Бөйөк Ебәк юлы (ҡыт. 絲綢之路 — sīchóuzhīlù, үзб. Buyuk Ipak Yo'li, уйг. يىپەك يولى, таж. Шоҳроҳи Абрешим, ҡаҙаҡ. Ұлы Жібек жолы, ҡырғУлуу жибек жолу, фарс. جاده ابریشم‎, ғәр. طريق الحرير‎, һинди रेशम मार्ग, монг. Торгоны зам, төркм. Beýik Ýüpek Ýoly) — боронғо осорҙа һәм Урта быуаттарҙа Көнсығыш Азияны Урта диңгеҙ буйы менән бәйләгән юл. Тәү сиратта, Ҡытайҙан ебәк сығарыу өсөн файҙаланылған, атамаһы ла шунан алынған. Юл б. э. т. II быуатта һалынған, Сиандән Ланьчжоу аша Дуньхуанға илткән, унда икегә айырылған: төньяҡ юл Турфан аша үтеп, Памирҙы ҡырҡҡан һәм Фирғәнә менән ҡаҙаҡ далаларына барған, көньяҡ юл Лоб-Нор күле буйынан, Такла-Макан сүленең көньяҡ ситенән үтеп, Яркенд һәм Памир (көньяҡ яғынан) аша Бактрияға, унан Парфияға, Һиндостанға, Яҡын Көнсығышҡа, артабан Урта диңгеҙгә үк илткән. Термин немец географы Рихтгофен тарафынан 1877 йылда индерелгән. 

 I быуатта Бөйөк Ебәк юлы Дацинь менән Сересты тоташтырған 

Барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең илбаҫарлыҡ походтары Көнбайыштың һәм Көнсығыштың бер-береһе менән танышыу мөмкинлектәрен киңәйткән, сауҙа бәйләнештәре урынлаштырыу өсөн шарттар тыуҙырған. Ҡытай, Хотан менән Яркендта табылған нефрит һәм жадеитҡа, үҙҙәрендәге тәпәшәк аттарҙан күпкә яҡшы ғәрәп юртаҡтарына мохтажлығы барлығын аңлағас та, сит илдәргә ебәк сығара башлай. 

Иҫке Төньяҡ юл  император У-ди заманында һалына. Дала яҡтарындағы хуннуҙар баҫымы аҫтында император һанаунигы Чжан Цянде көнбайышҡа күсеп киткән юэчжи ҡәбиләләрен эҙләргә сығарып ебәрә, улар менән дошманына ҡаршы берләшмәк була. Б. э. т. 138—126 йылдарҙағы сәфәре ваҡытында Чжан Цянь Фирғәнә үҙәнендә күркәмлеге һәм һыны менән таң ҡалдырған юртаҡтарҙы күрә. Ул императорға ошо күркәм аттарҙы, шулай уҡ татлы емештәрҙе, шарапты һ. б. ебәккә алмаштырып алырға тәҡдим итә. Шулай итеп, Ҡытай менән Азияның эллин дәүләттәре араһында бәйләнештәр урынлаша, шулай уҡ Парфия менән Һиндостан тураһында ла мәғлүмәт алына. 

Б. э. т. 121 йылда ебәк һәм бронза көҙгө тейәлгән беренсе дөйә каруаны Турфан уйһыулығы аша Утлы тауҙар һәм Тянь-Шань армыттары буйынан Фирғәнәгә йүнәлә. Ебәккә ул замандарҙа киң таралған паразит бөжәктәр оялай алмаған өсөн Көнбайышта уны айырыуса юғары баһалайҙар. Был маршрутта башланған сауҙа ошо төбәктә 17—27 йылдарҙа булған ихтилал («ҡыҙыл ҡаштар» ихтилалы) арҡаһында өҙөлөп ҡала. Донъя тынысланғас, сауҙа дауам иттерелә, ләкин башҡа  — Көньяҡ юл — буйлап. Бынан тыш, тауарҙар Һинд океаны буйлап та ташыла. 

