Эрзянь Мастор (гәзит)

Эрзә гәзите
(Эрзянь Мастор битенән йүнәлтелде)

«Эрзянь Мастор» (рус. «Страна Эрзян») — Саранскиҙа нәшер ителгән бойондороҡһоҙ ижтимағи-сәйәси гәзит. Баҫма эрзә һәм рус телдәрендә донъя күрә.

Эрзянь Мастор
Нигеҙләү датаһы сентябрь 1994
Рәсем
Атамаһы Эрзянь Мастор
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мордовия Республикаһы һәм Саранск
Мөхәррир Александр Маркович Шаронов, Маризь Кемаль, Четвергов Евгений Владимирович һәм Ларина, Татьяна Ивановна[d]
Әҫәрҙең теле Эрзя теле һәм урыҫ теле
Рәсми сайт erzia.saransk.ru
Лицензия 🅭🅯 4.0[d][1]
Һаны 2000
 Эрзянь Мастор Викимилектә

Ойошторолоу тарихы

үҙгәртергә

Гәзитте 1994 йылдың 20 сентябрендә Мордовия Республикаһының Рябов Анатолий Павлович исемендәге эрзя телен һаҡлау йәмәғәт фонды (фондтың тәүге исеме) ойоштора. Беренсе мөхәррире — Н. П. Огарёв исемендәге Мордва дәүләт университеты доценты Шаронов Александр Маркович. Гәзиттең ике һаны сыҡҡас, «Чилисема» балалар журналының яуаплы сәркәтибе, шағир Маризь Кемаль мөхәррир итеп тәғәйләнә. Уның етәкселеге аҫтында журналдың тағы бер һаны баҫылып сыға.

1994 йылдың декабренән хәҙерге көнгә тиклем «Эрзянь Мастор» гәзитенең баш мөхәррире булып Четвергов Евгений Владимирович (псевдонимы Нуянь Видяз) эшләй. Ул — яҙыусы һәм агроном-ғалим, 1968—1996 йылдарҙа Н. П. Огарёв исемендәге Мордва дәүләт университетында уҡыта, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент.

Мәҡәләләр тематикаһы

үҙгәртергә

Гәзит мәҡәләләренең тематикаһы: эрзян теле һәм әҙәбиәтен һаҡлап алып ҡалыу проблемалары, фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәтен, милли сәйәсәтен, тарихын һәм динен яҡтыртыуҙан тора. Гәзит уҡыусыларының күпселеге тарихи тыуған ерҙәренән айырылып, алыҫ диаспораларҙа йәшәгәнлектән, «Эрзянь Мастор» Мордва Республикаһында һәм эрзәндәрҙең компактлы урынлашҡан ерҙәрендә булған хәл-ваҡиғалар тураһында яңы мәғлүмәттәр менән бүлешә. Бынан башҡа, гәзит материалдарында эрзян һәм моҡшан телдәренең торошо, уларҙы һаҡлап алып ҡалыу алымдары һәм ошо халыҡтарҙы милли идентификациялау тураһындағы мәғлүмәттәр сағыла.

Корреспонденттар һәм хеҙмәттәшлек

үҙгәртергә

Гәзит редакцияһы үҙ хәбәрселәре бөтә илдә лә эшләй. Беренсе һанынан Түбәнге Новгорд өлкәһендәге Лукояновтан Аношонь Тумай (Николай Аношкин), Маризь Кемаль (Раиса Кемайкина), Раиса Щанскиналар (Саранск) баҫманың идея йүнәлешен билдәләнеләр. Тиҙҙән «Эрзянь Мастор»ҙа Киевтың Украина милли фәндәр академияһының ағза-корресподенты доктор-филолог Ткаченко Орест Борисовичтың «Алыҫтағы дуҫтың хаттары» баҫылып сыға. Уның артынса, тағы бер Киев кешеһе Ожомасонь Кирдя (Ростислав Мартинюк) баҫманың әһәмиәтен билдәләй. «Эрзянь Мастор»ҙа Мәскәү дипломаты, халыҡ-ара журналист Алексей Лежиковтың да мәҡәләләре баҫтырыла. Һуңғараҡ, Н. П. Огарёв исемендәге МДУ доценты, Мордовияның билдәле фоторәссамы һәм шағиры Ревизов Николай Егорович гәзиттә әүҙем яҙыша башлай.

Мурманск өлкәһендә моряк булып хеҙмәт итеүсе һәүәҫкәр шағир һәм Һамар эрзяны Эрюш Вежай (Борис Ерюшов) гәзиткә бик ҙур мәғлүмәти ярҙам күрһәтә. Мәскәүҙын филология фәндәре кандидаты Мария Биушкина ла бында йыш ҡына үҙ хеҙмәттәре нигеҙендә әҙерләнгән мәҡәләләр баҫтыра. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Тимофей Тимин редакция менән тығыҙ бәйләнеш тота.

Калаганонь Керяз (Петр Рябов), Константин Прокаев, Алексей Куприянов (Пенза), Һамарҙан Дригань Толай (Анатолий Осипов) , Түбәнге Новгородтан Михаил Безаев һәм Терушань Сергу, Петр Еказаков, Григорий Батаев, Татьяна Ковалёва (Саранск), Александр Трифоновтар ҙа (Мәскәү) гәзиттә ижад емештәрен баҫтыра.

«Эрзянь Мастор» (Марий Эл, Коми Республикаһы, Удмуртия, Ханты-Манси автономиялы округы — Югра, шулай уҡ Эстония, Финляндия һәм Венгрия йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Тиражы һәм таралыш региондары

үҙгәртергә

«Эрзянь Мастор» 1999 йылдың ғинуарынан башлап А3 форматында дүрт биттә айына ике тапҡыр сыға. Гәзиткә яҙылыусылар һаны йылдан-йыл даими үҙгәреп тора. Тиражы 6000 данаға ла барып етә[2]. Һуңғы йылдарҙа уның тиражы — ике мең тирәһе. Былар гәзитте уҡыусыға еткереүҙең финанс мөмкинлектәренә һәм алымдарына туранан-тура бәйле. Гәзит Рәсәй территорияһында, эрзян халҡы компактлы йәшәгән түбәндәге төбөктәрҙә «матбуғатҡа социаль селтәрҙәр аша яҙылыу» юлы менән таратыла:

Гәзитте финанслау

үҙгәртергә

«Эрзянь Мастор» гәзите йәмәғәт башланғысында нәшер ителгәнлектән, матди ярҙамға мохтаж. Республиканың милли мәсьәләләренә ҡарата оппозицион тәнҡите өсөн, баҫма Мордовия власть органдары тарафынан финансланмай.

Гәзит эшмәкәрлеген суд аша туҡтатырға ынтылыуҙар

үҙгәртергә

Юғары суд һәм Мордовия Республикаһының тәфтишсеһе 2007 йылдың 23 июлендә «Эрзянь Мастор» гәзитенең эшмәкәрлеген туҡтатыу буйынса ғариза биргән. Тәфтишсенең «баҫылған материалдарҙа экстремизм факттары һәм билдәләре бар» тигән фекере гәзит эшен туҡтатыуҙа төп дәлиле итеп күрһәтелә.

Судта дүғәүәләшеү 2 йыл дауам итә, ошо ваҡыт эсендә ирекле эксперттар: МР Хөкүмәте ГУ НИИ Гуманитар институтының филология факультеты Н. И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты, шулай уҡ Ҡазан дәүләт университеты белгестәре менән бер нисә лингвистик экспретиза үткәрәләр. Панфин-уғыр активистары һәм матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Президенты Путин Владимир Владимировичҡа «Эрзянь Мастор»ҙы юҡҡа сығарыуҙы туҡтатыу"ҙы һорап асыҡ хат яҙа[3]. Хатҡа меңдән ашыу кеше ҡул ҡуя.

2009 йылдың 25 авгусында Рәсәй Федерацияһының Юғары Суды менән был эштә һуңғы нөктә ҡуйыла. Судья Кнышев В. П. рәйеслегендә, Мордовия Республикаһы прокурорының ғаризаһын ҡарап, уны ҡәнәғәтләндермәй. Мордовия Республикаһы Юғары Судының 2009 йыл 30 июнь гәзиттә экстримизм йүнәлешле баҫмалар булмауы тураһындағы сығарған ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдыра[4].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://ru.wikinews.org/wiki/Газета_«Эрзянь_Мастор»_перешла_на_свободную_лицензию
  2. Мордовия: тыуған яҡтың быуат йылъяҙмаһы / [ төҙ.: Ю. А. Мишанин, А. Ф. Столяров]. — Саранск, 2006. —280 б. — Мордовия ваҡытлы баҫмһының 100 йыллығына ҡарата
  3. РФ Президентына фин-уғыр журналистарынан асыҡ хат
  4. Определение Верховного суда(недоступная ссылка)