Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы

(Ғөбәйҙулла Илешев битенән йүнәлтелде)

Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы (10 октябрь 1927 йыл — 7 август 2009 йыл) — ғалим-тарихсы, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).

Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 октябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Сирбай, Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, СССР
Вафат булған көнө 7 август 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө тарихсы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғөбәйҙулла Шәрип улы Илешев 1927 йылдың 10 октябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы[1] Түбәнге Сирбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Әхмәтшәриф һәм әсәһе Миңлебикә Шверник исемендәге колхозда эшләй, уларҙың 9 балаһы була[2].

Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң уҡыуын Мәҡсүт ете йыллыҡ мәктәбендә дауам итә. 1940 йылда мәктәпте тамамлай. Шверник исемендәге колхозда эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1944—1951 йылдарҙа СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флотының Ҡара диңгеҙ флотилияһында хеҙмәт итә. 1952 йылда запастағы офицерҙар әҙерләү планы буйынса Тымыҡ океан флотына даими хеҙмәткә ебәрелә (Владивосток, Совет Гаваны). Уның белемен күтәреүе М. В. Фрунзе исемендәге Ленинград Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһында тамамлана. Өлкән лейтенант званиеһы бирелә.

1952 йылдан Башҡорт АССР-ының Күгәрсен һәм Яңауыл райондары мәктәптәрендә эшләй.

1955—1957 йылдарҙа — Күгәрсен районында партия органдары хеҙмәткәре. 1957 йылда Мораҡ педагогия училищеһын, 1961 йылда — Свердловск ҡалаһында Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1961—1962 йылдарҙа КПСС-тың Йомағужа район комитетының идеология бүлеге мөдире булып эшләй. 1962—1965 йылдарҙа Өфө ҡалаһында КПСС-тың Ленин район комитетында эшләй.

1965 йылдан Дондағы Ростов дәүләт университетының КПСС тарихы кафедраһы аспиранты. 1968 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1968—1971 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы.

1971—1976 йылдарҙа Мәскәү технология институтының Өфө филиалында уҡытыусы булып эшләй.

1976 йылдан — Өфө авиация институты доценты, бер уҡ ваҡытта 1983 йылдан — тарих кафедраһы мөдире. 1985 йылда Мәскәү дәүләт университетында «Деятельность Башкирской партийной организации по развитию сельского хозяйства (1946—1970 гг.)» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1991 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында уҡыта.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостанда XX быуатта аграр сәйәсәткә, XVIII быуаттың 1-се сирегенән — XX быуат аҙағына тиклемге осорҙа Ҡара диңгеҙҙә Рәсәй флоты тарихына арналған. 100-ҙән ашыу фәнни эш авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Деятельность Башкирской партийной организации по развитию сельского хозяйства (1946—1970 гг.). Саратов, 1982.
  • Башкирская деревня в первые послевоенные годы (1946—1950 гг.). Уфа, 1988.
  • Флот — линия жизни. Уфа, 2009.
  • Ҡатыны — Мәрфуға Кинйәғәле ҡыҙы, педагог.
Ҡыҙы Гүзәл
Улы Марат, физик-математик
улы Илдус, дәүләт эшмәкәре, политолог, филолог, дипломат, юғары мәктәп уҡытыусыһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Флот элемтәһе алдынғыһы» билдәһе (1948)
  • СССР Хәрби-диңгеҙ флоты Баш командующийының Маҡтау ҡағыҙы
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989)
  • Сибай ҡалаһында Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы уҡыу корпусы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә