Ғөбәйҙулла (исем)

(Ғәбәйҙулла (исем) битенән йүнәлтелде)

Ғөбәйҙулла — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғөбәйҙулла — «алла ҡоло», «кесе, кинйә» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ғөбәйҙулла Яманғолов — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Ғөбәйҙулла Дәүләтшин (Ғөбәйҙулла) Әхмәткирәй улы; (17 декабрь 1893 йыл — 10 июль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ғөбәйҙулла Илешев (10 октябрь 1927 йыл — 7 август 2009 йыл) — ғалим-тарихсы, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Ғөбәйҙуллина Софья Әсғәт ҡыҙы (24 октябрь 1931 йыл) — СССР һәм Рәсәй композиторы. 1991 йылдан Германияла йәшәй.

Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14 октябрь 1945 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог-методист. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2021) һәм Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы (2014) лауреаты.

Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы (28 октябрь 1923 йыл — 8 март 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында, кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң)

Ғөбәйҙуллин Камил Ғөбәй улы (9 ноябрь 1949 йыл) — рәссам-график, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).

Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы (29 ноябрь 1920 йыл — 10 декабрь 2008 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының почетлы академигы (1996), профессор (1973), иҡтисад фәндәре докторы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).

Ғөбәйҙуллина Гөлназ Радик ҡыҙы (14 февраль 1992 йыл) — бишалыш менән шөғөлләнеүсе Рәсәй спортсыһы, Рио-де-Жанейро олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, заманса бишалыш буйынса донъя чемпионы (2017).

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин — Яныбай Хамматовтың «Тыуған көн» романының төп образы.

Ғөбәйҙулла — бөткән ауыл. 1836—1850 йылдар арауығында барлыҡҡа килгән. 1916—1930 йылдарҙа ауыл сиктәрендә сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторола. 1931 йылдан Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауыл Советы составындағы ауыл. 1969 йылдан һуң ауылдар исемлегенән алына.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