Ебәк юлының «алтын быуаты» 

үҙгәртергә
 
Ҡытайҙың Төньяҡ Вэй дәүләтендә эшләнгән көнбайыш сауҙагәре статуэткаһы 
 
Дуньхуан ситендә Бөйөк Ебәк юлындағы таможня пункты 

Көнсығыштан көнбайышҡа алып барылған ебәк менән тәмләткестәр юл буйынса әллә нисә ҡул аша үтер була. Шунлыҡтан тарихсылар кешеләр түгел, ә тауарҙар һәм технологиялар сәйәхәте тураһында һүҙ алып бара. Ташыу өсөн башлыса ишәктәр һәм дөйәләр файҙаланыла.  Такла-Макан сүлен гиҙгән каруандарҙағы дөйәләр һаны 3-тән алып 300-гә тиклем була.[1] Йылдам барған сауҙа арҡаһында Тан державаһында Урта Азия кейем-һалымына, биҙәүестәренә һәм башҡа әйберҙәренә мода барлыҡҡа килә.[1]

IV—IX быуаттарҙа халыҡ-ара сауҙа селтәренә көнсығышта соғдиҙар һәм көнбайышта рахдонит йәһүдтәре әүҙем ҡушыла. Соғди теле халыҡ-ара аралашыу теле булып хеҙмәт итә: мәҫәлән,  буддизмдың изге яҙмалары санскриттан ҡытай теленә соғди теле аша тәржемә ителә. [1]

Яҡын Көнсығыштан римлыларҙы ҡыҫырыҡлап сығарғандан һуң һәм ғәрәп илбаҫарлыҡ яуҙары башланғас,  сауҙа һүрәнләнә төшә[2]. Византия-Иран һуғыштары ваҡытында Фарсия хакимдары Византия иҡтисадына зыян күрһәтер өсөн каруан юлдарын быуыр була. Иртә ғәрәп дәүерендә лә тауар ташыу менән бәйле ауырлыҡтар тыуып тора. 

Артабанғы үҫеше

үҙгәртергә

Сауҙа өсөн ауыр булған VIII—X быуаттарҙа Ебәк юлы урынына Көнсығыш Европа тигеҙлегендәге йылғалар һәм йылғалар араһында һөйрәмәләр файҙаланыла башлай. Ташыу эштәрен башлыса хазарҙар һәм варяг скандинавтар башҡара (Волга сауҙа юлы). Көнсығыштан ағылған байлыҡ бында ҡатламдарға айырылыуҙы тиҙләтә һәм дәүләттәрҙе хасил иттерә (Волга буйы Болғары, Хазар ҡағанаты, Рус ҡағанаты).   

 VI—VII быуаттарҙа Иран-Византия һуғыштары һөҙөмтәһендә Төньяҡ Кавказ территорияһы аша Бөйөк Ебәк юлы маршруттарының береһе һалына.  Фарсылар Византияның сауҙа бәйләнештәренә аяҡ салыу маҡсатында грек сауҙагәрҙәренә ҙур пошлиналар һалырға йыйына.  Ошо сәбәпле Ҡытайҙан һәм Урта Азиянан йөрөгән каруандар Сәсәниҙәр державаһын урап үтә башлай. Улар Каспий диңгеҙен көньяҡтан түгел, ә төньяҡтан урай — Төньяҡ Каспий буйы аша Төньяҡ Кавказ яғына хәрәкәт итә. Шунлыҡтан Кавказда Бөйөк Ебәк юлының ике тармағы  — Мисиминия һәм Дари тармаҡтары барлыҡҡа килә.

 
Марко Поло  сәйәхәттәренең маршруты

XIII быуатта Монгол империяһы хасил булып, Ебәк юлы тулыһынса тиерлек унда ҡалғас, боронғо маршруттар буйынса ҡоро ер сауҙаһын яңыртыу ихтыяжы тыуа. Марко Поло, Карпини, Рубрук кеүек Европа сәйәхәтселәре монголдар ярҙамында бер ҡаршылыҡһыҙ Көнсығыш Төркөстанға барып-ҡайтып йөрөгән. XIV быуатта «ҡара үлем» дә шул юлдар менән таралған.  XIV—XV быуаттарҙа юлдың көнбайыш өлөшөнә венециялылар һәм генуялылар хужа булған. 

XV быуатҡа Урта Азияла  хәрби бәрелештәр йышайғанлыҡтан Ебәк юлы ташлап ҡуйыла һәм сауҙа диңгеҙ юлдарына күсә,[2] һөҙөмтәлә был Бөйөк географик асыштарға килтерә. 

Әһәмиәте

үҙгәртергә

Ҡитғалар аша ятҡан юл буйлап ебәк кенә түгел, башҡа тауарҙар ҙа ташыла. Үҙәк Азиянан Ҡытайҙа бик юғары баһаланған аттар, хәрби кәрәк-яраҡ, алтын һәм көмөш, ярым аҫыл таштар, быяла әйберҙәр, күн һәм йөн, келәмдәр һәм кизе-мамыҡ туҡымалар,  шафталы (персик) һәм ҡарбуз ише ят ризыҡтар, ҡуй һарыҡтары һәм һунар эттәре, леопардтар һәм арыҫландар килтерелә. Ҡытайҙан каруандар фарфор һәм металл һауыт-һаба, лакланған әйберҙәр һәм косметика, сәй һәм дөгө ташый. Сауҙагәрҙәрҙең юл муҡсаларында фил һуҡҡылары, мөгөҙморон мөгөҙө, гөбөргәйел ҡабығы, тәмләткестәр һәм башҡа күп нәмәләр ятыр булған.[3]

 
XV быуатта Ҡытай һауыт-һабаһына оҡшатып эшләнгән итальян һауыттары  

Бөйөк Ебәк юлы Алғы Азия, Кавказ, Урта Азия һәм Ҡытай халыҡтарының иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәре үҫешендә ҙур роль уйнаған. Мәҫәлән, ул төрлө юҫыҡта, атап әйткәндә, сәнғәттә (бейеүҙәр, музыка, һынлы сәнғәт, архитектура), диндә (христианлыҡ, буддизм, ислам, манихейлыҡ) технологиялар һәм  инновациялар таралыуға булышлыҡ иткән. Ебәк, дары, ҡағыҙ һ. б.  эшләү технологиялары башҡа халыҡтарға тапшырылған. Шул уҡ ваҡытта бөтә технологиялар ҙа тиерлек (борон замандарҙағы яу арбаһынан башҡаһы) Ҡытайҙан көнбайышҡа юлланған, ә киреһенсә түгел.[1]

Яңыртыу пландары

үҙгәртергә

ХХ быуаттың 30-сы йылдары аҙағы—40-сы йылдары башында  СССР Ҡытайҙың билдәле бер сәйәси көстәрен Япония һәм Бөйөк Британия менән ҡаршы тороуҙа яҡлаша. Был маҡсатта СССР-ҙан Ҡытайға 3 мең километр самаһы оҙонлоҡта автомобиль юлы төҙөлә. [4]

Транссиб

үҙгәртергә

1960-сы йылдарҙа СССР Европа менән Азия араһындағы трансконтиненталь йөктәр ташыу баҙарына Транссебер тимер юл магистрале аша сыға. Ләкин сәйәси шарттар, логистика мәшәҡәттәре һәм төрлө киңлектәге колеялар трассаны тулыһынса файҙаланырға бирмәгән. Хәҙерге заман күренешен һәм әһәмиәтен коридор 1990 йылда, Ҡытай менән СССР (хәҙер Ҡаҙағстан) араһында тәүге тоташыу урыны файҙаланыуға индерелгәс кенә ала. 2008 йылдың 11 ғинуарында Ҡытай, Монголия, Рәсәй, Беларусь, Польша һәм Германия Пекин — Гамбург йөк ташыу юлын ҡулайлаштырыу проекты тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. 2011 йылда транзит  15 миллион тоннанан артып китә.[5] 2013 йылда Ҡытай тимер юлдары менән Транссиб араһында икенсе тоташыу урыны файҙаланыуға индерелә .[6]

 «Razvitie» Транс-Евразия билғауы

үҙгәртергә

2014 йылда Рәсәйҙә Алыҫ Көнсығыш төбәген үҫтереү буйынса «Razvitie» Транс-Евразия билғауы концепцияһы фекер алышыу өсөн халыҡ иғтибарына сығарыла.[7][8] Был концепция сиктәрендә Транссебер һәм Байкал-Амур тимер юл магистралдәре нигеҙендә  Интеграль Евразия транспорт системаһы проекты әҙерләнә. Ҡытай — Монголия — Рәсәй тимер юлы төҙөлөшө бара.[9]

Автомобиль  маршруты

үҙгәртергә

2016 йыл башында Синьцзянға Ҡаҙағстан аша ябайлаштырылған транзит механизмы буйынса Рәсәй йөк машиналарының беренсе колоннаһы килә. Хәҙер Рәсәй менән Ҡытай араһында автомобиль транзит йөктәре Ҡаҙағстанда тикшереп ҡарауһыҙ үткәрелә.[10] Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм Белоруссия аша үткән Ҡытай — Көнбайыш Европа автотрассаһын реконструкциялау тамамланып килә.[11]

 Европа — Кавказ — Азия халыҡ-ара транспорт коридорын төҙөү буйынса «ТРАСЕКА» (ингл. TRACECA)   программаһы  Көнсығыш менән Көнбайышты тоташтырған боронғо сауҙа юлын тергеҙергә ынтылыш булып тора, һәм уны ҡайһы берҙә «яңы ебәк юлы» тип тә атайҙар.[2] Ҡоро ер маршруты  Каспий диңгеҙенән көньяҡтаныраҡ, Босфор ҡултығы аша үтергә тейеш була. 1998 йылдың йәйендә Кавказдың, Ҡара диңгеҙҙең һәм Урта Азияның ун ике иле, АҠШ хуплауы буйынса, Ҡытай менән Монголиянан Европаға Рәсәйҙе урап үткән тимер юл, диңгеҙ, һауа һәм автомобиль коридоры асыу тураһында һөйләшеп килешә.[2] Программаның секретариаты Баҡыла урынлашҡан.[2] 2014 йылға был проект буйынса автомобиль юлының бер нисә киҫәге төҙөлгән, улар башлыса Ҡытай территорияһында.[4]

Каспий паром юлы

үҙгәртергә

2014 йылда Әзербайжан Каспий диңгеҙе аша паромлы кисеүҙе яңыртып төҙөй.[12]  Шулай уҡ Әзербайжандан Грузия аша Төркиәгә илтеүсе тимер юлды яңыртып төҙөү ҙә тамамланған. Әле тимер юлдың Босфорға илтеүсе төрөк участкаһы һалына[13].  Был маршруттың бер өлөшө Ҡара диңгеҙҙәге паром юлдары ярҙамында грузин порттарынан  Румыния һәм Украина  порттарына барыуы ихтимал. Был порттарға киләсәк транспортты хеҙмәтләндереү өсөн  Via Carpatia автотрассаһын һалыу ҡаралған,  VIKING Train тимер юл маршруты проекты эшләнгән.[14]  2015 йылда Ҡаҙағстандың тимер юл селтәре аша һәм Ҡара диңгеҙҙәге паром транспорты менән  Ҡытайҙан Евросоюзға тәүге йөк составы килә.[13][15]

«Бер билғау һәм бер юл»

үҙгәртергә

Ҡытайҙың  «Бер билғау һәм бер юл» стратегик программаһына ярашлы, Европа менән Ҡытай араһында Яңы Ебәк юлы тигән дөйөм атама аҫтында диңгеҙ һәм ҡоро ер юлдары төҙөү проекты эшләнә.[9] Ҡоро ер трассалары — «Ебәк юлының иҡтисади билғауы», диңгеҙ юлдары «21 быуаттың Диңгеҙ Ебәк юлы» тигән исемдәр аҫтына берләштерелгән.

Көньяҡ ҡоро ер маршруттары сиктәрендә Пакистан аша тимер юл һалына. Төньяҡ маршрутта Ҡытай — Монголия — Рәсәй тимер юл тармағы төҙөлә.

«XXI быуаттың Диңгеҙ Ебәк юлы» проекты АСЕАН илдәренә һәм Көньяҡ Ҡытайға Ҡытайҙағы порт терминалдарына  инеү мөмкинлеген бирә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 BBC Radio 4 — In Our Time, The Silk Road
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Тадеуш Свентоховский, Brian C. Collins.
  3. История Великого шёлкового пути 2010 йыл 1 декабрь архивланған.
  4. 4,0 4,1 Новый Шелковый путь 2015 йыл 16 июль архивланған.
  5. 新疆霍尔果斯火车站获批成立 年底有望通车 — 火车票网
  6. В 2016 году планируется увеличить объём грузовых перевозок по железнодорожной линии Чжэнчжоу-Гамбург
  7. Интегральная Евразийская транспортная система 2015 йыл 17 июль архивланған.
  8. «Научно-техническое сотрудничество — база евразийской экономической интеграции»
  9. 9,0 9,1 «Пояс и путь» — это китайская инициатива с возможностями для всего мира
  10. В Синьцзян прибыла первая колонна российских грузовиков по механизму упрощенного транзита через Казахстан
  11. До завершения автомагистрали Западная Европа — Западный Китай на территории Казахстана осталось 457 километров
  12. Каспийские паромы 2016 йыл 21 июль архивланған.
  13. 13,0 13,1 На грузинском участке «Баку-Тбилиси-Карс» прошел пробный товарный поезд
  14. Европа строит новую автомагистраль в объезд Украины: чем это грозит экономике
  15. Схема обходных путей из Азии в Европу

Һылтанмалар

үҙгәртергә