Яңы Тормош (Дәүләкән районы)
Яңы Тормош (рус. Янги-Турмуш) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 9 кеше[2]. Алға ауыл Советы биләмәһенә инә. Почта индексы — 453417, ОКАТО коды — 80222804005.
Ауыл | |
Яңы Тормош рус. Янги-Турмуш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Сельсовет | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453417 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 9 | 6 | 3 | 66,7 | 33,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға 1928 йылда күрше Буранғол ауылынан күсеп ултырған башҡорттар нигеҙ һала. 2005 йылға тиклем ҡасаба, унан һуң ауыл статусында йөрөй. Асылыкүлдең көньяҡ-көнбайыш ярында урынлашҡан, төньяҡ-көнбайышта район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юлына 38 саҡрым, ауыл биләмәһе үҙәге Алғанан — 4 км алыҫлыҡта. 2010 йылда 9 кеше йәшәгән, башҡорттар 87 % тәшкил итә.Халыҡ һаны :1932 йылда 65 кеше, 1939 йылда 21 кеше, 1959 йылда 81 кеше, 1989 йылда 12 кеше, 1999 йылда 10 кеше, 2002 йылда 8 кеше, 2009 йылда 11 кеше. 1928 йылдан 1960 йылға тиклем Дәүләкән улусы, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. Ауыл халҡы 30-сы йылдарҙа Ҡоръятмаҫ колхозының балыҡ тотоу артелендә, артабан «Алға», «Россия», «Дружба» колхоздарында эшләй. 1960 йылда Дәүләкән район башҡарма комитеты тарафынан ауыл перспективаһыҙ тигән ҡарар сығарыла, шундай уҡ ҡарар 1979 йылда ҡабатлана. Ауыл йәшәүен 1990 йылға туҡтатырға тейеш була. 1963 йылда ауыл эргәһендә Дәүләкән һунарсылыҡ йәмғиәте 20 урынлыҡ балыҡ тотоу базаһы төҙөй. 1969 йылда ауылға электр уты үткәрелә. Ауылда йәшәгән кешеләр исемлеге:Әхмәровтар, Вәхитовтар, Иҫәнғоловалар, Ҡасимовтар, Леонтьевтар, Насретдиновалар, Усмановтар.[3][4]
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергәАуыл аҡһаҡалы Ҡасимов Солтан Ҡасим улынан (1898 йылғы) яҙып алынған. «Дәүләкән ынйылары» китабына индерелгән[4].
- Шәрифҡул
- Ильяс ҡулы
- Ҡар ҡулы
- Сығыр ҡулы
- Иманғол ҡулы
- Мейесташ
- Гөлбикә шишмәһе (Алға)
- Ҡаҙанаш
Урамдар
үҙгәртергәУрам исемдәре[5]:
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары
үҙгәртергә- «Юрмый буйы» әҫәрен 1967 йылда Ҡасимов Солтан Ҡасим улынан (1896 йылғы) М. М. Сәғитов яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады» Бәйеттәр һәм Ә.Сөләймәновтың «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме» I томға ингән.[6]
- «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосының 17-се вариантын 1967 йылда Ҡасимов Солтан Ҡасим улынан яҙып алынған. Дим һөйләше һаҡлап яҙылған, шиғыр менән аралаш прозанан тора. Әҫәрҙең аҙағында Солтан Ҡасимов Асылыкүл тирәләп ултырған Бурағол, Сапай, Ҡыҙрас ауылдарының ҡаратабын ырыуына ҡарағанлығы һәм уларҙың Верхне-Уральск өйәҙе Абзан ауылынан (хәҙер Силәбе өлкәһе) күсеп килгәнлеге хаҡында мәғлүмәт бирә[7].
Географик урыны
үҙгәртергәВидеояҙмалар
үҙгәртергәФоторәсемдәр
үҙгәртергә-
Алға шишмәһе (Гөлбикә шишмәһе)
-
Яңы Тормош эргәһендә «Тәбиғәт дуҫы» балалар лагеры
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 346—347 б.б..
- ↑ 4,0 4,1 «Дәүләкән ынйылары» 92-93-сө б.б.
- ↑ «Налог Белешмәһе статистикаһы» Яңы Тормош (Дәүләкән районы
- ↑ Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 79-се б..
- ↑ Коллектив автор: Әхнәф Харисов, Ким Әхмәтйәнов һ.б. «Башҡорт халыҡ ижады» Эпостар. — Өфө: «Китап», 1972 й. — С. 197-228-се б.б..
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- «Дәүләкән ынйылары» 92-93-сө б.б.
- Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 146—148-се б.б..
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 346—347 б.б..
- Коллектив автор: Әхнәф Харисов, Ким Әхмәтйәнов һ.б. «Башҡорт халыҡ ижады» Эпостар. — Өфө: «Китап», 1972 й. — С. 197-228-се б.б..
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
- «Давлеканово ТV» Телевидение. Видео