Ҡыҙрас

Дәүләкән районындағы ауыл, Башҡортостан

Ҡыҙрас (рус. Кидрячево) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 487 кеше[2]. Почта индексы — 453412, ОКАТО коды — 80222825001.

Ауыл
Ҡыҙрас
рус. Кидрячево
Күп функциялы мәҙәниәт йорто
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Сельсовет

Ҡыҙрас ауыл Cоветы

Координаталар

54°19′13″ с. ш. 54°27′18″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1741

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

487[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453412

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 825 001

ОКТМО коды

80 622 425 101

ГКГН номеры

0518121

Ҡыҙрас (Рәсәй)
Ҡыҙрас
Ҡыҙрас
Ҡыҙрас (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡыҙрас


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 487 242 245 49,7 50,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ҡыҙрас ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 50 саҡрым алыҫлыҡта Шландыҡурғы йылғаһы (Сәрмәсән йылғаһы ҡушылдығы) тамағында, Асылыкүл тәбиғи паркы территорияһында урынлашҡан. Ауылды Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1741 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары нигеҙләй. Ҡыҙрас Муллаҡаев исеме менән аталған. 1795 йылда 17 йортта 80 кеше йәшәгән, 1865 йылда 62 йортта — 413 кеше. Ауыл кешеләре малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1906 йылда һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Халҡы: 1906 йылда — 769 кеше; 1920—804; 1939—785; 1959—608; 1989—441; 2002—449; 2010—487 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[3][4][5].

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре[6]:

  • Көнсығыш урам (рус. Восточная (улица))
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица))

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Исемдәре:

  • Балғажы тауы
  • Ҡырлытау
  • Емеректау
  • Ҡаршытау
  • Ҡарауыл тау
  • Мәтәү тау
  • Үрсәкә тау
  • Яланғас тау
  • Уртатау
  • Сәүкә тау
  • Сәрмәсән (йылға)

Географик урыны

үҙгәртергә

Халыҡ ижады информаторҙары

үҙгәртергә
  • «Хеҙмәт, кәсеп йолалары. Еләккә барғанда» һамаҡты 1989 йылда Әҡимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙынан (1930 йылғы) Г. Р.Хөсәйенова яҙып алған."Башҡорт халыҡ ижады / Йола фольклоры" I том ингән[7].

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Ҡыҙрас Муллаҡаев — Нуғай даруғаһының төп башҡорт старшинаһы, Ҡара Табын улусы старшинаһы, тархан.
  • Әкимбәтова Ғәйшә Мостафа ҡыҙы (19 сентябрь 1930 йыл) — Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауыл Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе, СССР-ҙың VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII һәм XXIV съездары делегаты.
  • Зәйнуллин Фәрит Ғариф улы (1918 йыл— ?)— Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, 1938—1971 йылдарҙа Ҡыҙрас ете йыллыҡ мәктәбе директоры[8].
  • Әминева Гәүһәр Мәхәмәтдин ҡыҙы (5 октябрь 1933 йыл—?) — РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән[8].
  • Юсеева Тәнзилә Ғалимарҙан ҡыҙы (16 июнь 1952 йыл — октябрь 2017 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, шағир, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, «Дим тулҡындары», «Йөрәк аһәңе» һ.б. йыйынтыҡтарға шиғырҙары ингән[8].
  • Миниғәлина Флүзә Ғәли ҡыҙы (10 февраль 1964 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, 1999—2020 йылдарҙа Ҡыҙрас урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[8].
  • Нурмөхәмәтова Рита Вәрис ҡыҙы (8 февраль 1958 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы[8].

Видеояҙмаларҙа

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.472 2022 йыл 11 апрель архивланған.
  4. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 192—195 б.б..
  5. Список населённых пунктов БашРеспублики (составлен Центральным Статическим Управлением) издание «Башкниги» Уфа-1926 г. Кидрячево № 58 стр.25
  6. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ҡыҙрас ауылы
  7. Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 244—245-сө ( 215Ғ,216В).
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.

Һылтанмалар

үҙгәртергә