Шәмсетдинов Рәшит Мәһәҙей улы
Шәмсетдинов Рәшит Мәһәҙи улы (рус. Шамсутдинов Рашид Магадиевич; (1 март 1951 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте - башҡорт [1]
Шәмсетдинов Рәшит Мәһәҙей улы | |
Тыуған көнө | 1 март 1951 (73 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Ҡармыш, Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәРәшит Мәһәҙи улы Шәмсетдинов 1951 йылдың 1 мартында БАССР-ҙың Әлшәй районы Ҡармыш ауылында тыуған.
1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Хеҙмәт биографияһы ауыл хужалығы менән бәйләнгән.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Әлшәй районының "Победа" колхозында баш ветеринар врач булып эшләүҙән башлай.
1981-1992 йылдарҙа ошо уҡ хужалыҡтың рәйесе булып эшләй.
1992 йылдан Әлшәй районында ауыл хужалығы продукттарын әҙерләү һәм сифаты буйынса баш дәүләт инспекторы вазифаһын башҡара[2].
1990 Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы, тарихи 12-се саҡырылышына Әлшәй районы 152-се Әбдәрәшит һайлау округы буйынса халыҡ депутаты итеп һайлана.
2004 йылдан - Әлшәй районы Ҡармыш ауылында крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. Был хужалыҡ башлыса ауыл хужалығы проукттары етештереү, һунарсылыҡ һәм ошо йүнәлештәрҙә хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнә. Шулай уҡ малсылыҡ менән бер рәттән үҫемлекселек тә уларҙың эшмәкәрлегенә инә [3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 27
- ↑ Глава крестьянского (фермерского) хозяйства ШАМСУТДИНОВ РАШИТ МАГАДИЕВИЧ(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5