Самородов Борис Александрович

спортсы, тренер

Самородов Борис Александрович (26 сентябрь 1931 йыл — 13 февраль 2016 йыл — спортсы. 1961—1975 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы, СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2002). Боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса шәхси ярыштарҙа донъя (1967), Европа (1965), СССР (1959, 2 тапҡыр 1961, 1962; 1963, 1967), РСФСР (1959, 1961—1965) чемпионы. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2004).

Самородов Борис Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Тыуған көнө 26 сентябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Рыбинск, Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 февраль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө спидвейный гонщик
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1975
Спорт төрө спидвей[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар дуҫлығы ордены заслуженный мастер спорта СССР

Биографияһы үҙгәртергә

Борис Александрович Самородов 1931 йылдың 25 сентябрендә Рыбинск ҡалаһында тыуған[1]. 1941 йылда ғаилә Өфөгә эвакуацияланып килә. Мотоспортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы ошо спорт төрө менән мауыҡҡан атаһы Александр Иванович Самородов уята. Улын ете йәшендә Ленинградта сыҡҡан «Ҡыҙыл Октябрь» мотоциклына ултырта.

1947 йылда Борис ДОСАРМ — СССР Армияһына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте түңәрәгендә шөғөлләнә башлай, унда «Москвич» мотоциклында йөрөй.

1951 йылда водитель таныҡлығын ала һәм «полуторка» машинаһын йөрөтөүсе, аҙаҡ моторҙар заводының 28-се цехында слесарь-йыйыусы булып эшләй. Армияла шулай уҡ водитель булып хеҙмәт итә. Новосибирск ҡалаһында, автомобилдәр батальонында хеҙмәт итә. Армиянан һуң 3-сө треста водитель булып эшләй. «За рулем» журналының тәүге номерҙарының береһендә Өфө машина йөрөтөүсе-стахановсылар тураһында яҙмалар бар, унда Самородовтың хеҙмәт уңыштары тураһында ла әйтелә.

Самородовтың мотоспортта беренсе ҙур еңеүе 1958 йылда Мәскәүҙә Ленин исемендәге Үҙәк стадиондың спорт аренаһында үткән СССР-ҙың спидвей буйынса иң беренсе ярыштарында була, ә ярты йыл үткәс, 1959 йылда ошо уҡ аренала ул боҙҙа уҙыш буйынса Рәсәй һәм СССР чемпионы титулдарына эйә була. .

Ул 1975 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физкультура институтын тамамлай. «Уфимец» спортклубы тәрбиәләнеүсеһе. Ил чемпионаттарында Өфө өсөн сығыш яһай. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965).

СССР йыйылма командаһы тренеры, «Башҡортостан» өфө командаһының баш тренеры, «Башҡортостан» боҙоноң, Ғ. Ҡадиров исемендәге өфө спорт клубының баш тренеры, «Лукойл-Башҡортостан» спидвей-клубтың тренеры була. Б. А. Самородовтың уҡыусылары — Михаил Старостин, Геннадий Куриленко, Ғабдрахман Ҡадиров.

Борис Самородов 2106 йылдың 13 февралендә ҡаты ауырыуҙан һуң Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Спидвей үҙгәртергә

Спидвей буйынса шәхси донъя чемпионаты

  • 1963, Лондон — 4-се урын
  • 1964, Гётеборг — 4-се урын

Шлак һибелгән юлда уҙышта спидвей буйынса донъя команда чемпионаты

  • 1964, Абенсберг — 2-се урын
  • 1966, Вроцлав — 2-се урын
  • 1967, Мальмё — 3-сө урын

Спидвей буйынса СССР шәхси чемпионаты

  • 1960 — 3-сө урын
  • 1961 — 5-се урын
  • 1962 — 1-се урын
  • 1963 — 2-се урын
  • 1964 — 1-се урын
  • 1966 — 2-се урын
  • 1967 — 8-се урын
  • 1975—500 см³ класлы ипподром уҙыштарында 2-се урын

Спидвей буйынса РСФСР шәхси чемпионаты

  • 1960 — 2 урын
  • 1961 — 2 урын

Башҡа ярыштар

  • 1963 — Халыҡ-ара мотоцикл федерацияһы Кубогы
  • 1963, Швеция — 500 см³ класлы боҙ юлда уҙышта милләт трофейы
  • 1964, 1966 — шлак һибелгән юлда уҙышта Чехословакияның Алтын шлемы — 3-сө урын

Боҙҙа спидвей үҙгәртергә

Боҙҙа спидвей буйынса шәхси донъя чемпионаты

  • 1967 — 1-се урын
  • 1968 — 3-сө урын
  • 1973 — 2 урын

350 см³ класлы боҙҙа спидвей буйынса СССР шәхси чемпионаты

  • 1959 — 1-се урын
  • 1961 — 1-се урын
  • 1962 — 1-се урын

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965).
  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2002)
  • «Халыҡтар дуҫлығы» ордены (2004)[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә