Көньяҡ Судан

(Южный Судан битенән йүнәлтелде)

Көньяҡ Судан (ингл. South Sudan; динка телендә Paguot Thudän), рәсми исеме — Көньяҡ Судан Республикаһы (ингл. Republic of South Sudan [rɪˈpʌblɪk ɒv saʊθ suːˈdɑːn]) — Африкалағы дәүләт, баш ҡалаһы — Джуба (баш ҡаланы илдең үҙәк өлөшөнә — баш ҡаланың Рамсель ҡалаһына күсереү күҙ уңында тотола[4]).

Көньяҡ Судан Республикаһы
ингл. Republic of South Sudan
Көньяҡ Судан гербы
Флаг
Государственный гимн Көньяҡ Судан
Үҙаллылыҡ датаһы 9 июль 2011 й. ( Судандан)
Рәсми тел Инглиз
Баш ҡала Джуба
Идара итеү төрө Республика
Президент

Вице-президент

Салва Киир

Рик Махар

Территория
• Бөтәһе
43
619 745 км²
Халыҡ
• Һаны (2008)
• Халыҡ тығыҙлығы

8 260 490 чел. (94)
13,33 чел./км²
Валюта судан фунты, южносуданский фунтВ Южном Судане ввели в обращение собственную денежную единицу — фунт. vesti.ru (19 июль 2011). Дата обращения: 2011-7-20. Архивировано 3 март 2012 года.
Интернет-домен .ss[d][1]
Код ISO SS
МОК коды SSD
Телефон коды +211New country, new number - Country code 211 officially assigned to South Sudan (14 июля 2011). 14 июля 2011 тикшерелгән. 2016 йыл 11 октябрь архивланған.
Сәғәт бүлкәте 3
Файл:Южный Судан.png
Көньяҡ Судандың картаһы

Көнсығышта Эфиопия, көньяҡта Кения, Уганда һәм Конго Демократик Республикаһы, көнбайышта Үҙәк Африка Республикаһы һәм төньяҡта Судан менән сиктәш; Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо — 6018 км. Майҙаны — 644 329 км². Судандан айырылып сыҡҡандан алып диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Көньяҡ Судандың суверенлы статусы 2011 йылдың 9 июлендә, бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан итеү тураһында декларацияға ҡул ҡуйылғандан һуң, көсөнә инә[5]. 2011 йылдың 14 июленән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы[6], донъяла халыҡ-ара танылған иң йәш дәүләт.

Бойондороҡһоҙлоҡҡа тиклем

үҙгәртергә

Көньяҡ Суданда Европа илдәре Африканы колонизациялаған мәлдә хәҙерге мәғәнәлә дәүләт берәмектәре булмай. Быуаттар дауамындағы ғәрәптәр ҙә был төбәкте берләштерә алмай. Ғосман хакимлығы аҫтында бер ни тиклем алға китеш була, 1820—1821 йылдарҙа Мөхәммәт Алиҙың Мысыр режимы, Портанан бойондороҡло булып, төбәкте колонизациялай башлай.

Инглиз-Мысыр Суданы осоронда (1898—1955) Бөйөк Британия Көньяҡ Суданға ислам һәм ғәрәп йоғонтоһон сикләргә тырыша, Судандың Төньяғы һәм Көньяғы өсөн айырым хакимиәт индерә, ә 1922 йылда хатта Судан халҡына ике төбәк араһында хәрәкәт итеү өсөн виза индереү тураһында закон сығара. Бер үк ваҡытта Көньяҡ Сунанды христианлаштырыу сәйәсәте үткәрелә. 1956 йылда берҙәм Судан дәүләте (баш ҡалаһы — Хартум) иғлан ителә. Ил менән идара итеүҙә Төньяҡ сәйәсмәндәре өҫтөнлөк итә, улар Көньяҡты ғәрәпләштереүҙе һәм исламлаштырыуҙы тормошҡа ашырырға тырыша.

