Яҡупов Николай Яҡуп улы
Николай (Калимулла) Яҡуп улы Яҡупов (татар. Кәлимулла Якупов, 15 март 1920 йыл — 1 февраль 1999 йыл) — совет офицеры, медицина хеҙмәте подполковнигы, Советтар Союзы Геройы (1944), Совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың декабрендә Өфөлә Үҙәк фронттың 61-се армияһының 7-се гвардия кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы булараҡ төҙөлгән 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының медицина пункты фельдшеры вазифаһында ҡатнаша.
Яҡупов Николай Яҡуп улы | |
татар. Кәлимулла Якупов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 март 1920 |
Тыуған урыны | Иштеряково[d], Туҡай районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d] |
Вафат булған көнө | 1 февраль 1999 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Татарстан Республикаһы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Татарстан Республикаһы |
Һөнәр төрө | военный врач |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1920 йылдың 15 мартында ауыл Ҡазан губернаһының Иштерәк ауылында (хәҙерге Татарстандың Туҡай районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Татар.
1939 йылда Чистай (Татарстан) ҡалаһының медицина техникумын тамамлай. Кама-Устьинск (Кама тамағы) районының Коярино ауылында фельдшер булып эшләй.
1939 йылдан Ҡыҙыл армия сафында. Совет-фин һуғышында һәм совет ғәскәрҙәренең 1939 йылда Көнбайыш Украинаны һәм Көнбайыш Белоруссияны азат итеү походтарында ҡатнаша. 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
1941 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында. Хәрби фельдшер сифатында 189 уҡсылар дивизияһының 259-сы уҡсылар полкы составында Калинин фронтында һуғыштарҙа ҡатнаша.
Сталинград фронтында дошманға ҡаршы 112-се (һуңынан 16-сы гвардия) башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се (артабан — 58-се гвардия) кавалерия полкы составында һуғыша.
58-се гвардия кавалерия полкының (16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 61-се армия, Үҙәк фронт) медицина пункты фельдшеры, медицина хеҙмәтенең гвардия өлкән лейтенанты Николай Яҡупов 1943 йылдың 27 сентябрендә Белоруссияның Гомель өлкәһе Брагин районының Нивки ауылы эргәһендә Днепрҙы аша сыҡҡанда кәмәлә 27 тапҡыр яралыларҙы ташый, 74 офицер һәм һалдаттың ғүмерен ҡотҡара, бынан тыш, плацдармда һуғышыусы яугирҙарға боеприпастар ташый.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн медицина хеҙмәтенең гвардия өлкәг лейтенанты Яҡупов Николай Яҡуп улына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3025) тапшырыла[1].
2-се Белоруссия фронтында һуғыш яланынан яралыларҙы ҡотҡарғанда һәм уларға ярҙам күрһәткәндә ҡыйыу хәрби фельдшерға күп тапҡырҙар үлем ҡурҡынысы янауына ҡарамаҫтан, ул еңеп сыға.
1946 йылдан медицина хеҙмәтенең гвардия подполковнигы Н. Я. Яҡупов — запаста. 1949 йылда Ҡазанда республика партия мәктәбен тамамлай. Яр Саллы ҡалаһында йәшәй, хаҡлы ялға киткәнгә тиклем «Камдорстрой» тресы идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй . 1999 йылдың 1 февралендә вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (15.01.1944, № 3025);
- Ленин ордены;
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены ;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергәТышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Надгробный памятник |
- Н. Я. Яҡуповтың исеме Башҡортостан Республикаһының Милли музейында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) һәм 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) 112-се (16-сы гвардия Чернигов) Башҡорт кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройы исеме менән бергә иҫтәлекле таҡтаташҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған.
- 2005 йылдың 9 авгусында Яр Саллы ҡалаһында Герой йәшәгән йорт фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Таминдар Хазигалиевич Ахмадиев. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа: Китап, 1999. — 368 с. — ISBN 5-295-01973-X.
- З. И. Гильманов, А. К. Айнутдинов. Герои Советского Союза — наши земляки : (Сб. докум. очерков и зарисовок. В 3-х кн.). — Казань: Татарское книжное изд-во, 1985.
- Кузьмин, Михаил Кузьмич. Медики — Герои Советского Союза. — Москва: Медицина, 1965. — 96 с.
- Сатрапинский Ф. В. Военные медики — Герои Советского Союза / Центральное военно-медицинское управление Министерства обороны СССР; отв. ред. Е. Ф. Селиванов. — Л.: Военно-медицинский музей МО СССР, 1975. — 103 с.
- Слава башкирских конников / Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. — Уфа: Китап, 2005. — 275 с. — ISBN 5-295-03573-5.
- Ханин Л. И. Герои Советского Союза — сыны Татарии. — Казань: Таткнигоиздат, 1963. — 680 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Уфаркин Н. В. Яҡупов Николай Яҡуп улы . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2018)