Яковлев Николай Дмитриевич

Яковлев Николай Дмитриевич (31 декабрь 1898 йыл — 9 май 1972 йыл) — совет хәрби начальнигы, Артиллерия маршалы. Илдең Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре баш командующийы (1955—1960). СССР-ҙың 2-се саҡырылыш (1946—1950) Юғары Советы депутаты.

Яковлев Николай Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 19 декабрь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Русса, Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 9 май 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (73 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Хәрби звание маршал[d]
Командалыҡ иткән Главное ракетно-артиллерийское управление[d] һәм Войска ПВО СССР[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет-поляк һуғышы (1939)[d], Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены орден Суворова I степени орден Кутузова I степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы медаль «Китайско-советская дружба»

Рәсәй император армияһындағы хеҙмәте

үҙгәртергә

Николай Дмитриевич Яковлев хәҙерге Новгород өлкәһенең Старая Русса ҡалаһында тыуа. Мещан. Урыҫ. Рәсәй армияһына 1916 йылда саҡырыла. 1917 йылда уҡыу командаһын таммалай, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, 35-се армия корпусының 67-се пехота дивизияһы 268-се Пошехон полкының кесе унтер-офицеры.

Граждандар һуғышы

үҙгәртергә

Ҡыҙыл Армияла 1918 йылдан. Граждандар һуғышында штабта эш башҡарыусы була, артабан взвод һәм рота менән командалыҡ итә. 1920 йылда 2-се Петроград артиллерия курстарын тамамлай.

Һуғыштар араһындағы осор

үҙгәртергә

1921 йылдың майында 32-се гаубица артдивизионы адъютанты итеп тәғәйенләнә, шул уҡ йылдың июнендә — 28-се йыйылма ауыр гаубица артдивизионының, шул уҡ йылдың декабрендә — 28-се Царицын уҡсылар дивизияһының, 1922 йылдың апреленән — 28-се тау уҡсылар дивизияһының. Шул уҡ йылдың июненән — 28-се тау уҡсылар дивизияһының айырым гаубица батареяһы командиры ярҙамсыһы. 1923 йылдың сентябренән — 28-се артиллерия дивизионының начальник урынбаҫары. 1923 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Яковлев Николай Дмитриевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.