Шәмсетдин[4][1] (Шәмсетдин анропонимынан[5]; Шамшагин[3]) — күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ағиҙел йылғаһының һул яҡ яры туғайындағы иҫке үҙәне (старица)[3], Башҡортостандағы Бөрө районының төньяғында[4], район үҙәге Бөрө ҡалаһынан[2] көнбайышыраҡ 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күсәкәй ауыл советы һәм Бөрө ҡалаһы биләмәһенә инә[6].

Озеро
Шәмсетдин
Морфометрия
Абсолют бейеклеге75[1] м
Үлсәме8,3[2] × 150—400[2] км
Майҙаны1,52[3] км²
Иң тәрән урыны11,8[2] м
Уртаса тәрәнләк6—7[2] м
Урынлашыуы
55°25′29″ с. ш. 55°27′58″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Бөрө районы
Идентификаторы
Код в ГВР: 10010201611111100006285
Рәсәй
Точка
Шәмсетдин
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Шәмсетдин
 Шәмсетдин Викимилектә

Дөйөм характеристикаһы үҙгәртергә

Күлдең оҙонлоғо 8,3 км тәшкил итә, киңлеге төрлө урындарында 150 метрҙан 400 метрға тиклем төрләнә, уртаса тәрәнлеге 6—7 м, максималь — 11,8 м. Күл оҙонса тулҡын формалы, көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған. Ташҡын ваҡытында Ағиҙелгә төньяҡ ярҙағы протока аша һыу ағып төшә, шулай уҡ көньяҡ ярҙағы протока аша Баҡакүлдән даими һыу килеп тора[1][2]. Шәмсетдин күле янында бик күп башҡа ваҡ күлдәр бар (Баҡакүл, Подворное, Оло Баҡакүл һ. б.)[1]. Күл тирәһендә ҡарама — имән урмандары, ереклек һәм туғайҙар таралған[1]. Күлдә балыҡтарҙың 20 төрө һәм төрлө йөҙгөс ҡоштар йәшәй[2].

Һаҡлау үҙгәртергә

1965 йылдың 17 авгусынан Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Һаҡлаулы тәбиғәт биләмәһе 320 га тәшкил итә[2].

Һаҡлау объекттары:

• Үҫемлектәрҙең һирәк осрай торған төрҙәре (кесе томбойоҡ, һары ирис[2], ябай гетеропедия (ылымыҡ) һ. б.) һәм Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән хайуандар (мөншөгөр, балыҡсы ҡарсыға, аҡ ҡойроҡло орлан һ. б.).

Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре (ООПТ) тәғәйенләнеше:

• Бөтә тәбиғәт клмплексын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу.

• Рекреацион тәғәйенлеше[7].

2007 йылда көнбайыш ярының һәйбәт күренгән морононда (УГАЭС «Ивушка» ял базаһы тулыһынса биләгән ерҙәр) боронғо ултыраҡ эҙҙәре асыла. Ултыраҡҡа «Шәмсетдин — 1» исеме һәм археологик ҡомартҡыһы статусы[6].

Әһәмиәте үҙгәртергә

Фәнни, рекреацион, эстетик һәм тәбиғәтте һаҡлау әһәмиәтендәге матур күл. Күл буйында ошо уҡ исемле ял йорто һәм бер нисә дауалау-һауыҡтырыу учреждениелары урынлашҡан (2007 йылдың 10 сентябренә тиклем ВЦСПС-тың Ял йорто ауылы тип исемләнә) . Бөрө ҡалаһында йәшәүселәрҙең популяр ял итеү һәм һәүәҫкәр балыҡ тотоу урыны[1][2].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Карта бите N-40-015-Г. Масштаб: 1 : 50 000. Издание 2001 г.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 Ҡалып:Oopt.aari.ru
  3. 3,0 3,1 3,2 «Шамшадин» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. 4,0 4,1 Реестр наименований географических объектов на территорию Республики Башкортостан по состоянию на 04.03.2016. rosreestr.ru. Дата обращения: 2016-4-26. 2014 йыл 26 декабрь архивланған.
  5. Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. и др. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. Уфа, 2005.
  6. 6,0 6,1 Архитектура: «Генеральный план» и «Генеральные планы сельских поселений муниципального района Бирский район Республики Башкортостан». admbirsk.ru. — Официальный сайт Бирского района. Дата обращения: 2016-4-26. 2016 йыл 8 май архивланған.
  7. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; autogenerated1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Газета «Выбор» № 118—119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».