Ғөбәйҙулла

бөткән ауыл. 1836—1850 йылдар арауығында барлыҡҡа килгән. 1931 йылдан Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауыл Советы составында.

Ғөбәйҙулла (икенсе исеме Ҡуштүбә) (рус. Губайдуллино (Куштуба)) — бөткән ауыл. 1836—1850 йылдар арауығында барлыҡҡа килгән[1]. 1916—1930 йылдарҙа ауыл сиктәрендә сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторола. 1931 йылдан Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауыл Советы составындағы ауыл[2]. 1969 йылдан һуң ауылдар исемлегенән алына.

Ғөбәйҙулла
Нигеҙләү датаһы 1836 һәм 1850
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы һәм Темәс ауыл советы

Географик урыны

үҙгәртергә

Ғөбәйҙулла ауылы Ирәндек һырты итәгендә, Разия йылғаһы (Теләпкәркә, Шырҙы, Һаҡмар йылғалары ҡушылдығы) буйында урынлашҡан булған. Ауыл Советы үҙәге Темәстән — төньяҡҡа табан 12 км, район үҙәге Баймаҡтан төньяҡ-көнбайышҡа табан 67 км алыҫлыҡта ятҡан[2].

Тарихсы Ә. З. Әсфәндиәров фекеренсә, Ғөбәйҙулла ауылы 1836—1850 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. «Баймакский край» китабы авторҙары, ауылға нигеҙ һалыусының йәшәү йылдарынан сығып, ауылдың нигеҙләү даталарын 1778—1883 йылдар тип билдәләй[2]. Ауылға нигеҙ һалыусының исеме билдәле: Ғөбәйҙулла Илсеғолов, уның улдары — Һатыу һәм Дәүләтҡол[1]. Сығышы аныҡ билдәләнмәгән, әммә тикшеренеүсе фаразлауынса, Темәс йәки Әмин ауылдарынан булыуы мөмкин, сөнки яңы ауыл ошо ауылдарҙан 8-10 саҡрымда ғына була[1]. Ғөбәйҙулла ауылының икенсе исеме — Ҡуштүбә. Ауыл өс ҡалҡыулыҡ — Оло Түбә, Урта Түбә һәм Бәләкәй Түбә — араһында ятҡанға күрә, ауылға ошо матур исем бирелгән, тип фаразлана[2].

Октябрь революцияһына тиклем үк, 1916 йылда, ауылда сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторола. Ауыл халҡы башлыса шул артелдә шөғөлләнә. 1920 йылда 39 йортта 221 кеше йәшәһә, 1928 йылда — 188 кеше. 1931 йылда артель үҙ эшен тамамлай һәм крәҫтиәндәр «Ирәндек» исемемле ауыл хужалығы артеленә берләшәләр[2].

1969 йылғы Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше китабында Темәс ауыл Советы составында теркәлгән[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Генеалогия и архивы. Губайдуллино (Куштуба)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  3. Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 января 1969 г.). — Изд. 5. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1969. C.432

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  1. Обзор месторождений золота на Урале.