Шеңжан (Көнсығыш Төркөстан) тарихы

Хәҙерге көндә ҠХР-ҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы
Шеңжан тарихы
 Шеңжан Викимилектә

Иртә тарихы

үҙгәртергә

Төбәк территорияһында энеолит керамикаһы (б. э. т. VI меңйыллыҡ) табылыуы был ерҙә йәшәгән халыҡтың Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш менән тығыҙ бәйләнешен күрһәтә.

Бронза быуатында (б. э. т. III меңйыллыҡ) төбәк биләмәләренә көнбайыштан Афанасьев мәҙәниәтлеарий малсылыҡ ҡәбиләләре үтеп инә. Улар ата-бабаларын ҡурғандарға (Тарим мумиялары, Черчен кешеһе) ерләнгән. Уларҙың вариҫтары антик авторҙарға тохарҙар, ә ҡытайҙарға — юэчжи булараҡ билдәле булған. Улар Ҡашғар, Турфан һәм Хотан ҡалаларын төҙөгән. Тохарҙарҙан көнсығышҡа табан (Ганьсу) үсүндәр йәшәгән.

Һун империяһы (б. э. т. 209—155 й.)

үҙгәртергә

Б. э. т. II быуатта Модэ етәкселегендә көнсығыштан килгән һунну армиялары тохарҙарҙы өлөшләтә яулап алған, өлөшләтә көнсығыш армия менән Урта Азияға ҡыҫырыҡлап сығарған. Бер нисә тиҫтә йыл үтеүгә һундарҙың һөжүме кире ҡағылған, ә тохарҙар ҡытайҙарға Бөйөк ебәк юлын асыуҙа ярҙам күрһәткән. Б. э. т. I быуатҡа тохарҙар буддизмды[1] ҡабул итә. Тохар теле Көнсығыш Төркөстандың оазистарында VIII быуатҡа тиклем һаҡланған.

Ҡытай составына беренсе инеүҙәре

үҙгәртергә
 
Бань Чаоның көнбайыш крайын яулау

I быуат аҙағында Бань Чао хәҙерге шеңжан биләмәләрен баҫып ала һәм үҙенең Хань ҡытай империяһына ҡуша. Империяла төбәк менән идара итеү өсөн административ структуралар булдырыла, һәм улар, Хань империяһы һәләк булғандан һуң да, уның вариҫы булып ҡалған дәүләттәрҙә лә, эшләүен дауам иткән.

Сяньби империяһы (93-224)

үҙгәртергә

93 йылда Их-Баян эргәһендәге алышта ханьлылар, сяньби, динлин һәм чешистар коалицияһы һуннуларҙы ҡыйрата, бынан һуң Сяньбиҙар һун ерҙәрен биләй, ә һундарҙың күпмелер өлөшө сяньби составына үтеп инә. II быуат уртаһында юлбашсы Таньшихуай сяньби-монголдарҙы берләштерә, ә 155 йылда һуннуларға шундай һөжүм яһай, һунну этносы дүрт тармаҡҡа тарҡала. Шеңжандағы элекке һунну ерҙәре сяньби контроле аҫтына күсә. III быуат уртаһында сяньби державаһы тарҡала.

Жужань ҡағанаты (330—555)

үҙгәртергә

234 йылда Сяньби империяһы бер нисә өлөшкә бүлгеләнгән, әммә Нирун-монголдар (Жужань ҡағанаты, Нирун ҡағанаты) Сяньби империяһының бөтә территорияһын тиерлек биләгән, ә сяньби телле Тобаслылар ҡытай йылғаһы Янцзыға тиклемге ерҙәрҙе баҫып алған. Нирундың көнбайыш сиктәре Балхаш күленә тиклем һуҙылған була һәм эфталиттар Нирун ҡағанатының вассалы булып китә.[2]

Төрки ҡағанаты (552—745)

үҙгәртергә

Төрки ҡағанат Бөйөк Даланың Европанан алып Ҡытайға тиклем иҫ киткес киң территорияларына тиклем үҙенең власын таратҡан. Тап ошо осорҙа Шеңжандың төркиләшеү процесы башлана. 603 йылда Төрки ҡағанат көнбайыш һәм көнсығыш өлөшкә (Көнсығыш-төрки ҡағанат) тарҡалған, һәм был төбәктең — Көнсығыш Төркөстан тигән тарихи исеме оҙаҡ йылдарға алдан билдәләнгән.

Әммә төрки ҡәбиләләренең һөжүме урындағы мәҙәни традицияларҙың үҫешен тотҡарлай алмай. VI быуатта Турфандың тирә-яғында Мең Будда Мәмерйә Ҡорамдары төҙөлә башлай[3]

Тан империяһы составында

үҙгәртергә
 
Көнбайыш крайҙы Тан империяһының яулап алыуы

VII быуат уртаһында Шеңжан биләмәһе ҡытай Тан империяһы составына ингән, һәм VIII быуат уртаһына, Ань Лушань фетнәһе үҙәк Ҡытайға алыҫ гарнизондарҙан ғәскәр саҡырыу кәрәклегенә килтергәнгә тиклем, уның контроле аҫтында ҡалған.

Ҡытайҙарҙан монголдарға тиклем

үҙгәртергә

745 йылда Уйғыр ҡағанаты барлыҡҡа килгән, уның үҙәге хәҙерге Монголия биләмәләрендә урынлашҡан булған. IX быуат уртаһына ул көсһөҙләнә башлай. 840 йылда ҡағанатты йәнәсәй ҡырғыҙҙары тар-мар иткән. Уйғырҙар көньяҡҡа, көньяҡ-көнбайышҡа һәм көнбайышҡа ҡасып киткән. Көньяҡ-көнбайышҡа күсеүселәр хәҙерге ҡытай провинцияһы Ганьсу территорияһында Уйғыр Кянсуй (Ганьчжоу) дәүләте булдыра. Көнбайышҡа күсеп китеүселәр, тарихтан билдәле булыуынса, 500 йыл самаһы йәшәгән уйғыр будда дәүләтен (Уйғыр дәүләте Идикут) төҙөгән. Был илдең баш ҡалалары Koчо (Турфан) һәм Бешбалыҡ булған. Бынан тыш, урындағы ултыраҡ уйғырҙар яҡынса ошо уҡ ваҡытта башҡа төрки халыҡтары менән берлектә баш ҡалаһы Ҡашғарҙа урынлашҡан бик ҙур Ҡараханиҙар дәүләтен булдырған. Шулай итеп, I меңйыллыҡ аҙағында Тарим бассейнында һәм Жунгарияла раҫланып, төрки телле ҡәбилә союздарының береһе, уйғырҙар, төбәктең төп халҡына әйләнә.

XII быуат башында төньяҡ Ҡытай территорияһында урынлашҡан Ляо кидань империяһы ҡолатылғандан һуң, кидандарҙың бер өлөшө, ҡараханиҙарҙы тар-мар итеп, көнбайышҡа китә, һәм уларҙың биләмәләрендә Көнбайыш Ляо дәүләтен барлыҡҡа килтерә.

Монголдар осоро

үҙгәртергә
 
Яркенд ханлығы хакимдары кәшәнәһе (1514—1679)

Монгол империяһы составына ингән Уйғырстан (Идикуттар Уйғыр дәүләте —үҙ теләге менән, ә Ҡараханиҙар Уйғыр дәүләте — хәрби интервенция юлы менән), ә XIII быуаттан, империяны Сыңғыҙхан вариҫтары үҙ-ара бүлешкәндән һуң, тулыһынса тиерлек икенсе улы улусына — Сығатайға эләгә. Тап шуға күрә иҫке уйғыр телен сығатай теле тип атайҙар. Илдең көнсығыш өлөшө генә — Турфан һәм Кумул Үгеҙәй— Сыңғыҙхандың Бөйөк хан тип иғлан ителгән өсөнсө улының улусына ингән.

 
Могулистан
 
XIV-XVII быуаттарҙа монгол дәүләттәре : Монгол ҡағанаты, Ойрат ханлығы һәм Могулистан

XIV быуат урталарында Сығатай улусынан Уйғырстан территорияһын ҡаплаған Моголдар дәүләте (Моголистан) бүленеп сыҡҡан. «Могол» һүҙе «монгол» һүҙенең этник вариҫы түгел, ә уның династия вариҫы була тиер кәрәк. Йәғни Моголистандың төп халҡы төрки телле халыҡ, дөрөҫөрәге, уйғырҙар булған, әммә уларҙың хакимдары үҙҙәрен монгол хандары нәҫеленән тип һанаған. Моголистандың баш ҡалаһы тип элекке Идикут Уйғыр дәүләтенең баш ҡалаһы булған Бешбалыҡ иғлан ителә.

XIV быуат ойраттар көньяҡҡа күсә һәм 1399 йылда Ойрат ханлығын булдыра. Ваҡытлыса Шенжандың төньяҡ өлөшөн юғалтһалар ҙа, уйғырҙар илдең көнсығышын, һуңғараҡ исламлашҡан Турфан һәм Кумулды, үҙҙәренә ҡайтара алғандар. «Әхмәттең өлкән улы — Мансур, атаһы үлгәндән һуң, Турфанда, Ҡарашәһәрҙә һә Кучала Уйғырстан хаким булып танылған».

XVI быуатта Уйғырстан яңы исемгә: Мәмләкәт- һәм Могулистан (Моголистан дәүләте) эйә була. Яркенд был дәүләттең баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

XVIXVII быуаттарҙа илдең сәйәси тормошо башлыса ислам дине руханиҙары — хожалар эшмәкәрлеге аша билдәләнеүе Уйғыр дәүләте үҙенсәлеге булып тора. Хожаларҙың ике ислам сектаһы — «аҡтауҙар» һәм «ҡаратауҙар» ике быуат дауамында Уйғырстанда йоғонтоло булыу көнсөл көрәш алып барған. XVII быуат аҙағында власҡа аҡтауҙар лидеры — Аппаҡ Хожа килә. Әммә оҙаҡҡа һуҙылған низағтар Уйғырстандың бөтә территорияһы жунғарҙар йоғонтоһо аҫтында ҡалырлыҡ уңайлы нигеҙ бирә. Уйғырстандан төньяҡта етерлек көскә эйә Жунғар ханлығы, көньяҡта — Жунғарҙарға буйһонған Моголия Уйғыр дәүләте булған.

Цинь дәүере

үҙгәртергә
 
Цин хәрби етәксеһе Жао Хуэй Яркендҡа (1758) уңышһыҙ һөжүм яһарға тырыша
 
Хара-Усеҙа уйғырҙар ҡамауға алған Жао Хуэй командалығындағы цин ғәскәре ҡамауҙы йырып сыға (1759)
 
Минь Жуй Йыһан хожаны тар-мар итә (1759)

XVII быуатта Мин ҡытай империяһын Цин империяһын барлыҡҡа килтереүсе маньжурҙар баҫып ала. XVII быуат аҙағында Көнсығыш Азия далаларында гегемония өсөн маньжурҙар һәм жунһарҙар араһында һуғыштар башлана. XVIII быуат уртаһында Жунғар ханлығы тулыһынса тар-мар ителә, ә уның территорияһын Цин империяһы баҫып ала[4][5].

Шеңжандың көньяҡ өлөшөнөң яҙмышы үҙ-ара низағтарҙы баҫҡынсылар оҫта файҙаланыуы арҡаһында алдан хәл ителгән була. Ойрат (жунғар) халҡы юҡ ителеп йә ҡасып бөткәнлектән, бөтә Шеңжан территорияһында ҡаршылыҡ күрһәтеү көстәре менән билдәле уйғыр дин әһеле — аҡтауҙар сектаһы лидеры — Аппаҡ Хожа вариҫтары — туғандар Борханеддин менән Хожа Йыһан етәкселек иткән. Әммә көрәш башланған осорҙан бирле уларға Яхъя Хожа етәкселегендә ҡаратауҙар ҡаршы торған.

Ағалы-энеле Борханеддин һәм Хожа Йыһан үҙҙәренең сәйәси дошмандарын юҡ итә, ләкин Уйғырстан халҡын тышҡы ҡурҡыныстан һаҡлап ҡалыр өсөн берләштерә алмай. Борханеддин һәм Хожа Йыһан Шенжанды маньчжур ғәскәре баҫып алғанда уҡ, тыуған ерҙәре ойраттарға буйһонғанын белһәләр ҙә, ойраттарға хәлдәренән килгәнсе ярҙам иткән. Улар маньчжур оккупацияһы — ойрат йоғонтоһона ҡарағанда күп тапҡыр ҡурҡынысыраҡ һәм хәүефлерәк икәнен аңлағандар. 1758 йылда Хожа Йыһан Батур хан исеме аҫтында үҙен Уйғырстан хакимы тип иғлан итә. Ҡайһы бер ҡалаларҙа артабан ҡытайҙар яғына күскән уйғыр милләтле сәйәси дошмандары булһа ла, дөйөм алғанда, ул хәл менән идара итә алған. Уйғырстандың көньяғына яҡынлашҡан маньчжур ғәскәрҙәр «Куча, Шаяр һәм Сайрам ҡалаларын баҫып ала. Аксу һәм Уч-Турфанда Чжао Хойға ошо ҡалаларҙы биргән урындағы бәктәр Борханеддин һәм Хожа Йыһанға ҡаршы сыға…» 1759 гйылдың август аҙағына Яркенд, Ҡашғар ҡалалары бирелә.

Шулай итеп, Борханеддин һәм Хожа Йыһандың Уйғырстан бойондороҡһоҙлоғон яҡлап ҡалыу ынтылыштары уңышһыҙ тамамлана. Тарҡалыштың төп сәбәбе уйғыр лидерҙары араһында берҙәмлек булмауҙа.

Маньчжур феодалдары Жунғарҙы һәм Көнсығыш Төркөстанды яулап алыуы һөҙөмтәһендә ике өлкә лә Цин империяһының колонияһына әүерелә һәм 1760 йылда яһалма рәүештә айырым хәрби-административ берәмек— Шеңжан империя наместниклығы итеп атала (Яңы сик, йәки Яңы территория).

Наместниклыҡ барлыҡҡа килгән 1760 йылда уҡ Ҡашғарҙа ҙур ихтилал тоҡана. Биш йылдан көньяҡта, Уч-Турфан халҡы, бер нисә ай дауамында ҡораллы көрәш алып барған. Ихтилал етәксеһе Рәхмәтулла була. Уйғыр халҡының сығыштарын баҫтырып, маньчжур-ҡытай оккупацион властары уйғыр халҡының бер өлөшөн көньяҡтан төньяҡҡа көсләп күсерә. Был акция ике маҡсатты эҙәрлекләй. Беренсенән, был әүҙем көрәшселәрҙе һөргөнгә оҙатыу булған. Икенсенән, миллиондан ашыу ойраттарҙы юҡ итеп, маньчжур-ҡытай властары уйғырҙар хеҙмәтен ҡулланып, төньяҡ Уйғырстанда урынлашҡан оккупацион армияһын хеҙмәтләндереү юлын эҙләгән. Нәҡ шул ваҡытта күсереп килтерелгән уйғырҙарҙы маньчжур һүҙе «таранчи», йәғни «һабансы» тип атағандар.

Уйғырҙарҙың бойондороҡһоҙлоҡ өсөн сығыштары даими булып тора. XVIII—XX быуаттарҙа 400 самаһы була. Шуныһы ҡыҙыҡ: азатлыҡ көрәшен «аҡтауҙар» ҙа, «ҡаратауҙар» сектаһы вәкилдәре лә етәкләй. Ҙур, «хожалар ихтилалы» тип аталған ихтилалдар XIX быуатта 1814 йылда Тилл-ҡарый, 1816 йылда Зияутдин, 1818 йылда Йыһангир хожа етәкселегендә тоҡана, һәм ул 18261828 йылдарҙа икенсе тапҡыр (Йыһангир хожа ихтилалы) ҡаршылыҡ күрһәтеү көстәре ойоштороуға өлгәшә. Уйғырстандың көньяғында мөһим стратегик пункттарҙы, Ҡашғарҙы, Яркендты, Хотанды, Янғиғисарҙы, яулап, Йыһангир хожа килергә тырыша, Аксу, Ҡарашар, Кучар, Уч-Турфанға һөжүм итергә тырыша, әммә һөҙөмтәһеҙ. Хәл иткес алышта еңелеп, Йыһангир хожа ҡулға алына, Пекинда язаға тарттырыла. Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, "Вэй Юань мәғлүмәте буйынса, уйғыр баш күтәреүселәрен маньчжур карателдәре аяуһыҙ ҡанһыҙлыҡ менән язалаған. Ул «Күпме дошман үлтерелде, 4 меңен тере тоттоҡ». Әммә Йыһангир хожа ихтилалы әһәмиәте бик тәьҫирле. Ч. Вәлиханов яҙыуынса, «Йыһангир ихтилалынан һуң азия халҡы алдында еңелмәҫ кеүек тойолған ҡытайҙарҙың көсһөҙ икәне күренде. Ҡашғар илһөйәрҙәренең Ватандарына азатлыҡ һәм үҙаллылыҡ яулау хаҡында яңы һәм көслө өмөтө уянды, рухы нығынды». Ике йылдан, 1830 йылда, Йыһангир хожаның ҡустыһы — Йософ хожа, яңы хәрәкәт ойоштороп, Коканд территорияһынан Уйғырстанға юллана. Ул Ҡашғарҙы һәм Янғиғисарҙы азат итә. Әммә артабан Йософ хожа Кокандҡа ҡайтырға мәжбүр була. 17 йыл үткәс, 1847 йылда билдәле уйғыр эшмәкәре Вәлихан Тура шулай уҡ Ҡашғарҙы һәм Янғиғисарҙы азат итә, әммә һөжүмйәйелдерә алмай.

1851 йылдың июлендә Рәсәй һәм Цинь империялары Кулжа килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, был ике илдең мөнәсәбәттәре һиҙелерлек яҡшырҙы, әммә уйғыр халҡы яҙмышында сағылманы. Һаман да иҙелеү дауам иткәнлектән, уйғыр хожалары 1855 йылда тағы ла Ҡашғарҙы алырға маташа. Һәм бындай ынтылыштар 1856—1857 йй. ла дауам итә.

1864 йылдың йәйендә Уйғырстандың үҙәгендә урынлашҡан Кучар халҡы күтәрелә. Илдең көньяғында, Ҡашғар, Яркенд, Хотанда, сыуалыштар булды. Ихтилал төньяҡҡа күсә, Илий крайына күсә, шулай итеп бөтә ил тиерлек ваҡиғалар солғанышында ҡала. Әммә, үҙ-ара ыҙғыш, берҙәм маҡсатты аңламау уңыштарҙы юҡҡа сығара. Ихтилалдың башланғыс осоронда, 1864 йылда, хәрәкәт лидеры тип Кучар хакимы— «ҡаратаулы» Рәшиддин таныла. Хан хожа титулын алғас, ул кисекмәҫтән ихтилал базаһы киңәйтеү сараһын күрә, һәм ниәтен тормошҡа ла ашыра. Әммә 1866 йылда «аҡтаулы» Бозроҡ хожа эмиграциянан Ҡашғарға ҡайтҡас, низағ яңыра. Шул уҡ ваҡытта 1866 йылда Алаһан үҙен Илий крайы солтаны тип иғлан итә. Һөҙөмтәлә Уйғырстан ваҡ биләмәләргә бүленгән.

Биш дәүләт булдырыла: Кучар ханлығы, Ҡашғар ханлығы, Хотан ислам дәүләте, Өрөмсө солтанаты, Илий солтанаты. Уйғыр сәйәси эшмәкәрҙәре илде берләштереү кәрәклеген аңлай, әммә шәхси амбициялары арҡаһында үҙ-ара килешә алмай. Кучарҙағы ихтилал етәксеһен — Рәшиддин хожаны (Хан хожа) ҡашғар эшмәкәрҙәре танымай, ә Ҡашғар хакимы — Бозроҡ хожа Уйғырстандың башҡа өлөштәре лидерҙары араһында абруй менән файҙаланмаған. Элегерәк Кокандтан килгән Ҡашғарҙың хәрби түрәләренең береһе Яҡуп бәк милләтте берләштереүсе ролен үҙ өҫтөнә ала. Армияны көсәйтеү буйынса саралар үткәреп, уның ярҙамында ҡайһы бер ыҡҡа килмәгән хожаларҙы алып ташлап сумел устранить, илде берләштерә алған. Уйғырстан биләмәләрендәге бөтә дәүләт ойошмалары образования Яҡуп бәк дәүләте составына ингән. Был дәүләт 1865 йылда иғлан ителә һәм Йеттишар (ете ҡала дәүләте) тип атала. Ул ғәмәлдә булғанда, Уйғырстан 13 йыл осорҙа бойондороҡһоҙ дәүләт була. 1870 йылда Яҡуп бәк Йеттишар дәүләтенә Өрөмсө солтанатын да ҡуша алған.

Илий (Таранчи) солтанатын 1871 йылда Рәсәй империяһы ғәскәрҙәре баҫып ала. Уйғырҙар һәм урыҫтарҙың хәрби бәрелештәре 1870 йылда башлана. «Хәрби хәрәкәттәр асыуға ҡызай ырыуы ҡаҙаҡтарының 1870 йыл аҙағында Кулжаға күсеүе сәбәп була. Кызайлыларҙың улус идарасыһы прапорщик Тазабектың 1871 йылдың апрелендә Кулжаға ҡасып китеүе һәм Илий солтанатының тәғәйенлән ваҡытта уны бирергә теләмәүе генерал мәжбүр Колпаковскийға сик буйы отрядтарын көсәйтеүгә һәм айырым отряд ебәрергә мәжбүр итә». Шенжандың Илий Крайын баҫып алғандан һуң, рәсәй ғәскәрҙәре унда ун йыл дауамында торған.

Шул уҡ ваҡытта Йеттишар дәүләте бойондороҡһоҙлоғон таныуға өлгәшергә тырыша, ләкин тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ була. Яҡуп бәктең сәйәсәте Уйғыр дәүләтенең өс ҡеүәтле күршеләре: Рәсәй, Британия һәм Цинь араһында лавированиеға нигеҙләнә. Әммә Рәсәй ҙә, Британия ла Йеттишар.дәүләтенең бойондороҡһоҙлоғон танымай. Шул арала Цин империяһы, хатта Яҡуп бәктең автономия ойоштороу тәҡдимен дә кире ҡағып, масштаблы хәрби хәрәкәттәрбашлай. 1877 йылда Яҡуп бәк ағыуланып үлтерелә, ә Уйғырстанды Цин империяһы ғәскәрҙәре ҡабат оккупациялай. Тыныс халыҡ араһында күпләп ҡулға алыуҙар һәм язалауҙар үткәрелә. Ҡытай ғәскәрҙәре командующийы генерал Цзо Цзунтан уйғыр халҡының йәлләде булараҡ тарихҡа инеп ҡала. Ливадий килешеүебуйынса 1879 йылда Рәсәй империяһы Илий крайын Цинь империяһына ҡайтарып бирергә тейеш була, 1881—1883 йылдарҙа рәсәй ғәскәрҙәре Шенжандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөнән сығарыла. 1884 йылда цинь хакимиәте Уйғырстанды яңынан Шеңжан тип атай, Өрөмсө ҡалаһы уның административ үҙәгенә әүерелә.

Шеңжан XX быуатта

үҙгәртергә

1911—1912 йылғы Ҡытай революцияһынан һуң, уйғырҙар Ҡарғалыкҡта, Яркендта, Хотанда баш күтәрә. 19121913 йылдарҙа Кумулда етди сығыштар булып үтә. Ихтилалды Тимер Хальпа етәкләй. Әммә тиҙ арала улар бөтөрөлә, ә Тимер Хальпа һәм Мөхитдин (Кумул ҡалаһы баш күтәреүселәренә ҡушылырға ниәт иткән Турфан ҡалаһы ихтилалсылары лидеры) үлтерелә.

Беренсе донъя һуғышы Шеңжанға ҡағылмаған кеүек булһа ла, иньцзян яҡтан урап, уның эҙемтәләре төбәккә ҙур йөк булып ята. 1916 йылда Шеңжанға Урта азия ихтилалы баҫтырылғандан һуң рәсәй Төркөстанынан ҡасаҡтар ағыла. Аҡтар хәрәкәте еңелгәндән һуң Шеңжанға күп һанлы аҡ гвардееецтар ҡасып килә.

Ике һуғыш аралығы осоронда Шеңжанға СССР ҙур йоғонто яһай. Был күпмелер дәрәжәлә Шеңжандың тышҡы сауҙаһы Рәсәйгә йүнәлтелеүе менән бәйле. Пекин властары ҡала властарының ризалығы менән 1920 йылда уҡ Шеңжан властары пекиндың ризалығы менән һөйләшеүҙәр Кулжаға совет сауҙа-дипломатик миссияһын саҡыра, улар барышында 1920 йылдың 27 майында ике яҡлы Илий килешеүе төҙөлә, һәм уның ҡарары буйынса Кулжала СУАР менән Совет Рәсәйе араһында сауҙа мәсьәләләрен көйләүсе агентлыҡ булдырыла. [6]

Был килешеүҙә сауҙа итеү өсөн Хоргос аша үткән берҙән-бер файҙаланыласаҡ һәм Илий округы территорияһында рус подданыйҙарының экстерриториаллек хоҡуғын юҡҡа сығарған. 1920 йылдар башында совет властары Шеңжандағы аҡ гвардиясылар үҙәген бөтөрә, һәм был эштә ҡытай властары байтаҡ ярҙам күрһәтә. Төбәктә төйәк тапҡан аҡтар лидерҙары (А. И. Дутов, Б. В. Анненков һәм Н. А. Денисов) юҡ ителә. Рәсәй армияһы һалдаттарының байтаҡ өлөшө амнистия буйынса ҡайтарылды. Шеңжан менән СССР араһында бик ҙур каруан сауҙаһы урын ала. 1920-се йылдарҙа Шеңжандан СССР-ға тире, йөн, йәнлек тиреһе, ебәк сеймалы, мамыҡ, сәй, тәмәке, аттар, мал-тыуар, кипкән емеш килтерелә, СССР-ҙан Шеңжанға шәкәр, шырпы, нефть продукттары, кизе-мамыҡ туҡымалар, еп, тимер һәм суйын әйберҙәр, һауыт-һаба һ. б. сығарыла. 1926 йылға инде ике яҡлы тауар әйләнеше 1913 йыл кимәленә етә, 1929 йылға 63,2 %-ҡа артыҡ була.

1930-сы йылдарҙа Шеңжан ғәмәлдә СССР-ҙан дотация алыу юлына күскән. 1933 йылдың авгусында үҙәк ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ултырышында Шеңжан иҡтисадын үҫтереү буйынса саралар тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шеңжан йылына 4 % менән һәм уны тауарҙар— алтын, ҡурғаш, ҡиммәтле тире, йөн һ. б. тапшырыу юлы менән түләү маҡсатында 5 млн алтын һумлыҡ заём ала. 1935 йылдың 17 июлендә төҙөлгән Өрөмсө совет-шеңжан килешеүенә ярашлы, СССР-ҙан төбәккә транспорт саралары ҡайтарыла. Башҡа килешеү (1935 йылдың 16 июле) юл төҙөлөшөн 2 400 316 алтын һум суммаһында финанслауҙы күҙ уңында тота. 1935 йылда ғына совет белгестәре Шеңжанда бер нисә: Өрөмсө— Хорос, Өрөмсө-Зәйсән, Өрөмсө — Бахты, Өрөмсө — Хами юлдары төҙөлә. 1930-сы йылдарҙа СССР-ҙың Шеңжанға ярҙамы комплекслы алып барыла. 1935 йылғы килешеү буйынса төбәккә ауыл хужалығын тергеҙеү өсөн кәрәкле машиналар, инвентарь, орлоҡ, тоҡомло мал килтерелә. Шулай уҡ лабораториялар, зоотехния пункттары йыһазландырыла, совет белгестәре командировкаға килә. 1930-сы йылдарҙа совет белгестәре төбәктең төрлө ҡалаларында сәнәғәт объекттар төҙөй. Тарихсы В. Г. Шматов фекере буйынса, асылда СССР 1930-сы йылдарҙа Шеңжандың тышҡы сауҙаһын монополләштергән була. Совет-шеңжан сауҙа әйләнеше тиҙ үҫкән. 1929 йылда ул 13,8 млн һум тәшкил итһә, 1936 йылда — 26,3 млн һум тәшкил иткән[7]. Хатта урындағы валюта курсына ла Советтар Союзы ярҙам итә. Урындағы ҡытай властары бер нисә тапҡыр Шеңжанды СССР-ға ҡушыу мәсьәләһен күтәргән[8].

Төбәктә СССР-ҙың йоғонтоһо 1930-сы йылдар башындағы уйғыр ихтилалын баҫтырырға ярҙам иткәндән һуң көсәйә. Уйғырҙарҙың ҙур ихтилалы 1931 йылда Уйғырстандың көнсығышында — Кумул.ҡалаһында башлана. Ихтилал етәкселәре Хожа Нияз Хажи һәм Юлбарыҫ Хан була. Был сығыш Уйғырстандың башҡа райондарына ла күсә. Турфанда ихтилалды сауҙагәр Мәҡсүдахун Мөхитов (күренекле уйғыр милли эшмәкәре) һәм уның ике ағай-энеһе етәкләй. Алтай округының төньяғында уйғырҙарға Шәриф хан етәкселегендә ҡаҙаҡтар, көньяҡта йәш кенәз Мәхәүән менән ҡарашар монголдары, шулай уҡ дунгандар (хуэйцзу) һәм ҡырғыҙҙар ҡушыла. Ихтилал ҡыҙыу темпта үҫешкән һәм етерлек уңышлы ла бара. Хакимлыҡ иткән режимға ҡаршы уртаҡ нәфрәт аша берләшкән Уйғырстандың ҡытай булмаған халыҡтары бер-береһенә ярҙам итеп, етерлек берҙәм сығыш яһай. 1933 й. яҙына милли хәрәкәттең төп һәм әйҙәүсе көсө булған уйғыр баш күтәреүселәре һәм башҡа милләт ихтилалсылары (ҡаҙаҡтар, монгол, дунгандар, ҡырғыҙҙар) территорияның яҡынса 90%-н контролдә тота.

1933 йылдың апрелендә хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Шенжан власына полковник Шэн Шицай килә, үҙен генерал (һуңғараҡ генерал-полковник) һәм губернатор итеп иғлан итә. Уйғырстан халыҡтарының милли-азатлыҡ хәрәкәте киҫкенлеген төшөрөр өсөн ул халыҡҡа бер нисә сәйәси һәм иҡтисад иреклеген вәғәҙәләүсе программаһын халыҡҡа сығара.

