Лоскутов Виктор Георгиевич

хәрби осоусы

Лоскутов Виктор Георгиевич (27 сентябрь 1923 йыл — 23 февраль 1970 йыл) — Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, Тымыҡ океан флоты бомбардировщиктар дивизияһы осоусыһы, майор. Советтар Союзы Геройы (1945).

Лоскутов Виктор Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 27 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Яңауыл, Яңауыл районы
Вафат булған көнө 23 февраль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны Калининград, РСФСР, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Георгиевич Лоскутов 1923 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Яңауыл ҡасабаһында[1] тыуған.

Урыҫ. 1951 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Урта мәктәп тамамлаған.

1941 йылда Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы хәрби комиссариаты тарафынан Хәрби-диңгеҙ флоты сафына саҡырыла. 1944 йыл Хәрби-диңгеҙ авиация училищеһын тамамлай.

1944 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була. Ҡара диңгеҙ һәм Ҡыҙыл Байраҡлы Балтика флотында һуғыша. 1945 йылда совет-япон һуғышында дошман объекттарын бомбаға тотоуҙа батырлыҡ күрһәтә.

1952 йылда Лоскутов Виктор Георгиевич СССР Хәрби-диңгеҙ флоты авиацияһының Юғары офицерҙар осоу-тактик курстарын тамамлай. Хеҙмәтен команда итеү вазифаларында үтә.

1962 йылдан майор В. Г. Лоскутов — запаста. Калининград ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1970 йылдың 23 февралендә вафат була.[2].

Батырлығы

үҙгәртергә

«1945 йылда совет-япон һуғышында ҡатнаша. 34-се яҡындан бомбаға тотоусы авиция полкы летчигы (һөжүм итеүсе бомардировщиктарҙың 10-сы авиация дивизияһы, Тымыҡ океан флотының хәрби-һауа көстәре), комсомол ағзаһы лейтенант Лоскутов Виктор 1 транспортты батыра, бронепоезды, күперҙе, Расин портындағы (Корея Халыҡ-демократик Республикаһы) складтарҙы юҡ итә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 14 сентябрендәге Указы менән командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм япон милитаристары менән һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лейтенант Виктор Лоскутовҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7147) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Яңауыл ҡалаһындағы ҡасандыр Герой уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Яңауыл ҡалаһы, Яңауыл районы үҙәге
  2. Лоскутов Виктор Георгиевич. «Герои страны» сайты.
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: Ҡалып:ЦВМА).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: Ҡалып:ЦВМА).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: Ҡалып:ЦВМА).

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа.