Шәмсетдин  — төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Шәмсетдин — «шәм» (ҡояш) һәм «дин» һүҙҙәрен ҡушып яһалған мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Шәмсетдин Зәки (ысын исеме — Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы Ғөбәйҙуллин; 18221865) — башҡорт мәғрифәтсеһе, философ, шағир, дин белгесе.

Фамилиялар

үҙгәртергә

Шәмсетдинова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы (24 октябрь 1961 йыл) — башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары һәм Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы отличнигы.

Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (1 июль 1955 йыл) — композитор. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы, 2002 йылдан АҠШ-тың Вашингтон штаты Композиторҙар союзы ағзаһы. Философия фәндәре кандидаты (2001). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).

Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы (2 сентябрь 1927 йыл — 30 август 1971 йыл) — бейеүсе. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1955).

Шәмсетдинов Яҡуп Мөхәммәт улы (14 март 1924 йыл — ?) — нефтсе.

Шәмсетдинов Рәшит Мәһәҙей улы рус. Шамсутдинов Рашид Магадиевич), (1 март 1951 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Топонимдарҙа

үҙгәртергә

Шәмсетдин (рус. Шамсутдин) — Башҡортостандың Бөрө районындағы ауыл.

Шәмсетдин (күл) — Ағиҙел йылғаһының һул яҡ яры туғайындағы иҫке үҙәнендә, Бөрө районының төньяғында, район үҙәге Бөрө ҡалаһынан көнбайышыраҡ 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан күл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