1933 йылдың йәйендә уйғырҙар лидеры Хожа Нияз Хажи һәм Шэн-Шицай был программа ҡабул итеү тураһында ғәмәлдә килешәләр. Бында уйғыр лидерҙарына асыҡтан-асыҡ баҫым яһаусы Советтар Союзының роле ҙур булған. Шуға ла ҡарамаҫтан,, һәм ул шулай тамамлана ихтилалға ҡушыла кем ҡаршы тора алмай. Атап әйткәндә, алдан тәҡдим ителгән сценарий менән Уйғырстандың көньяғы лидерҙары (Хотан һәм Ҡашғар) ризалашмай.

1933 йылдың йәйендә Сабит Дамулла һәм Мөхәммәт Әмин Буғра бойондороҡһоҙ Көнсығыш Төркөстан Ислам республикаһы (башта дәүләтте Уйғырстан Ислам Республикаһы тип атау фаразлана, әммә Уйғырстада йәшәгән ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәктәр һәм татарҙар милли төркөмдәрен иҫәпкә алып, дәүләт исемен үҙгәртергә булалар) тураһында иғлан итә. 1933 йылдың 12 ноябрендә Ҡашғарҙа халыҡҡа рәсми рәүештә Программа, Декларация, республика Конституцияһы еткерелә. Ситтән тороп ил Президенты итеп Хожа Нияз Хажи, ә премьер-министр итеп — Сабит Дамулла (был аҙым уйғыр лидерҙарының берҙәмлеген, тимәк, бөтә Уйғырстан территорияһының берҙәмлеген күрһәтергә тейеш булған). иғлан ителә. Милли ассамблея саҡырыла, Конституция ҡабул ителә, дәүләт символы — флаг (аҡ-зәңгәр фонда аҡ ярым ай менән йондоҙ) һәм милли валюта.барлыҡҡа килә.

1933 йылдың октябрендә Шэн Шицай хәрби һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе көйләү өсөн Мәскәүгә рәсми визит менән килә. 1934 йылдың декабрь айында ла килә. 1934 йылдың ғинуарында Шэн Шицай Апрес Г. А. менән бәйләнеш урынлаштыра һәм туранан-тура совет хәрби ярҙамына өлгәшә. Японияның көсәйеүен һәм эргәһендә генә мосолман дәүләте барлыҡҡа килеүен теләмәгән Советтар Союзы ҡыҙылармеецтарҙан төҙөлгән Ирекле Алтай армияһын (аҡ гвардиясылар формаһын кейгән ОГПУ-ның 13-сө Алма-Ата полкы, шулай уҡ ОГПУ-ның 10-сы Ташкент полкы) Шэн Шицайға ярҙамға ебәрә. Шеңжан губернаторы ҡушыуы буйынса, аҡ гвардия полковнигы барон Павел Папенгут, Шэн Шицай армияһының һуғышҡа иң яраҡлы подразделениеһы булған, бер кавалерия һәм ике пехота полкы ойоштора. Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл — кисәге дошмандар бер сафта һуғыша. ОГПУ агенттары Көнсығыш Төркөстан территорияһында иркенләп эшләй. Һуңыраҡ Шеңжан өсөн НКИД халыҡ комиссары урынбаҫары дәүләт именлеге генералы Владимир Деканозов «яуаплы» булған курировал. Ирекле Алтай армияһының артиллерияһы һәм авиацияһы, шулай уҡ, пулемёты[9] булған.

Шул уҡ ваҡытта Ма Чжуин етәкселегендәге дунгандар Ҡашғарҙы баҫып ала һәм бер көн эсендә 2 меңгә яҡын кешене ҡырып һала, һуңғараҡ мең ярым әсир ҡытай һалдаты атып үлтерелә. Өрөмсөнө баҫып алырға тырышҡанда, совет авиацияһы бомбаға тотҡанлыҡтан, Ма Чжуин ғәскәре тарала. 1935 йылда фетнә баҫтырыла.

Көнсығыш Төркөстан республикаһы бөтөрөлә. Премьер-министр Сабит Дамулла һәм ҡайһы бер министрҙары ҡулға алынып, Өрөмсөгә оҙатыла һәм шунда үлтерелә. Мөхәммәт Имин Буғра һәм Мәхмүт Мөхити кеүек ҡайһы бер лидерҙар Һиндостанға күскән. Һуңыраҡ Хожа Нияз отрядтары Ҡашғарҙы баҫып ала, әммә ислам республикаһын тергеҙеү тураһында һүҙ бармай. Ирекле Алтай армияһы Союзға әйләнеп ҡайта, ҡалған бер өлөшө инструктор сифатында тороп ҡала. Хожа Нияз губернаторы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Һуңғараҡ ул да репрессиялана.

1937 йылда яңы уйғыр ихтилалы башлана. Ҡашғарҙы аазат итеп, баш күтәреүселәр Өрөмсө яғына юллана. Корла, Ҡарашар. ҡалалары районында хәл иткес алыш була. Берләшкән ҡытай-совет ғәскәрҙәре баш күтәреүселәрҙе ҡыйрата. Артабан бөтә Уйғырстанда киң масштаблы репрессиялар уҙғарыла. Әммә урындағы халыҡ көрәште туҡтатмай. Илий крайында уйғырҙар, ҡаҙаҡтар, монголдар бигерәк тә ҙа ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтә. Совет хәрби частары (Нарын һәм Ош ғәскәри төркөмдәре) һәм Шэн Шицай подразделениеларының уртаҡ тырышлығы менән уйғырҙар һәм дунгандар фетнәһе баҫтырыла. Комбриг Николай Норейко докладынан: «5 декабргә береһенән 36-сы дунган дивизияһынан 5 612 кеше үлтерелде һәм әсирлеккә алынды, әсиргә алынғандар араһынан 1 887 кеше юҡ ителгән. 20 орудие, 1 миномет, 7 меңдән ашыу винтовка тартып алынған. 6-сы уйғыр дивизияһынан 8 мең кеше әсирлеккә алынған һәм үлтерелгән, әсирҙәр араһынан 607 кеше юҡ ителде». Һуңыраҡ «юҡ ителеүселәр» һаны тағы арта.[10]

Шенжан Чан Кайши ҡытай хөкүмәтенә номиналь ғына буйһонған, үҙ валютаһы булған, һәм иғтибарға шул лайыҡ, СССР Дәүләт банкы тотороҡлолоғон тәьмин иткән. Аҡ гвардиясыларға килгәндә, бер өлөшө яуҙа һәләк булған, ҡайһылары — совет разведкаһы тарафынан өгөтләнеп, Шэн Шицайға хеҙмәткә күсә. (Һуңыраҡ аҡ гвардиясыларҙан торған рус дивизияһы СССР-ҙың тәҡдимдәрен иҫәпкә алмайынса, тарҡатыла, Паппенгут заговор ғәйепләнә һәм атып үлтерелә. Уның менән бергә 40-тан ашыу аҡ офицер язалап үлтерелә. Шэн Шицай Мәскәүгә визит менән килгәнендә, ВКП(б.) ағзалығына алырға рөхсәт биреүҙәрен үтенгән һораған. 1938 йылда РККА Разведка Идаралығы начальнигы урынбаҫары уға 1859118-се һанлы партия билетын тапшыра.[10]

Шэн Шицайҙың тоғролоғрн Мәскәү юғары баһалай. Уның ҡорал, боеприпастар, аҙыҡ-түлек килтереү үтенестәре тулыһынса ҡәнәғәтләндерелә. Шэн Шицайға совет ярҙамының ысын сәбәбенең береһе — стратегик тәьмин ителеүҙә. Был осорға Шеңжанда уран, вольфрам, сурьма, олово, никель, танталдың ҙур ятҡылыҡтары табылғанлыҡтан.

1937 йылда башлаған япон-ҡытай һуғышы башлаған Шеңжан территорияһы хәрби йөктәренең күп өлөшө транзит ташылған. Был хәл төбәктә совет ғәскәрҙәренә ихтыяжды көсәйтә. Совет белгестәре етәкселеге аҫтында Шенжан аша Һары-Өзек — Өрөмсө— Ланьчжоуюлы төҙөлгән. Уны тәьмин итеү өсөн яғыулыҡ менән тәьмин итеү маҡсатында, СССР, Ҡытай һәм Шеңжан провинцияһы араһында Тушанцзы нефть ҡыуыу заводы төҙөү тураһында килешеү төҙөлә, һәм 1939 йылда ул (совет геологтары был районда нефть барлығын тикшергәс кенә) эш башлай[11]. Завод 1942 йылға тиклем эшләй, һуңынан һүтелә һәм ҡорамалдары СССР-ға ҡайтарыла[12]. 1939 йылдың яҙында «Хамиата» совет-ҡытай авиакомпанияһы (Ҡытай-совет ҡатнаш Шеңжан Авиация Акционер яуаплылығы сикләнгән акционерҙар йәмғиәте) булдырыла, ул Алма-Ата — Ланьчжоу һәм башҡа[13] рейстарҙы хеҙмәтләндерә. 1941 йылда уны хеҙмәтләндереү йәһәтенән Шенжанда метеорология хеҙмәте булдырыла[14]. Ҡытай илсеһе үтенесе менән Шенжанда авиасборочный завод төҙөлә[15]. Был предприятие Өрөмсөнән 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан самолетты йыйыу һәм совет деталдәренән И-16 (йылына 300 берәмеккә тиклем, 1941 йылда был модель етештереүҙән төшөрөлгән)[16]. Предприятие ҡатнаш була, ә уны өлөшләтә эшләтеү 1940 йылдың 1 октябрендә башлана, уны 1940 йылда өлөшләтә файҙаланғанда[17]. Заводты һаҡлау өсөн НКВД[18]батальоны ҡулланылған.

Икенсе донъя һуғышы башланыуға губернаторҙың, ҡытай генерал Шэн Шицайҙың ориентацияһы үҙгәрә. Ҡытай милләтселәре — Гоминьдан партияһы яҡлыларға һырыҡҡас, СССР-ҙың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Шуның менән бәйле, Советтар Союзы Уйғырстан халыҡтарының милли-азатлыҡ хәрәкәтен хуплай.

1941 йылда ҡаҙаҡтар ихтилалға күтәрелә. Шэн Шицай хөкүмәте көтөүлектәрҙе һәм һыулау урындарын урындағы ултыраҡ крәҫтиәндәргә — дунгандар һәм ҡытайҙарға ғына тапшырыуы ҡаҙаҡтарҙың ҡәнәғәтһеҙлегенә этәргес сәбәп була. Баш күтәреүселәргә артиллерия, танктар һәм авиация ташлана. Ихтилалдың өҫкө ҡатламы хыянатынан һуң, Оспан Ислам улы һәм Кәлибәк Рәхимбәк улы.баш күтәреүселәрҙең ҙур отрядын

Шэн Шицай хатаһын төҙәтергә тырышып, Сталинға үкенес хаты ла яҙа, унда Шенжанды СССР составына 18-се республика (Монголия рәсми булмаһа ла 17-се республика тип һанала) итеп алыуҙы тәҡдим итә, ләкин Сталин баш тарта. Шэш Шицайҙы ҡустыһы — РККА академияһын тамамлаған Шэн Шиин алмаштыра. 1942 йылда ул серле шарттарҙа һәләк була. Рәсми фаразға ярашлы, уны урыҫ ҡатыны һуйған, бер аҙҙан уның да быуып үлтерелгән кәүҙәһе табыла.

 
Ҡытай Республикаһы Шенжан провинцияһының 1932 йылдағы административ бүленеше (1943 йыл)

1942 йыл совет-женжан хеҙмәттәшлегенең тамамланыу сворачивание осоро. Был йылда Шенжан етәкселеге тышҡы сауҙаға дәүләт монополияһын индерә, һәм был совет «Совсиньторг» контораһы ябылыуға килтерә[19]. 1942 йылдың 5 октябрендә Шен Шицай совет хөкүмәтенә рәсми нота ебәрә, 3 ай эсендә Шенжандан совет уҡытыусыларын, кәңәшселәрен, медицина хеҙмәткәрҙәрен, техник белгестәрен кире ҡайтарыуҙы һәм провинция территорияһынан Ҡыҙыл Армия частарын сығарыуҙы[20] талап итә. Элегерәк, 1941 йылда, Өрөмсө районындағы эшмәкәрлеген ҡыҫҡарта. башлай, Унда йыйылған самолёттарҙы 1941 йылда Алматыға[21] күсерәләр. 1942—1943 йылдарҙа предприятие һүтеп алына, ә ҡорамалдары СССР-ға сығарыла. Совет белгестәренең байтаҡ өлөшө киткәндән һуң, төбәктә АҠШ әүҙемләшә, 1943 йылда аӨрөмсөлә үҙ консуллығын аса[22].

Шул уҡ ваҡытта Оспан Ислам улы ихтилалын Алтайҙа, Табағатайҙа һәм Илий окруыгында йәшәүсе ҡаҙаҡтар хуплай. Совет консулы Деканозовҡа: «Оспан етәкләгән ҡаҙаҡ төркөмө уңайлы шарттарҙа Алтайҙа яңы ҡаҙаҡ ихтилалын әҙерләүҙә хәл иткес роль уйнай ала» тип яҙа. Һуңыраҡ Сталин Оспан батырҙы «социаль бандит», тип атай, ә шулай ҙа, үҙәк ҡытай власының Шенжанда өҫтөнлөктәр приоритеты алмаштырыуы фонында мәскәү тап ҡаҙаҡтар һәм уйғырҙарға ставка яһай. Ислам Оспан Ислам улы баш күтәреүселәрен монголҡорал менән тәьмин итә — партияларҙың береһен Сухэ-баторҙың улы Дамдин илткән. 1944 йылдың яҙында Оспан батыр, властарҙың Шенжандың көньяғына күсеп улырыу буйынса талаптарын үтәүҙән баш тартып, бер нисә мең ырыуҙашын Монголияға алып китә, Синьцзян күсеп көньяҡ өлөшөн, өҫтәүенә, сигенеүселәрҙе монгол һәм совет авиация һауанан ҡаплай.

1943 йылдың йәйендә Шенжанда советтарға ҡаршы тороу көсәйә. Гоминьданға тоғро хәрби частарҙы күсереү башлана. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға уларҙың, башлыса хань һәм дунгандарҙың, Шенжандағы һаны 100 мең кеше тәшкил итә.

1943 йылда совет разведкаһы булышлығында Көнсығыш Төркөстан азатлығы өсөн көрәшеүсе «Азат Ташкилаты» ойошмаһы булдырыла. 1944 йылдың 8 ноябрендә Кулжа ҡалаһындағы ултырышында йәшерен Хәрби-революцион комитеты ҡораллы ихтилал башлау тураһында иғлан итә. Берияның 1944 йылдың декабре бойороғо менән СССР Эске эштәр Халыҡ Комиссариатында НКВД Махсус заданиелар бүлеге барлыҡҡа килә. Уның алдына ҡуйылған төп бурыстарға Шенжан мосолмандары милли-азатлыҡ хәрәкәте менән етәкселек итеү һәм ярҙам күрһәтеү ингән. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡтан ойошторолған кешеләр төркөмө Медеу районында махсус әҙерлек үтә. Аҙаҡ улар Шеңжанға Синьцзян килгән һәм унда партизан отрядтары ойошторорға тотонған. Уларҙың береһенең командиры тыумышы менән Жаркенттан татар Фәтих Мөслимов булған, һуңынан ул Көнсығыш Төркөстан республикаһы хәрби ведомствоһында яуаплы вазифа биләгән.

Бер нисә көн эсендә Илий крайының бөтә мөһим стратегик пункттары гоминьдансыларҙан бушатылған. Ҡытай гарнизондары юҡ ителгән. Өрөмсөнән сыҡҡан ҡытай ғәскәрҙәре таралыша. Бөтә ҡытай булмаған милләт вәкилдәре тығыҙ берләшмәгә тупланып эшләй. 1944 йылдың 12 ноябрендә Кулжа ҡалаһында тантаналы рәүештә Көнсығыш Төркөстан Республикаһы (ВТР) иғлан ителә. Уның эсенә Шенжандың ун округының өсәүһе — Илий, Тарбағатай, Алтай округтары биләмәләре ингән. Республиканың Президенты итеп милләте буйынса үзбәк маршал Алаһан Тура иғлан ителә. Уның беренсе урынбаҫары уйғыр кенәзе Хәкимбәк Хожа, урынбаҫары — затлы нәҫел ҡаҙаҡ нәҫеле вәкиле — Әбүлхәйер Торе була.

1945 йылдың апрель айында Көнсығыш Төркөстан Милли армияһы ойошторола, уның командующийы итеп совет генерал-майоры Иван Полинов. Уның өсөн яуаплы курировал «Иван Иванович» — НКВД генерал-майоры Владимир Егнаров була. Штаб начальнигы — генерал Варсонофий Можаров (элек Дутов армияһында хеҙмәт иткән), армия командующийы урынбаҫары итеп уйғыр Зинун Тайыпов тәғәйенә. Дивизия командирҙары —ҡаҙаҡ Далелхан Суғурбаев ҡаҙаҡтар (сығышы менән Монголиянан), урыҫ Пётр Александров һәм ҡырғыҙ МИсхаҡбәк Монуев (ҡайһы бер документтарҙа ул Муниев тип яҙылған). Оспан Ислам улы Алтай округы губернаторы итеп тәғәйенләнә, әммә уның менән хөкүмәт араһында шунда уҡ аңлашылмаусанлыҡтар башлана, һәм ул бойороҡтарҙы үтәүҙән баш тарта.

Шеңжандың Ҡытай составына инеүе

үҙгәртергә

Республика бик етди хәрби еңеү яулай һәм Уйғырстандың ҡалған округтарын да азат итергә әҙер булһа ла, уның яҙмышы алдан хәл ителгән була. Эш шунда, был дуҫлыҡ булһа, тотҡондар 1945 йылдың авгусында Ҡытай һәм Советтар Союзы араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡушымтаның 3 пункты (В. М. Молотов һәм Ҡытай республикаһы сит ил эштәре министры Ван Шицзе ҡул ҡуйған) Уйғырстанға ҡағылған була. Унда «Шенжандың үҫешенә ҡарата шуны әйтер кәрәк: Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙең V статьяһына ярашлы, Совет хөкүмәте Ҡытайҙың эске эштәренә ҡыҫылмаясаҡ» тиелгән.

Бындай йәшерен ҡушымта тураһында уйғыр лидерҙары бер нәмә лә белмәгән. Шуның арҡаһында СССР баҫымы аҫтында улар Гоминьдан вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға мәжбүр була. Әйткәндәй, республика президенты Алаһан Тура Советтар Союзы территорияһына сығарылғанлыҡтан, делегацияны билдәле уйғыр эшмәкәрҙәренең береһе Әхмәтжан Ҡасими етәкләгән.

Гоминьдан менән Ҡытай Коммунистар партияһы араһында һөйләшеүҙәр менән бер үк ваҡытта Шенжанда ут атыуҙы туҡтатыу тураһында һөйләшеүҙәр ҙә башлана. Бында Чан Кайши хөкүмәте исеменән генерал Чжан Чжичжун, Көнсығыш Төркөстан ВТР хөкүмәте исеменән — сит ил эштәре министры, вице-премьер Әхмәтжан Ҡасими сығыш яһаған. Һөйләшеүҙәр оҙаҡ һәм ауыр барған. 1946 йылдың йәйендә «11 пункт килешеүе» үҙ көсөнә инә. Башында Чжан Чжичжун торған коалицион хөкүмәт төҙөлә, ә уның беренсе урынбаҫары итеп Әхмәтжан Ҡасими ҡуйыла. Бер йыл да йәшәмәй был хөкүмәт, тарҡала.

Ҡытай Коммунистар партияһы Гоминьданды тулыһынса еңгәндән һуң, екинда етәкселегендәге делегация 1949 йылдың август уртаһында Көнсығыш Төркөстан Республикаһы ВТР делегацияһы башында Ҡасими Кульджанан, Алма-Ата һәм Иркутск аша сығып, Ҡытай Халыҡ сәйәси консультатив советы ултырышына юллана. Моғайын, бындай маршрут совет етәкселеге вәкилдәре менән осрашыу, Мәскәүҙе Көнсығыш Төркөстан Республикаһы бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыу кәрәклегенән ышандырыу ниәте менән эшләнә. Бер нисә көндән бортында Көнсығыш Төркөстан Республикаһы хөкүмәте булған Ил-12 самолётының һәләкәте тураһында иғлан ителә. Әлегә тиклем самолёт ҡолаған урынды аныҡ ҡына әйтә алмайҙар, бер сығанаҡтарҙа Иркутск эргәһендә һәләк булған, икенсеһендә — Чита янында тип күрһәтелә. Конспирологик фараз буйынса, КТР делегацияһы, совет именлек органдары тарафынан ҡулға алынып, үлтерелеүе тураһында һөйләй, ә үлтерелгәндән һуң авиаһәләкәт тип «сәхнәләштерелгән» инсценирована. Һәләк булыусыларҙың мәйеттәре КТР вәкилдәренә бирелә, улар Кулжа ҡала паркында ерләнгән. 12 йыл үткәндән һуң, Далехан Суғурбаевтың кәүҙәһен Алматыға алып ҡайтып яңынан ерләйҙәр.[10]

Мөхәммәт Имин Буғра һәм Иса Йософ Алптекин Төркиәгә, Мәсүд Сабри Байҡузи Иранға күсеп китә. 1949 йылда Өрөмсө Хөкүмәтен яңы власҡа — ҡытай коммунистарына — лояллеген күрһәткән татар большевигы Борхан Шәһиди етәкләгән. ҠКП Үҙәк Комитеты Политбюроһы Шенжанда (Уйғырстан) 250 мең кешенәе торған Ҡытай Халыҡ азатлыҡ армияһы НОАК дислокацияланыуы һәм хань халҡының Шенжанға күпләп күсенеүе ҡарар ҡабул итә. 1955 йылдың аҙағында рәсми рәүештә Шенжан-Уйғыр автономиялы районы булдырылыуы тураһында иғлан ителә.

Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы СУАР

үҙгәртергә

Ҡытай Халыҡ Республикаһының ҡалған биләмәләрендәге кеүек, 1950 йылда Жеңжан-Уйғыр автономиялы районында СУАР ла «махсус райондар»ға бүлеү индерелгән була, һәм улар 1960-сы йылдар аҙағына «округ» тип аталған. Шулай уҡ 1970 йылда Шеңжанға Тибет автономиялы районы составынан Нгари округы бирелгән була, әммә 1979 йылда ул ҡабат Тибет составына кире ҡайтарыла. Әгәр ҠХР-ҙың башҡа өлөшөндә урбанизация һөҙөмтәһендә округтарҙың күпселеге 1990-сы йылдарҙа "ҡала округы"на әйләндерелһә, Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы СУАР (Тибет менән бер рәттән) Ҡытайҙың һаман да урбанлаштырылмаған ябай округтар булып ҡалған бер өлөшө.

Пекин властары милли аҙсылыҡтарға ярҙам саралары тип күп һөйләүҙәренә ҡарамаҫтан, хань булмаған халыҡтың ҠХР власына мөнәсәбәте төрлө булып ҡала. Ҙур һикереү һәм Мәҙәни инҡилап йылдарында Шеңжан-Уйғыр автономиялы районында ҡытайға ҡаршы ҡараштар көсәйгәндән көсәйә барҙы. Мәҫәлән, 1962 йылда сик буйынан СССР-ға 60 мең кеше ҡасып килә[23]. 1969 йылда СУАР территорияһында, Жаланашколь күле районында совет-ҡытай конфликтыбарлыҡҡа килә. Ҡытай властары урындағы халыҡҡа айырата ышанып ҡарамай. Шуға күрә Пекинда ҡытайҙағы уйғыр поощряться башҡа районға күсенгән, ә был ханьдар СУАР. Шуның өсөн ҡытай властары уйғырҙарҙың ҠХР-ҙың башҡа ерҙәренә, ә ханьдарҙың Шеңжанға күсенеүен хуплай. Шеңжанды контролдә тотоу өсөн 1954 йылда булдырылған махсус орган булып Шеңжан производство-төҙөлөш корпусы тора. Хәрбиләштерелгән был ойошма 2010-сы йылдар башына өсләтә буйһондороу аҫтында: Шеңжан властары, ҠХР Оборона министрлығына һәм ҠХР властарына. Корпус дөйөм һаны 2453600 (шул иҫәптән 933000 идарасы) кешенән торған 13 ауыл хужалығы дивизияһына (һөрөү райондары буйынса) бүленгән . Шеңжан биләмәләрен үҙләштереүҙән тыш, Корпус урындағы халыҡ ризаһыҙлығын баҫтырыу өсөн ҡулланыла. Атап әйткәндә, Корпус Барын улусындағы (1990 йыл), Кулжалағы (1997) халыҡ тулҡынланыуын баҫтырҙы[24]. 2000 йылда Корпус халыҡ ополченсыларының йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашыуы тураһында тигән закон ҡабул ителгән[25].

 
Кашғарҙа уйғырҙар, 2005 г.

1991 йылда СССР тарҡалыуы һөҙөмтәһендә «Көнбайыш Төркөстан азат» ителгәндән һуң, (бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан барлыҡҡа килеүе), 1993 йылда Көнсығыш Төркөстан ислам хәрәкәте барлыҡҡа килә. Ул 200-ҙән ашыу терроризм акттары өсөн үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алды; шул сәбәпле 162 кеше һәләк булған һәм 440-тан ашыу кеше яраланған[26].

2007 йылда өйәҙе Акто өйәҙендә исламистар һәм ҠХР полицияһы араһында алыш була.

2009 йылдың 5-7 июлендә, уйғырҙарҙың күпләп сығыш яһауын полиция баҫтырыуы һөҙөмтәһендә 129 кеше һәләк булды һәм яраланғандар әҙерәк буйынса сараларҙа яҡынса 1600-гә яҡыны (ҡытай властарының рәсми белдереүҙәренә ярашлы) яраланды. Урындағы властар «сыуалыштарға ҡотортоусылар»ға ҡарата юғары яза сараларын ҡулланыуҙы талап итә[27][28][29]. Уйғыр эмигранттары мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булыусылар һаны 600-гә еткән[30].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Исторический очерк о буддизме и исламе в Восточном Туркестане.
  2. Grousset (1970), стр. 67.
  3. Турфан, Синьцзян-Уйгурский автономный район — климат, описание.
  4. Гибель Джунгарского государства 2017 йыл 4 апрель архивланған.. История Казахстана
  5. Гибель Джунгарского ханства 2017 йыл 9 сентябрь архивланған.. Казах.ру
  6. Шматов В.Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016, с. 28—30
  7. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 63. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  8. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 69. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  9. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 47. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  10. 10,0 10,1 10,2 Архивированная копия. Дата обращения: 23 февраль 2010. Архивировано 9 март 2010 года. 2010 йыл 9 март архивланған.
  11. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 105—107. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  12. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 109. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  13. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 109—110. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  14. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 110—111. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  15. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 111—112. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  16. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 112—113, 116. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  17. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 114—115. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  18. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 117. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  19. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 132. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  20. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 133. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  21. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 131—132. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  22. Шматов В. Г. Синьцзян в системе мероприятий Советского Союза по оказанию экономической и военно-технической помощи Китаю в период японской агрессии 1931—1943 гг. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — Барнаул, 2016. — С. 134. Режим доступа: http://www.asu.ru/science/dissert/hist_diss/kand/zasch_2016k/shmatov/documents/14767/ 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  23. Яо Ван. Синьцзян-Уйгурский автономный район и политика КНР в контексте современных вызовов международной безопасности. Диссертация на соискание ученой степени кандидата политических наук. — М., 2015. — С. 125. Режим доступа: http://istina.msu.ru/dissertations/10651593/
  24. Яо Ван. Синьцзян-Уйгурский автономный район и политика КНР в контексте современных вызовов международной безопасности. Диссертация на соискание ученой степени кандидата политических наук. — М., 2015. — С. 130—131. Режим доступа: http://istina.msu.ru/dissertations/10651593/
  25. Яо Ван. Синьцзян-Уйгурский автономный район и политика КНР в контексте современных вызовов международной безопасности. Диссертация на соискание ученой степени кандидата политических наук. — М., 2015. — С. 131. Режим доступа: http://istina.msu.ru/dissertations/10651593/
  26. Al-Qaida: Dead or captured, MSNBC (22 июнь 2005). 31 июль 2010 тикшерелгән.
  27. 129 Tote bei Protesten muslimischer Uiguren (нем.)
  28. Massive Gewalt bei Demo in China — 140 Tote (нем.)
  29. China will Aufständische hinrichten 2012 йыл 23 ғинуар архивланған. (нем.)
  30. El Gobierno chino promete mano dura para quienes protejan a los responsables de la revuelta (исп.)
  • http://the_uighurs.tripod.com/Rus/RusHist.htm / История уйгуров
  • Бугра Мухаммад Имин. История Восточного Туркестана-Анкара, 1998
  • Тургун Алмас. Уйгуры. Урумчи, 1988
  • Петров В. И. Мятежное «сердце» Азии. Синьцзян: краткая история народных движений и воспоминания. — М.: Крафт+, 2003. — ISBN 5-93675-059-0
  • Обухов В. Г. Потерянное Беловодье. История Русского Синьцзяна. — М.: Центрполиграф, 2012. — ISBN 978-5-227-03445-8
  • Джамиль Гасанлы. Синьцзян в орбите советской политики: Сталин и мусульманское движение в Восточном Туркестане (1931—1949). М., Флинта, 2015, ISBN 978-5-9765-2379-1, 403 с.
  • Воспоминания сотника В. Н. Ефремова; Гольцев В. А. Кульджинский эндшпиль полковника Сидоров а. // Крах Белой мечты в Синьцзяне. Санкт-Петербург, 2015, Изд. Алетейя, ISBN 978-5-906792-38-9
  • Абдуллаев К. Н. От Синьцзяня до Хорасана. Из истории среднеазиатской эмиграции ХХ века. Душанбе : Ирфон, 2009. 572 с. ISBN 978-99947-55-55-4
  • スターリンと新疆:1931‐1949年 (яп.) [Сталин и Синьцзян: 1931—1949], 2015. ISBN 4784513523, ISBN 9784784513529, 638 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә