Ғәйнетдинов Олег Инсаф улы

Ғәйнетдинов Олег Исхаҡ улы (19 август 1949 йыл) — ғалим-инженер, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы.

Ғәйнетдинов Олег Инсаф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 август 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Көньяҡ Урал дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәйнетдинов Олег Инсаф улы 1949 йылдың 19 авгусында Башҡорт АССР-ы Ишембай ҡалаһында тыуған.

1-се ҡала мәктәбен тамамлағас, Силәбе политехник институтына уҡырға инә, уны 1972 йылда тамамлай. 1980 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын, 1992 йылда Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженерлыҡ академияһында докторлыҡ (1992) дисертацияһын яҡлай.

Уҡыу процесын камиллаштырыу йүнәлешендә, шулай уҡ тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы (ОКБ) Ғилми-тикшеренеү институты (НИИ) мәнфәғәттәрендә башҡарылған эштәр һәм авиация сәнәғәте предприятиеларының ғилми-тикшеренеү эштәре етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1993), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2007). 1997 йылдан 2009 йылға тиклем — Тамбов Юғары хәрби авиация инженерлыҡ училищеһының (ВВАИУРЭ — ВИ) физика кафедраһы начальнигы.

Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше үҙгәртергә

педагогикала — хәрби уҡыу йорттарында белем биреү проблемалары һәм физика уҡытыуҙа инновацион технологияларҙы ҡулланыу.

техникала — анализ методологияһы һәм самолеттарҙың эксплуатациялау характеристикаларын яҡшыртыу маҡсатында аэротығыҙ сайҡалыу системаһында гироскопик үҙ-ара бәйләнеште булдырыу.

Библиография үҙгәртергә

150-нән ашыу ғилми баҫма, шул иҫәптән бер монография һәм 12 уйлап табыу авторы.

Педагогик эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Һигеҙ техник фәндәр кандидаты һәм докторы әҙерләгән.

РФ Оборона министрлығының хәрби белем биреү идаралығы ҡарамағында физика буйынса методик совет ағзаһы; училищеның диссертация һәм ғилми-техник советы ағзаһы; фән һәм техниканың физика проблемалары буйынса семинар етәксеһе

Наградалары үҙгәртергә

«СССР-ҙың уйлап табыусыһы», «РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» күкрәк билдәләре «Оборона министрлығына 200 йыл», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә

http://army-news.ru/2010/05/gajnutdinov-oleg-insafovich 2021 йыл 21 июль архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Тамбовская энциклопедия : ТЭ / [авт. ст. Абрамов А. М. и др.]; гл. ред. Л. Г. Протасов. — Тамбов : Изд-во Юлис, 2004 (Тип. ООО фирма Юлис). — 708 с. : ил., карт., портр., цв. ил., карт., портр.; 27 см; ISBN 5-98407-003-0 (в пер.) Стр. 122.