Пулемёт

автомат атыу ҡоралы төрө

Пулемёт — төркөм менән, йәки яңғыҙ атҡанда ҡулланыла торған автоматик атыу ҡоралы. Тәғәйенләнеше - ер, һыу өҫтәре һәм һауалағы төрлө сәптәргә пуля менән атыу. Ҡағиҙә булараҡ, дары газдарының көбәктән сығыусы көсөн, ҡайһы берҙә көбәктең артҡа тибеү энергияһын ҡулланыу хәрәкәтте автоматлаштырыу мөмкинлеген бирә[1]. Ошондай калибрҙағы атыу ҡоралдарының башҡа төрҙәренән, көбәгенең оҙонораҡ һәм ауырыраҡ, туҡландырыу ҡорамалының һыйҙырышы ҙурыраҡ булыуы арҡаһында, атыу алыҫлығы һәм тиҙлегенең юғары булыуы менән айырылып тора (минутына 500—1200 атыу) [2].

Пулемёт
Рәсем
 Пулемёт Викимилектә
FN MAG

Пулемёттан, таған ҡуйып, йәки станогынан ҡыҫҡа (10 атыуға тиклем), йә оҙон (30 атыуға тиклем) очередь менән, йәки туҡтауһыҙ атып була. Берәмләп, йәки оҙонлоғо сикләнгән очередь менән атып була торған пулемёттар бар[3][4]. Шулай уҡ авиатехника, бронетехника, караптар (катерҙар) һәм автомобилдәргә ҡорал сифатында йыш ҡына пулемёттар ҡуйыла.

Хәҙерге ҡул һәм тоташ пулемёттарҙың асыҡ сәп менән тоҫҡап атыу алыҫлығы бер километрға, оптик сәп менән хатта ике километрға етә.

Термин 1880-се йылдарҙа башта митральезеға ҡарата ҡулланылған, Рәсәйҙә уны картечница тип йөрөткәндәр, (картечница — хәҙер Гатлинг пулемёты тип йөрөтөлгән ҡорал системаһы).  Бәлки был исем француз телендәге митральезе (а)ның исемдәренең береһе — canon aballes, «пулялы пушка»нан сыҡҡандыр. Был термин яңы килеп сыҡҡан автоматлаштырылған ҡоралға күсә, улай тиһәң дә, пулемётты тәүге йылдарҙа «автоматлаштырылған картечница» тип йөрөткәндәр.Рәсәйҙә килеп сыҡҡан ваҡытта пулемёт «одноствольная автоматическая митральеза системы Максима» тигән оҙон исем менән йөрөтөлгән[5].

Пулемётты уйлап сығарыу һәм яҡшыртыу

үҙгәртергә

Пулемёттарҙы уйлап сығарыу һуғыш яланында ҡаршыға һөжүм итеп килеүсе дошманға ҡаршы утты атыу тиҙлеген арттырыу иҫәбенә көсәйтеү юлдарын эҙләү сәбәпле килеп сыҡҡан. Атыу тиҙлеген арттырыу бер туҡтауһыҙ атып була торған ҡорал уйлап сығарыуға килтерә. Тәүге пулемёттар сығарғанда башта бер нисә мылтыҡ көбәген артиллерия лафетына беркетеп, уларҙан бер бер артлы ата башлайҙар. Пулемётты яңынан (заряд менән) яһау һәм унан атыу расчеттың ҡул көсө менән башҡарыла.

XVI быуатта уҡ револьвер тибындағы (барабанлы) пистолеттар һәм мылтыҡтар эшләп ҡарай башлағандар. 1718 йылда инглиз хоҡуҡ белгесе Джеймс Пакл тағанға ҡуйылған, барабанлы Пакл мылтығы тигән ҡоралға патент алған. Атыу тиҙлеге ике тапҡырға артҡан ( минутынан 4-тән 9-ға тиклем), тик был мылтыҡ бик ҙур була, уның янында атҡан саҡта бер нисә кеше тороуы кәрәк булған. Был ҡорал бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмаған, шуға уны күпләп етештереп тормағандар. Бынан тыш, барабан уйлап сығарыу пулемётты яңынан заряд менән яһап тороуҙан ҡотҡарған , тик саҡматашлы замогына тоҡандырғыс ҡойоп тороуҙан ҡотҡармаған , был яһау ваҡытын ныҡ оҙонайтҡан. Шулай итеп, унитар патрон уйлап сығарғансы тиҙ атыу тураһында уйлау файҙаһыҙ булған , шуға картечь менән атыусы туп етештерү өсөн иң арзан , дошманды күпләп ҡыра алған ҡорал тип иҫәпләнгән .

Пулемётты уйлап сығарыу митральеза килеп сығыу менән бәйле — бер нисә көбәкле унитар патрон менән атыусы ҡорал. Ул очередтәр менән атҡан.

Иң билдәлеләрҙән Гатлинг пулемётын атарға була (1862, АҠШ-та граждандар һуғышы ваҡытында уны тәү башлап төньяҡтар ҡулланған ). Был пулемётта көбәктәрҙән револьвер блоктары һәм ҡул приводы ҡуйыла — был конструкция һуңыраҡ хәрби реактив самолеттарҙағы һәм вертолеттарҙағы пулемёттарҙа һәм пушкаларҙа ҡуйылған. Митральеза идеяһының иң ябай төрөн Порт-Артурҙа ҡамауҙа ҡалған рус армияһында уйлап сығарғандар — тәгәрмәсле лафетҡа параллель итеп бер нисә винтовка ҡуйылған, типкеләр (затворҙар) һабы менән тәте (ысҡындырғыс ырғағы ) бер тартҡыға беркетелгәндәр.

Атыу энергияһынан эшләгән тәүге пулемётты америкалы Хайрам Стивенс Максим уйлап сығарған (1883), уны күпләп Англия менән бурҙар араһындағы һуғышта 18991902 Көньяҡ Африкала ҡулланғандар. Ул шулай уҡ рус-япон һуғышында (1904—1905) ҡулланылған . XX быуат башында ҡул пулемёттары эшләп сығарылған (Данияла — Мадсен пулемёты, 1902, Францияла — Шош, 1907,Англияла - Льюис, 1913, һәм башҡа).

Тағанлы һәм ҡул пулемёттары беренсе донъя һуғышы ваҡытында бөтә армияларҙа ла булған . Һуғыш барышында ул танктар һәм самолеттарға ҡуйыла башлай. 1918 йылда герман армияһында эре калибрлы пулемёт (13,35-мм), ике һуғыш араһында француз (13,2-мм Гочкиса), инглиз (12,7-мм Виккерса), Америка (12,7-мм Браунинга) армияларында һәм башҡа армияларҙа була. Совет Армияһында 7,62-мм ДП ҡул пулемёты ( [Павел Дегтярев,1927), 7,62-мм ШКАС авиация пулемёты ( Борис Гаврилович Шпитальный һәм И. А. Комариций,1932), 12,7-мм эре ДШК калибрлы пулемёты ( Дегтярёв һәм Георгий Семёнович Шпагин , 1938).

Икене донъя һуғышы ваҡытында пулемётты яҡшыртыу эше дауам итә. СССР сәнәғәте 7,62-мм П.М.Горюнов тағанлы пулемётын (СГ-43) һәм 12,7-мм М. Е. Березин авиация өсөн универсаль пулемётын (УБ) сығара башлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төрлө типтағы пулемёттар : СССР-ҙа — 1 млн 515,9 мең[6]; в Германии — 1 млн. 48,5 мең[7] дана сығарыла.

Һуғыштан һуң ғәскәрҙәр яңы, яҡшыраҡ сифатлы пулемёттар менән ҡораллана : Советтар Союзында В. А. Дегтярёвтың ҡул һәм берләштерелгән пулемёты (РПД) һәм Михаил Тимофеевич Калашниковтың (ПК]),эре калибрлы пулемёт НСВ-12,7; Америка ҡул пулемёты М14Е2 һәм Мк 23, берләштерелгән М60, эре калибрлы М85; инглиз берләштерелгән L7А2; Көнбайыш Германия MG-3.

Пулемёттарҙы ҡулланыу тактикаһы

үҙгәртергә
 
Пулемётное гнездо

Пулемётты ер өҫтөндәге һуғышта ҡулланыу тактикаһы беренсе донъя һуғышы барышында уйлап сығарыла. Пулемётты тоҙаҡлы кәртә (мәҫәлән , Бруно спирале менән) менән ҡулланғандар. Ул тоҙаҡлы кәртәне аша сыҡҡанда, һалдаттар тоҙаҡтар араһында бутала, тороп баҫырға мәжбүр була, улар уңайлы сәпкә әйләнә. Тоҙаҡтар араһындағы үтеү урындары шулай уҡ дошман һалдаттарын юҡ итер өсөн бик уңайлы урын була.

Ауырыраҡ һәм көбәге оҙонораҡ булғанға, пулемёт автомат һәм пистолет-пулемёттарҙан алыҫҡараҡ ата, шуға пехотаға алыш барышында ярҙам итер өсөн бик ҡулай була . Пулемётсы- снайперҙар һунар иткән төп сәптәрҙең береһе.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Герман империяһында пулемёттарҙы ҡулланыуҙың яңы тактикаһын уйлап сығаралар. Пулеметлы оялар фронтта һәм флангыларҙа ҡуйыла. Британия йәки Франция пехотаһы позицияларға рәт булып барған саҡта, тоҙаҡта бутала, шул саҡта уларға ут яуҙырыла.

Хәҙер бик һирәк окоп ҡаҙыла, армиялар гел хәрәкәтләнеп һуғыша , шуға еңел пулемёттар ҡулланалар. Дошмандың флангыһына , йә артына сығып, уның позицияларын ҡул пулемёты менән утҡа тоторға мөмкин. Шулай уҡ, штурмды еңел пулемётһыҙ күҙ алдына килтереп булмай .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Пулемёт — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  2. [1] Пулемёт. Энциклопедия «Техника». — М.: Росмэн. 2006.
  3. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; vs төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. http://voennaya.academic.ru/2077/ПУЛЕМЁТПулемёт. Военная энциклопедия. 2014.
  5. С.Федосеев. Пулемёты русской армии в бою
  6. Н. Вознесенский. Военная экономика СССР в период Отечественной войны. — М., 1948, стр. 46.
  7. Оружие Победы / Под. общ. ред. В. Н. Новикова (изд. 2, перераб.и доп.). — М.: Машиностроение, 1987. — С. 279. — 512 с. — 74 000 экз.

Ҡалып:Пулемёты