Яковлевка (Ургаҙа микрорайоны)

Яковлевка — бөткән ауыл. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Урғаҙа ауылы микрорайоны, 1960 йылға тиклем Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йылайыр иген совхозы ҡасабаһы. Шулай уҡ Яковлевка 1991—2004 йылдарҙа хәҙерге ваҡытта ғәмәлдә булған Урғаҙа ауылының элекке исеме.

Яковлевка
Нигеҙләү датаһы 1910
Дәүләт  СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2004
Карта

Ауыл Иҫке Яковлевка утары булараҡ 1910 йылда нигеҙләнә. Иң беренсе булып Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Яковлевка утары (хәҙерге ваҡытта Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Надеждин ауыл Советы составындағы Яковлевка ауылы) крәҫтиәндәре күсеп килә. Күскенселәр милләте буйынса — мордва-эрзәләр, дине буйынса — старообрядсылар Арцибасовтар, Глазовтар, Горьковтар, Деревяшкиндар, Евдокимовтар, Захаровтар, Кожаевтар, Сульдиндар, Палычковтар һәм башҡалар.

Рәсәй империяһында, артабан совет осоронда административ берәмектәрҙең исемдәре йыш алмашынып торғанға күрә, Яковлевка ауылы ла, башҡа ауылдар кеүек, төрлө буйһоноуҙа булһа, 1918—1919 йылдың 20 мартына тиклем — Бәләкәй Башҡортостандың Бөрйән-Түңгәүер кантоны Ирекле улусының Яковлевка ауыл комитеты үҙәге. Башҡорт АССР-ы иғлан ителгәндән һуң 1919 йылдың 20 мартынан 1921 йылға тиклем — Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы Бөрйән-Түңгәүер кантоны Ирекле улусының Яковлевка ауыл комитеты үҙәге. 1920—1921 йылдарҙа утар халҡының башҡорт баш күтәреүселәре башлығы Хажиәхмәт Унасовты эҙәрлекләү буйынса артыҡ әүҙемлеге арҡаһында аҫаба башҡорттар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр киҫкенләшә һәм Иҫке Яковлевка халҡы утарҙы ташлап китергә мәжбүр була.

1924 йылда утар Яңы Яковлевка исеме аҫтында ҡабаттан тергеҙелә. 1924 йылдан алып 1926 йылдың сентябренә тиклем БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Түңгәүер улусы Яңғаҙы ауыл Советы составында, ә 1926 йылдың сентябренән алып 1927 йылдың аҙағына тиклем — ошо уҡ буйһоноуҙа Яңғаҙы ауыл Советы үҙәге булып тора.

1930 йылдың 20 авгусынан 1933 йылдың 20 сентябренә тиклем — БАССР-ҙың Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составында. Баймаҡ-Таналыҡ РК ВКП(б)-ның 1933 йылдың 31 мартындағы күрһәтмәһе буйынса, Яковлевка единоличниктары Урта Волга өлкәһе Бләүле руднигы районына һөрөлә (хәҙер Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы). 1933—1960 йылдарҙа Яковлевка БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр иген совхозы Үҙәк усадьбаһының ҡасаба-спутнигы статусына эйә була. 1960—1991 йылдарҙа — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр иген совхозы Үҙәк усадьбаһы составна инә. 1991—2004 йылда бөтә усадьба Яковлевка тип исемләнә башлай.

Географияһы

үҙгәртергә

Тораҡ пункты Оло Урғаҙа йылғаһы буйында урынлашҡан ярында урынлашҡан. Баймаҡ ҡалаһынан — 53 км, Сибай ҡалаһынан көньяҡҡа табан 51 км алыҫлыҫта ята.

Географик координаталары: 52°44’23 с. ш., 58°14’10 в. д.

Тарихи халыҡ һаны: 1917 йылдың апрелендә утарҙа 90 ихата иҫәпкә алынған, 1917 йылда — 70 ихатала 444 кеше (милләте буйынса — мордвалар), 1920 йылда — 39 ихатала 171 (68 ир-ат, 103 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй, 1921 йылдың июнендә — 67 ихата, 1925 йылдың сентябрендә — 21 ихатала 87 кеше, 1925 йылда — 140 кеше, 1926 йылда — 142, 1928 йылда — 216, 1929 йылда — 260, 1930 йылдың октябрендә — 38 ихатала 198 (единоличник — 21 ихатала 98 единоличник); 1930 йылда — 287, 1933 йылда — 198, 1939 йылда — 290 кеше.

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

1911—1917 йылдарҙа Уртазым күмер рудниктары нигеҙендә Баймаҡ баҡыр иретеү заводы ихтыяжы өсөн таш күмер һәм балсыҡ сығарыу буйынса Яңы Яковлевка разведкаһы үткәрелә. 1928—1933 йылдарҙа — Калинин исемендәге ауыл хужалығы (Калинин, Яңы Яковлевка, Һеңрән тораҡ пункттары) артеле составында. 1930 йылдың октябрендә Яңы Яковлевка ҡасабаһы халҡы өсөн 1247,14 га һәйбәт һөрөү ерҙәре, 379,85 га — көтөүлек ерҙәр, 285,73 га уңайһыҙ ерҙәр бүленеп бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә