Сумгин Михаил Иванович

Сумгин Михаил Иванович (24 февраль[сығанаҡ 2059  көн күрһәтелмәгән] 1873 йыл8 декабрь 1942 йыл) — совет ғалимы, геокриологияның (мәңгелек туңлыҡ тураһында фәнде) нигеҙләүселәренең береһе[1].

Михаил Иванович Сумгин
Тыуған көнө

24.2.1873[сығанаҡ 2059  көн күрһәтелмәгән]

Тыуған урыны

Түбәнге Новгород губернаһы, Крапивка ауылы

Вафат көнө

8 декабрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Вафат урыны

Үзбәк ССР-ы, Ташкент

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы, СССР

Ғилми даирәһе

Мәңгелек туңлыҡты өйрәнеү

Эшләгән урыны

СССР ФА В. А. Обручев исемендәге Мәңге туңлыҡты өйрәнеү институты

Ниндәй өлкәлә танылған

геокриологияның нигеҙләүселәренең береһе

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаи́л Ива́нович Сумги́н 1873 йылдың 24 февралендә Түбәнге Новгород губернаһы Крапивка ауылында тыуған. Милләте — эрзя[2].

Түбәнге Новгород губернаһынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа эсерҙар партияһы исемлегендә була. 1922 йылда НКВД органдарына сәйәсәт менән шөғөлләнмәҫкә «һүҙ биргән».

1929 йылда уның инициативаһы буйынса һәм академик В. И. Вернадский ярҙамында СССР Фәндәр Академияһында академик В. А. Обручев рәйеслегендә даими эшләүсе Мәңге туңлыҡты өйрәнеү буйынса комиссия ойошторола.

1932—1934 йылдарҙа «Байкал-Амур магистрале» трассаһын өйрәнеү өсөн тикшеренеүҙәр партиялары ойоштора.

1939 йылда Мәңге туңлыҡты өйрәнеү буйынса комиссия СССР Фәндәр Академияһының В. А. Обручев исемендәге Мәңге туңлыҡты өйрәнеү институты тип үҙгәртелә. Был институттың барлыҡ тиерлек хеҙмәткәрҙәре М. И. Сумгин тарафынан йәлеп ителгәндәр һәм әҙерләнгәндәр[3].

1942 йылдың 8 декабрендә Ташкентта эвакуацияла вафат була.

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Вечная мерзлота почвы в пределах СССР. — М., 1927.
  • Общее мерзлотоведение. — М., 1940.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Знаменитые лукояновцы: Сумгин Михаил Иванович (рус.)
  2. «Мордовский республиканский объединенный краеведческий музей им. И. Д. Воронина». Сумгин Михаил Иванович (24.2.1873 — 8.12.1942 г.) 2017 йыл 13 март архивланған. (рус.)
  3. Обручев В. А. Записка о предложении назвать именем М. И. Сумгина Якутской научной станции АН СССР. 1942 г.
  • Качурин С. П., Яновский В. К. Михаил Иванович Сумгин (рус.) // Известия Академии Наук СССР. Серия Географическая : журнал. — М., 1952. — № 6.
  • Общее мерзлотоведение (геокриология) / Под ред. В. А. Кудрявцева. — М.: Изд-во МГУ, 1978.
  • Молявко Г. И., Франчук В. П., Куличенко В. Г. Геологи. Географы: Биографический справочник / Отв. ред.: И. А. Федосеев, Е. Ф. Шнюков; Рец.: Р. А. Заездный, Е. К. Лазаренко. — Киев: Наукова думка, 1985. — С. 260. — 352 с. — 20 000 экз. (в пер.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә