Ғәйнетдин — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғәйнетдин — «диндең асылы» тигән мәғәнәле мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ғәйнетдин Моталов (18 декабрь 1929 йыл — 21 июнь 2011 йыл) — беренсе башҡорт дирижёры. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы (8 ғинуар 1954 йыл) — ҡурайсы, фольклорсы һәм телерадиожурналист. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм БАССР-ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).

Ғәйнетдинова Гөлшат Иршат ҡыҙы 1992 йылдың 28 авгусы, Рәсәй, Башҡортостан, Белорет) — кроста һәм оҙон дистанцияға йүгереү менән шөғөлләнеүсерәсәй еңел атлетика спортсыһы. Өс тапҡыр рәсәй чемпионы. Йәштәр араһында европа чемпионы (2013). Рәсәй спортының халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Ғәйнетдинов Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы (22 апрель 1946 йыл) — баянсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1987). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), Бөтә Рәсәй халыҡ инструменттарында башҡарыусылар конкурсы (Тула ҡалаһы, 1986), Халыҡ-ара фольклор конкурсы (Өфө, 1991) дипломанты. СССР Тыныслыҡ фонды лауреаты.

Ғәйнетдинов Мәүлетбай Сөләймән улы (14 май 1938 йыл — 6 июнь 2014 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы (10 февраль 1908 йыл — 1977 йыл) — совет архитекторы, рәссам. СССР Архитектурҙар союзы ағзаһы. 1949—1977 йылдарҙа Мәскәү архитектура институты уҡытыусыһы. Архитектура кандидаты, профессор (1967). Өфөләге Салауат Юлаев һәйкеле архитекторы. Башҡорт АССР-ының, Татар АССР-ының һәм Төньяҡ-Осетин АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Ғәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улы (15 март 1928 йыл — 14 октябрь 2000 йыл) — педагог. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971).

Ғәйнетдинов Олег Инсаф улы (19 август 1949 йыл) — совет ғалимы, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