Карамай
Карамай (уй. уйғ. قاراماي, Қарамайقارامايуйғ. قاراماي, ҚарамайҚарамай, ҡыт. ябайл. 克拉玛依, пиньин: Kèlāmǎyīябай. ҡыт. ябайл. 克拉玛依, пиньин: Kèlāmǎyī克拉玛依ҡыт. ябайл. 克拉玛依, пиньин: Kèlāmǎyīпиньиньҡыт. ябайл. 克拉玛依, пиньин: Kèlāmǎyī) — Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы Синьцзян-Уйғыр автономиялы районының ҡала округы . Урумчиҙан 320 километр төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Атамаһы уйғыр телендәге ҡара май (мазут) һүҙенән килеп сыҡҡан.
Карамай | |
Рәсми атамаһы | 克拉玛依市 һәм قاراماي شەھىرى |
---|---|
Дәүләт | Ҡытай |
Административ-территориаль берәмек | Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d] |
Анклав в | округ Чугучак[d] |
Закондар сығарыу органы | Q106713362?[1] |
Халыҡ һаны |
487 000 кеше (2022)[2], 490 348 кеше (2020)[3] |
Административ рәүештә бүленә | Майтаг[d], Карамай[d], Джеренбулак[d] һәм Урхо[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 354 метр |
Майҙан | 7733,91 км² |
Почта индексы | 834000 |
Рәсми сайт | klmy.gov.cn |
Урындағы телефон коды | 990 |
Номер тамғаһы коды | 新J |
Карамай Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1955 йылдың 29 октябрендә бында нефть табыла — Ҡытайҙа барлыҡҡа килгәндән алып беренсе эре ятҡылыҡ. 1957 йылдың 14 ғинуарында Синьцзян-Уйғыр автономиялы районының Халыҡ йыйылышы вәкилдәренең 14-се сессияһы яңы тораҡ пунктын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Дәүләт советының 1958 йылдың 29 майындағы указы менән Карамай ҡала өйәҙе ойошторола.
1975 йылда Куйтунь ҡала өйәҙе булдырыла, ул Карамай составынан сығарылып, туранан-тура Или-Ҡаҙаҡ автономиялы округы хөкүмәтенә буйһондорола. Һөҙөмтәлә Карамай территорияһы ике өлөшкә бүленә.
1982 йылдың 16 февралендә автономиялы район хөкүмәте Карамайҙы 4 районға бүлеп, уны ҡала округы итеп үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә. 1984 йылдың 17 авгусында Карамай Чугучак округы һәм Или-Ҡаҙаҡ автономиялы округы составынан сығарылып, автономиялы район хөкүмәтенә туранан-тура буйһона башлай, бер үк ваҡытта райондарға бүлеү бөтөрөлә һәм Карамай ҡабаттан өйәҙ ҡалаһы була. 1990 йылдың 8 авгусында Карамай тағы ла ҡала округы статусын ала.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ һаны 460 000 кеше (2015). Уның 75 процентын хандар (ҡытай) тәшкил итә, ҡалғандары — уйғырҙар, ҡаҙаҡтар, монгол, хуэйцзуҙар.
Административ-территориаль бүленеше
үҙгәртергәКарамай ҡала округы 4 районға бүленә, уларҙың береһе эксклав барлыҡҡа килтерә:
# | Статусы | Атамаһы | Иероглифы | Пиньинь | Уйғыр теле (ғәрәп шрифты) |
Уйғыр теле (латиница) |
Халҡы (2003 иҫк.) |
Майҙаны (км²) |
Халыҡтың тығыҙлығы (/км²) |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | Район | Карамай | 克拉玛依区 | Kèlāmǎyī Qū | قاراماي رايونى | Qaramay Rayoni | 150,000 | 3,833 | 39 |
2 | Район | Майтаг (Душаньцзы) |
独山子区 | Dúshānzǐ Qū | مايتاغ رايونى | Maytagh Rayoni | 50,000 | 400 | 125 |
3 | Район | Джеренбулак (Байцзяньтань) |
白碱滩区 | Báijiǎntān Qū | جەرەنبۇلاق رايونى | Jerenbulaq Rayoni | 50,000 | 1,272 | 39 |
4 | Район | Урхо | 乌尔禾区 | Wū'ěrhé Qū | ئورقۇ رايونى | Orqu Rayoni | 10,000 | 2,229 | 4 |
Иҡтисады
үҙгәртергә1955 йылда ҡала тирәһендә Ҡытайҙа иң ҙур нефть ятҡылыҡтарының береһе булған сығанаҡ табыла. Ошо ваҡыттан алып ҡала нефть сығарыу һәм эшкәртеү үҙәге булып тора.
Транспорты
үҙгәртергәКлиматы
үҙгәртергәЙәй ҡоро һәм эҫе. Йыллыҡ температура диапазоны −25 °C-тан 40°C-ҡаса тәшкил итә.
1994 йыл фажиғәһе
үҙгәртергә1994 йылдың 8 декабрендә кинотеатрҙа янғын сығыу һөҙөмтәһендә 323 кеше, шул иҫәптән 288 уҡыусы һәләк була. Был хәҙерге Ҡытай тарихында был иң ҙур фажиғәләрҙең береһе булып ҡала. 2009 йылда был ваҡиға тураһында «Карамай» документаль фильмы төшөрөлә.
Туғандаш ҡалалары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — 2021.
- ↑ https://www.klmy.gov.cn/klmys/tjsj/202304/390cc0b628114a53b1974f5a6a97efd2.shtml
- ↑ 国务院第七次全国人口普查领导小组办公室 中国人口普查分县资料—2020 (ҡыт.) — 北京市: 中国统计出版社, 2022. — 983 с. — ISBN 978-7-5037-9772-9