Швецов Пётр Филимонович
Швецов Пётр Филимонович (27 ғинуар 1910 йыл — 9 июнь 1992 йыл) — СССР-ҙың ғалим-гидрогеологы, геокриолог, геология-минералогия фәндәре докторы, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор (1953), СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1952).
Швецов Пётр Филимонович | |
рус. Пётр Филимо́нович Швецо́в | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 27 ғинуар 1910 |
Тыуған урыны | Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 июнь 1992 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Уҡыу йорто | Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология разведкаһы университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәПётр Филимонович Швецов 1910 йылдың 27 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Ҡазан ҡасабаһында фәҡир крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1935 йылда Орджоникидзе иссемендәге Мәскәү геология-разведка институтын гидрогеология һәм инженерлыҡ геологияһы һөнәре буйынса тамамлай. 1933 йылда, әле студент-практикант булараҡ, СССР Фәндәр академияһының Алыҫ көнсығыш комплекслы экспедицияһы составында БАМ трассаһының туңған тупрағын тикшереүҙә ҡатнаша. 1935 йылдың яҙында МГРИ-ҙы тамамлағас, Швецов Главсевморпути тау-геология идаралығының Анадырь туңлыҡ станцияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул 1936 йылдың октябренә тиклем эшләй. Ундағы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса 1938 йылда могорафия баҫтыра. Бынан һуң ярты йыл Шпицберген геология-разведка экспедицияһы начальнигы урынбаҫары булып эшләгәндән һуң, П. Ф. Швецов тыңлыҡты өйрәнеүгә нигеҙ һалыусы профессор И. М. Сумгин тарафынан СОПС Саха экспедицияһы начальнигы итеп саҡырыла, ә СССР Фәндәр академияһы буйынса — отряд начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1939 йылдың яҙында һәм йәйендә һабаҡташы В. П. Седов менән бергә Тас-Хаяхта һыртының гигант тарындарын тикшереү менән шөғөлләнә башлай. Уның һөҙөмтәләре буйынса бер нисә монография һәм мәҡәлә яҙа һәм 1941 йылда баҫтырып сығара. Яҙылған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап өлгөрә алмай, сөнки Совет Армияһына алына һәм Сталинград алышында «Курск дуғаһында», шулай уҡ «Багратион операцияһында» ҡатнаша. Демобилизациянан һуң Петр Филимонович демобилизациянан һуң СССР Фәндәр академияһының А. В. Обручев исемендәге Туңлыҡты өйрәнеү институтының туңлыҡ-гидрогеологик экспедиция тикшереүҙәрендә әүҙем ҡатнаша: 1946—1948 йылдарҙа — Оймякон яйлаһында ҡышлай, 1952—1953 йылдарҙа Яно-Индигирка диңгеҙ буйы уйһыулығында эшләй. Тикшереү материалдары буйынса фундаменталь монография яҙа һәм уны 1951 йылда баҫтыра. Был эш 1952 йылда Дәүләт премияһына лайыҡ була. Был 1953 йылда ул СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана. Швецов фәнде ойоштороусы ла була. Ул 1951—1963 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының А. В. Обручев исемендәге Туңлыҡтарҙы өйрәнеү институтын етәкләй, ғилми кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирә, сөнки СССР-ҙың ВАК пленумы ағзаһы була. Шул уҡ ваҡытта ул СССР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса комитет секцияһы ағзаһы, ВСЕГИНГЕО, ПНИИИС, СССР Фәндәр академияһының Һыу проблемаһы институты ғалимдар советы эшендә ҡатнаша. Ул СССР Госстрой НТС-ы составына, СССР Фәндәр академияһының Ер криологияһы , СССР Фәндәр академияһының инженеры геологияһы һәм геотермияһы буйынса ғилми советтарға инә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Швецов Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының Литосфера институтында эшләй. 1989 йылда вафат була. Троекуровский зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1952)
- Октябрь Революцияһы ордены (1971)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Петра Филимоновича Швецова РФА рәсми сайтында
- Швецов Пётр Филимонович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.