии физической культуры им. П. Ф. Лесгафта. Учебное пособие. — СПб.: СПбГАФК им. П. Ф. Лесгафта, 1997. — ISBN 5-7065-0403-2.
- Лесгафтовцы: О спортивной, трудовой и боевой славе Ленинградского института физической культуры имени П. Ф. Лесгафта / Сост. В. У. Агеевец. — Л.: Лениздат, 1986. — 175 с. — 15 000 экз.
- Сто лет Академии имени П. Ф. Лесгафта. 1896-1996 / Под. ред. Н. И. Бедника, В. У. Агеевца. — СПб.: АРС, 1996. — 302 с. — ISBN 5-900351-13-0.
- Лесгафта курсы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)