1972 йылда Аддис-Абеба килешеүенә ҡул ҡуйыу Ғәрәп Төньяғы менән Негр Көньяғы араһындағы 17 йыллыҡ Беренсе Граждандар һуғышының (1955—1972) тамамланыуына һәм Көньяҡҡа билдәле бер эске үҙидара биреүгә килтерә.

Ун йыллыҡ тынлыҡтан һуң 1969 йылғы хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә власты баҫып алған Джафар Нимейри исламлаштырыу сәйәсәтен яңынан башлай. Илдең енәйәт ҡануниәтенә ислам хоҡуғы буйынса яза төрҙәре индерелә, шунан һуң Судан халыҡ-азатлыҡ армияһы ҡораллы низағты яңынан башлай.

Америка иҫәпләүҙәре буйынса, Судандың көньяғында ҡораллы низағ тергеҙелгәндән һуң ике тиҫтә йыл эсендә хөкүмәт ғәскәрҙәре 2 миллионға яҡын тыныс халыҡты үлтерә. Ҡабатланып торған ҡоролоҡ, аслыҡ, яғыулыҡ етешмәүе, ҡораллы ҡаршы тороуҙың киңәйеүе, кеше хоҡуҡтарын боҙоу һөҙөмтәһендә 4 миллиондан ашыу көньяҡ кешеһе үҙ йорттарын ҡалдырып ҡалаларға йәки күрше илдәргә — Эфиопияға, Кенияға, Угандаға һәм Үҙәк Африка Республикаһына, шулай уҡ Мысыр һәм Израилгә ҡасырға мәжбүр була. Көньяҡ Судан ҡасаҡтары ер эшкәртә алмай йәки башҡа юл менән аҡса эшләй алмай, етерлек туҡланмауҙан яфалана, белем алыу һәм һаулыҡ һаҡлау мөмкинлегенә эйә булмай. Күп йыллыҡ һуғыш гуманитар һәләкәткә килтерә.

Баш күтәреүселәр менән хөкүмәт араһындағы 2003—2004 йылдарҙағы һөйләшеүҙәр формаль рәүештә 22 йыллыҡ икенсе граждандар һуғышты туҡтата. 2005 йылдың 9 ғинуарында Кенияла төбәккә автономия биргән Найваша килешеүе төҙөлә, ә Көньяҡ лидеры Джон Гаранг Судандың вице-президенты итеп һайлана. Көньяҡ Судан, 6 йыллыҡ автономиянан һуң, үҙенең бойондороҡһоҙлоғо тураһында референдум үткәреү хоҡуғын ала. Был осорҙа нефть сығарыуҙан килгән килем үҙәк власть менән көньяҡ автономия етәкселеге араһында тигеҙ бүленергә тейеш була. Был көсөргәнешле хәлде бер аҙ йомшарта. Әммә 2005 йылдың 30 июлендә Гаранг вертолет ҡолауы арҡаһында һәләк була, һәм хәл яңынан киҫкенләшә башлай. Низағты көйләү өсөн 2007 йылдың сентябрендә Көньяҡ Суданға Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль секретары Пан Ги Мун килә[7]. Халыҡ-ара берләшмә низағ зонаһына тыныслыҡ урынлаштырыу һәм гуманитар көстәр индерә. 6 йыл дауамында көньяҡ властары үҙ территорияһын ярайһы уҡ тулы һәм һөҙөмтәле контролдә тотоуҙы ойоштора. Бөтә баһалар буйынса, ғәрәп булмаған төбәктең үҙ аллы йәшәү һәләте һәм теләге шик тыуҙырмай. 2010 йылдың июнендә Америка Ҡушма Штаттары референдум ыңғай тамамланған осраҡта яңы дәүләт барлыҡҡа килеүен хуплаясағын иғлан итә. Референдум алдынан, 2011 йылдың 4 ғинуарында, Судан президенты Ғүмәр әл-Башир Көньяҡ Судандың баш ҡалаһы Джубаға сәфәре барышында плебисциттың барлыҡ йомғаҡтарын танырға һүҙ бирә. Хатта, әгәр референдумда көньяҡтар бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирһә, яңы дәүләт барлыҡҡа килеү уңайынан рәсми тантаналарҙа ҡатнашырға әҙер булыуын белдерә. Бынан тыш, ул ике ил араһында хәрәкәт итеү азатлығы вәғәҙә итә, көньяҡтарға хәүефһеҙ һәм тотороҡло дәүләт төҙөргә ярҙам итергә, шулай уҡ, әгәр Көньяҡ бойондороҡһоҙлоҡ алһа, Европа берлеге кеүек ике дәүләттең тиң хоҡуҡлы берлеген ойошторорға тәҡдим итә[8]. Референдумдың ыңғай һөҙөмтәһе һөҙөмтәһендә 2011 йылдың 9 июлендә яңы дәүләт иғлан ителә.

2011 йылғы референдум

үҙгәртергә
 
Судандың бәхәсле региондары и территориялары :     Көньяҡ Судан (2011 йылғы референдумда ҡатнаша).      Район Абьей (2011 йылғы референдумда ҡатнашырға уйлай).      Көньяҡ Кордофан и Зәңгәр Нил («Бөтә халыҡтан һорау алыу»ҙа ҡатнашыусылар).

2011 йылдың 9 ғинуарынан 15 ғинуарына тиклем Көньяҡ Суданда Судандан бойондороҡһоҙлоҡ тураһында референдум үткәрелә[9]. Бынан тыш, Абьей ҡалаһы янындағы райондарҙа Көньяҡ Судан составына инеү мәсьәләһе буйынса референдум үткәрелергә тейеш була, әммә ул кисектерелә[10].

2009 йылдың 22 декабрендә Судан парламенты 2011 йылда референдум үткәреү ҡағиҙәләрен билдәләгән законды раҫлай. 2010 йылдың 27 майында Судан Президенты Ғүмәр әл-Башир билдәләнгән ваҡытҡа, 2011 йылдың ғинуарында, Көньяҡ Судандың үҙбилдәләнеше буйынса референдум үткәрергә һүҙ бирә[11]. БМО-ның үҫеш программаһы һәм башҡа халыҡ-ара ойошмалар хеҙмәткәрҙәре референдумға әҙерлектә әүҙем ҡатнаша, шул иҫәптән финанс ярҙам күрһәтә[12]. Референдумдың рәсми һөҙөмтәләре 7 февралдә иғлан ителә, уға ярашлы, Көньяҡ Суданды айырыу өсөн 98,83 процент ыңғай тауыш бирелә. Яңы дәүләттең рәсми иғлан ителеүе 2011 йылдың 9 июлендә була, ошо датаға тиклем Судан берҙәм дәүләт булараҡ йәшәүен дауам итә[13].

Бойондороҡһоҙлоҡ осоро

үҙгәртергә

Халыҡ-ара танылыу алғанға тиклем, 2011 йылдың майында, Көньяҡ Судан менән Судан араһында Көньяҡ Кордофандың бәхәсле зонаһында ҡораллы низағ башлана һәм авгусҡа тиклем дауам итә.

2011 йылдың йәйендә милли валюта — Көньяҡ Судан фунты индерелә.

2012 йылдың март-апрель айҙарында Хеглигта Көньяҡ Судан менән Судан араһында ҡораллы низағ була.

2012 йылдың 18 апрелендә Көньяҡ Судан Халыҡ-ара валюта фонды һәм Бөтә донъя банкы ағзаһы була.

Яңы баш ҡала Рамселде, шулай уҡ тағы бер нисә яңы ҡаланы төҙөү һәм булғандарының ҡайһы берҙәрен тамырынан реконструкциялау күҙаллана.

Илдә низағтар һәм ихтилалдар дауам итә.

2013 йылдың декабрендә Көньяҡ Суданда яңы күләмле ҡораллы низағ башлана[14], ул граждандар һуғышына әүерелә.

2014 йылдың апрелендә Көнсығыш Африка берләшмәһенең саммиты Көньяҡ Судандың интеграция блогына ингән алтынсы ил булараҡ рәсми рәүештә инеүе тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш була[15], әммә Көньяҡ Судан үҙе был мәсьәләне эске сәбәптәр буйынса кисектереүҙе һорай (илдә граждандар һуғышы бара). 2016 йылдың мартында Көньяҡ Судан тулыһынса саммитҡа ҡабул ителә[16].

2015 йылдың 3 мартында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек советы 2206 (2015) резолюция ҡабул итә һәм аяуһыҙ граждандар һуғышы дауам итеүе арҡаһында Көньяҡ Суданға ҡаршы санкциялар индерә.

2017 йылда илдә ҙур аслыҡ була.

2020 йылда тамамланған һуғыш йомғаҡтары буйынса ике төп халыҡ вәкилдәренән коалицион хөкүмәт ойошторола. Илдең административ ҡоролошо үҙгәрҙе: өс административ районды өҫтәп, 10 штат кире ҡайтарыла.

Географияһы

үҙгәртергә

Төбәктә ҡоролоҡ осоро оҙаҡҡа һуҙылмай һәм ҡышҡы айҙарҙа ғына дауам итә (төньяҡта ул оҙағыраҡ дауам итә, шулай ҙа йылдың кәмерәк өлөшө дауам итә). Йыллыҡ яуым-төшөм төньяҡта 700 мм-ҙан алып көньяҡ-көнбайышта яҡынса 1400 мм-ға тиклем тәшкил итә. Бөтә Көньяҡ Судан ике өлөшкә бүленгән урмандар менән ҡапланған. Был көньяҡта муссонлы (тропик) урмандар, ә көньяҡта экваториаль урмандар, йәғни муссонлы (95 %) һәм экваториаль (5 %).

Административ бүленеше

үҙгәртергә

2020 йылда Көньяҡ Судан 12 провинциянан торған 79 округҡа бүленә — 10 штат һәм 2 административ округ[17]. Штаттарҙы (ингл. state — «штат») губернаторҙар, ә административ райондарға баш администраторҙар етәкселек итә. Округтар паямдарға һәм бомдарға бүленә.

Илдә 3 тарихи өлкә бар: Бахр әл-Ғәзал (төньяҡ-көнбайыш провинциялар), Оло Үрге Нил (төньяҡ-көнсығыш провинциялар), Экватория (көньяҡ провинциялар).

Бәхәсле статуслы территориялар

үҙгәртергә
 
Көньяҡ Судан халҡының 2020 йылға йәше-енес пирамидаһы

Көньяҡ Судан халҡы төрлө сығанаҡтар буйынса 7,5[18] 13 млн кешегә тиклем тәшкил итә[19]. 2008 йылда судан халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Көньяҡ халҡы 8 260 490 кеше тәшкил итә.[20], әммә Көньяҡ Сунан властары был һөҙөмтәләрҙе танымай, сөнки Хартумдағы үҙәк статистика бюроһы уларға үҙҙәренең эшкәртеүе һәм баһаһы өсөн төбәк буйынса тәүге мәғлүмәттәрҙе биреүҙән баш тарта[21].

Көньяҡ Судан халҡының күбеһе негроид расаһына ҡарай. Халыҡтың төп төркөмөн нилот халҡы вәкилдәре тәшкил итә, уларҙың күбеһе — динка, нуэр, азанде, бари һәм шиллуктар.[22].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 South Sudan gets own Internet domain
  2. https://www.timeanddate.com/time/zone/south-sudan
  3. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2020f/africa
  4. Самая молодая страна мира сменила столицу. [[Россия-24|Вести.ру]] (4 сентябрь 2011). Дата обращения: 24 апрель 2016. Архивировано 31 август 2018 года.
  5. «РосБизнесКонсалтинг»: Южный Судан официально стал независимым государством. Архивировано 24 сентябрь 2015 года., 9 июля 2011 года
  6. Республика Южный Судан стала 193-м государством — членом ООН // Веб-сайт ООН. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 16 декабрь 2011 года.
  7. Генеральный секретарь ООН прибыл в Южный Судан. unic.ru (5 сентябрь 2007). Дата обращения: 23 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 27 июнь 2012 года. 2012 йыл 27 июнь архивланған.
  8. Юлия Троицкая. Президент Судана пообещал югу помощь в создании государства. «РИА Новости» (4 ғинуар 2011). Дата обращения: 2011-1-6. Архивировано из оригинала 15 ғинуар 2011 года.
  9. Накануне референдума в Судане Пан Ги Мун призвал обеспечить справедливое и свободное волеизъявление. Центр новостей ООН (7 ғинуар 2011). Дата обращения: 2011-1-8. Архивировано 3 март 2012 года.
  10. Юлия Троицкая. Президент Судана предложил в случае отделения Юга создать объединение. «РИА Новости» (8 ғинуар 2011). Дата обращения: 2011-1-8. Архивировано из оригинала 16 ғинуар 2011 года.
  11. Президент Судана обязался в срок провести референдум по отделению юга. «РИА Новости» (27 май 2010). Дата обращения: 14 август 2010. Архивировано из оригинала 21 ноябрь 2010 года.
  12. В Судан доставили бюллетени для референдума, по итогам которого в Африке может появиться новое государство. korrespondent.net (со ссылкой на CNN) (29 декабрь 2010). Дата обращения: 29 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 1 ғинуар 2011 года.
  13. Юлия Троицкая. Судан останется единым до июля, независимо от итогов референдума. «РИА Новости» (17 ғинуар 2011). Дата обращения: 2011-1-18. Архивировано из оригинала 27 ғинуар 2011 года.
  14. Маргелов: стороны конфликта в Южном Судане должны договориться. РИА Новости (25 декабрь 2012). Дата обращения: 13 ғинуар 2014. Архивировано 26 декабрь 2013 года.
  15. EAC to decide on S. Sudan admission by April 2014. Sudan Tribune (инг.)баш. (5 декабрь 2013). Дата обращения: 8 март 2014. Архивировано 8 март 2014 года. 2014 йыл 8 март архивланған.
  16. «South Sudan admitted into EAC», Daily Nation, 2 March 2016, reprinted at nation.co.ke, accessed 4 March 2016. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 18 май 2017 года.
  17. PaanLuel Wël. President Kiir Reinstates 10 States, 79 Counties and Fires all 32 State Governors in South Sudan (билдәһеҙ). PaanLuel Wël Media Ltd - South Sudan (15 февраль 2020). Дата обращения: 10 апрель 2022.
  18. UNFPA Southern SUDAN (ингл.). sudan.unfpa.org. Дата обращения: 2011-1-1. Архивировано из оригинала 10 сентябрь 2007 года. 2011 йыл 3 ғинуар архивланған.
  19. Sudan census committee say population is at 39 (ингл.). sudantribune.com (27 апрель 2009). Дата обращения: 2011-1-1. Архивировано из оригинала 23 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 23 ноябрь архивланған.
  20. Discontent over Sudan census (ингл.) (недоступная ссылка — история). news24.com (21 май 2009). Дата обращения: 2011-1-1. Архивировано 3 март 2012 года. 2012 йыл 7 март архивланған.
  21. Isaac Vuni. South Sudan parliament throw outs census results (ингл.). sudantribune.com (8 июль 2009). Дата обращения: 2011-1-1. Архивировано из оригинала 15 февраль 2011 года. 2011 йыл 15 февраль архивланған.
  22. Sudan: One country or two? (ингл.). bbc.co.uk (4 ғинуар 2011). Дата обращения: 2011-1-16. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2011 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә