Ишембай автовокзалы

Ишембай автовокзалы (автовокзал Ишембай) — ҡала автовокзалы. Ишембай ҡалаһы, Жуков урамы, йорт 2а адресы буйынса урынлашҡан.

Ишембай автовокзалы
Дәүләт  Рәсәй
 Ишембай автовокзалы Викимилектә

Ишембай автовокзалы Башҡортостан автовокзалдар һәм пассажирҙар автостанциялары производство берекмәһенең структура бүлексәһе — ГУП «Башавтотранс» филиалы булып тора[1].

Ишембай автовокзалы ҡала, ҡала-ара һәм ҡала яны автобус бәйләнештәрен хеҙмәтләндерә[2].

Ҡалаға ингән урында, Ағиҙел йылғаһы аша күперҙән йыраҡ түгел урынлашҡан.

Элекке автовокзал хәҙергеһенән алыҫ түгел — Бульвар урамы, 14 адресы буйынса урынлашҡан була. Хәҙер был бинала төҙөлөш магазины урынлашҡан. 1980 йылдарҙа типовой проект буйынса яңы 2 ҡатлы автовокзал төҙөлә.

Автовокзалда 11-се һәм 12-сенән башҡа бөтә автобус маршруттары осрашалар.

Автовокзал бинаһында сәнәғәт тауарҙары магазиндары, кафе, сувенирҙар киосктары, кассалар, бәҙрәф, ярҙамсы биналар урынлашҡан. Кассанан билетте сәфәрҙән 7 көн алда һатып алып була.

Маршруттар

үҙгәртергә

Ишембай автовокзалынан китеүсе автобустар пассажирҙарҙы ҡала буйлап, күрше ҡалаларға һәм төбәктәргә лә ташыу өсөн тәғәйенләнгән.

 
Ишембай — Салауат йүнәлешендәге автобус

Ҡаланың автобус маршруттары

үҙгәртергә

Ҡала буйынса ташыусы булып Салауат пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы (ПАТП) — «Башавтотранс» ГУП филиалы тора[3].

Ҡала маршруттары
Маршрут №
Исеме
1 Перегонный биҫтәһе —Автовокзал — Ишембай нефть колледжы (ИНК) — Көньяҡ автовокзал биҫтәһе — Перегонный биҫтәһе
2 Иҫке Ишембай биҫтәһе — Автовокзал — Баҙар — Автовокзал — Иҫке Ишембай биҫтәһе
3 Автовокзал — Смаҡай биҫтәһе (Телеграф урамы) — Смаҡай биҫтәһе (Рихард Зорге урамы)
Автовокзал — Смаҡай биҫтәһе (мәктәп аша) (эшләмәй)
4 Автовокзал — Кузьминовка биҫтәһе (эшләмәй)
5 Автовокзал — Нефтсе биҫтәһе
6 Автовокзал — Бурводстрой биҫтәһе — Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы — Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы
7 Автовокзал — тимер юл вокзалы — Тимер юл биҫтәһе (эшләмәй)
8 Автовокзал — Түңәрәк (эшләмәй)
9 Автовокзал — Күҫәпҡол биҫтәһе — СПТУ № 1 (эшләмәй)
10 Автовокзал — «Солевик» баҡсалары (май айынан октябрь буйынса эшләй)
11 Үҙәк баҙар — Поликлиника № 2 (эшләмәй)
12 Үҙәк баҙар — Магазин «Анастасия» (эшләмәй)

Ҡала яны маршруттары

үҙгәртергә

Ҡала яны йүнәлештәре Салауат пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы көсө менән тормошҡа ашырыла (Ишембай ҡалаһындағы һәм Петровское ауылындағы парктар аша)[4][5].

Ҡала яны маршруттары
Маршрут №
Исеме
103 Петровский
104 Көҙән Петровский аша
105 Воскресенск Верхотор аша
106 Верхотор
107 Ураҙбай
107 Аҙнай
107 Аҙнай-Ураҙбай
108 Йәнырыҫ
109 Әрмет
110 Ҡанаҡай-Әхмәр
111 Ишәй Ҡарайған аша
111у Урман-Бишҡаҙаҡ
112 Кинйәкәй
113 Арлар
113у Биксән
114 Ғүмәр
115 Маҡар
118 Ҡолғона
119 Арлар Кинйәбулат аша
119 Арлар Сәлих аша
111у Ишәй Сәлих аша

Ҡала ара өлкә эсендәге маршруттар

үҙгәртергә

Башҡортостан буйынса Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа һәм Салауатҡа айырым маршруттар бар[6].

Ҡала ара өлкә эсендәге маршруттар
Маршрут №
Йүнәлеш
102 Ишембай — Стәрлетамаҡ
101 Ишембай — Салауат
Транзит маршруттар
Маршрут №
Исеме
799 Салауат — Красноусол
506 Стәрлетамаҡ — Ырымбур
Аҡъяр-Өфө

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • 2011 йылдан алып «Ишембай — Өфө» маршруты буйынса автобус Өфө аэропортына инеүҙән туҡталды[7].
  • Ишембай ҡалаһына яҡын ятҡан Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына һәр 10-15 минут һайын автовокзалдан маршрут автобустары һәм таксиҙары йөрөй. Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары маршруттары буйынса билеттәр автовокзал бинаһында урынлашҡан кассаларҙа һатыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә