Шамуҡов Ғабдулла Рухулла улы

Шамуҡов Ғабдулла Рухулла улы (татар. Габдулла Рухулла улы Шамуков; 11 (24) декабрь 1909 йыл — 21 декабрь 1981 йыл) — татар, башҡорт совет театр һәм кино актеры, нәфис һүҙ оҫтаһы, педагог, яҙыусы, тәржемәсе. СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).

Шамуҡов Ғабдулла Рухулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 11 (24) декабрь 1909
Тыуған урыны Асаново[d], Бряндинская волость[d], Ставропольский уезд[d], Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 декабрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Ҡазан театр училищеһы[d]
Уҡыу йорто Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың халыҡ артисы
 Шамуҡов Ғабдулла Рухулла улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғабдулла Шамуҡов 1909 йылдың 11 (24) декабрендә Ульяновск өлкәһенең Сарҙаҡлы районы Әсән ауылында тыуа[1].

Файл:Tatar cemetery (Kazan) 2978.JPG
Г. Шамуҡовтың Татар зыяратындағы ҡәбер

Мәләкәстә ете йыллыҡ мәктәпте отличие менән тамамлай. 1930 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) М. Ә. Мәһәҙиев һәм Х. Г. Бохарский класы буйынса тамамлай һәм 1946 йылға тиклем Өфөлә Башҡорт драма театрында эшләй, унда 50-нән ашыу роль уйнай. Дебют сығышы Н. Иҫәнбәттең 1927 йылда М. Мәһәҙиев сәхнәләштергән «Портфель» сатирик комедияһында була.

1946 йылдан ғүмеренең һуңына тиклем Ҡазанда [[ Ғ. Камал исемендәге татар театрында уйнай.

Нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ сығыш яһай.

1933 йылдан Өфөлә, 1946 йылдан — Ҡазан театр училищеһында уҡыта (сәхнә телмәре буйынса).

1952 йылда Ҡазан педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай.

Әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Һуғыш йылдарында балалар өсөн әкиәт-пьесалар яҙа («Һыу эйәһе» (1942), «Рөстәм», «Тылсымлы таяҡ» (1944)), улар ҡурсаҡ театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыла. Тәржемә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, башҡорт сәхнәһе өсөн У. Шекспир («Отелло», «Ромео и Джульетта»), А. С. Пушкин («Борис Годунов»), А. С. Грибоедов («Горе от ума»), Эсхил, Ф. Шиллер, Н. В. Гоголь, М. Горький, Л. Леонов һ. б. әҫәрҙәрен тәржемә итә. И. А. Крылов һәм С. В. Михалковтың мәҫәлдәренең тәржемәһенән төҙөлгән китап авторы. Татар шиғриәтендә шиғыр яҙыу буйынса теоретик хеҙмәттәр, айырым яҙыусылар ижады буйынса тәнҡит мәҡәләләре авторы. «Яңа авыл» һәм «Башҡортостан» гәзиттәрендә театр тәнҡите һәм сатирик шиғриәт буйынса хеҙмәттәр баҫтыра.

СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1944).

1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Ҡазанда 1981 йылдың 21 декабрендә (башҡа сығанаҡтар буйынса — 22 декабрҙә[2]) вафат була. Яңы татар слободаһындаһының татар зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1943)
  • Татар АССР-ының халыҡ артисы (1950)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1957)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1980)[3]
  • Ленин ордены (1966).

Билдәле ролдәре

үҙгәртергә
  • 1939 — «Туҡай» А. С. Фәйзирежиссер В. Ғ. Ғәлимов — Ғабдулла Туҡай
  • 1941 — «Человек с ружьём» Н. Ф. Погодин, режиссер Х. Г. Бохарский һәм В. С. Витт — В. И. Ленин
  • «Борис Годунов», А. С. Пушкин — Юродивый
  • «Разбойники», Ф. Шиллер — Франц
  • «Нашествие», Л. М. Леонов — Иван Тихонович Таланов
  • «Ревизор», Н. В. Гоголь — Хлестаков
  • Женитьба, Н. В. Гоголь — Подколесина
  • «Хужа Насретдин» Н. Иҫәнбәт — Хужа, Ахун
  • «Тартюф», Мольер — Оргон
  • «Мулланур Вәхитов», Н. Иҫәнбәт — Ғәлимуллин
  • «Зифа», Н. Иҫәнбәт — Балтаев
  • «Без ветрил», К. Тинчурин — Нуретдин
  • «Поздняя любовь», А. Н. Островский — Дормидонт
  • «Бешеные деньги», А. Н. Островский — Телятев
  • «Слуга двух господ», К. Гольдони — Труффальдино
  • «Зимогорҙар», С. М. Мифтахов — Шәғәли

Фильмографияһы

үҙгәртергә
  • 1975 — Хазина — Шәүәли, Арыҫландың атаһы

Әҙәби әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Уңган кыз», Казан, 1954;
  • «Мәсәлләр», Казан, 1964;
  • Н. Исәнбәт, Казан, 1959.

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • Уңган кыз: Пьеса-әкият. 3 пәрдәдә, 5 күренештә.— Казан: Татгосиздат, 1954.— 51 б. 15000.
  • Нәкый Исәнбәт: Язучының тормышы һәм иҗаты турында монография.— Казан: Таткитнәшр., 1959.— 76 б. 2000. Рец.: Кашшаф Г. Монографик хезмәтләр кирәк.— Сов. әдәбияты, 1960, № 4, 142—145 б.
  • Мәсәлләр.—Казан: Таткитнәшр., 1963.—16 б., ил. 10000.
  • Базга төшкән аю: Мәсәлләр.— Казан, Таткитнәшр., 1967.— 30 б. 10000.
  • Мәсәлләр. [Н. Юзиев кереш сүзе].— Казан: Таткитнәшр., 1969.— 134 б. 7000. Рец.: Яруллин Ф. Үткен каләм.— Казан утлары, 1970, № 9, 154—155 б.
  • Каләмем: [Мәсәлләр, мәкаләләр. М. Мәһдиев кереш сүзе].— Казан: Таткитнәшр., 1979.—272 б. 7000.
  • Водяная: Пьеса по мотивам детских стихов-сказок Г. Тукая.— Уфа: Баш-книгоиздат, 1942.—23 с. 3000.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ульяновский филателист(№ 251)
  2. ШАМУКОВ Габдулла. Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года. 2013 йыл 5 апрель архивланған.
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 17 июня 1980 года № 2302—Х «О присвоении почетного звания „Народный артист СССР“ тов. Шамукову Г. Р.» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 26 (2048) от 25 июня 1980 года. — Ст.502.

Һылтанмалар

үҙгәртергә