Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты
Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты — Рәсәй Федерацияһының иң боронғо юғары уҡыу йорттарының береһе.Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан. 2011 йылдан Ҡазан Волга буйы федераль университетының бер өлөшө булып тора.
Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты (ТДГПУ) | |
Исеме |
рус. Татарский государственный гуманитарно-педагогический университет |
---|---|
Асылған йылы | |
Үҙгәртеп ҡоролған |
Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты составына инә |
Тип |
дәүләт университеты |
Ректор | |
Урынлашыуы |
Рәсәй Федерацияһы, Ҡазан, Татарстан ур., 2 |
Викиһаҡлағыста Рәсемдәр |
Университет тарихы
үҙгәртергә1876 йылдың 24 октябрендә Император Александр II Указы буйынса Рәсәйҙә Санкт — Петербург һәм Мәскәү Уҡытыусылар институтынан һуң өсөнсө Уҡытыусылар институты булараҡ нигеҙ һалына. Барлыҡҡа килгәндән һуң уның исеме бер нисә тапҡыр үҙгәрә. Мәҫәлән, 1918 йылда ул Ҡазан педагогия институты итеп үҙгәртелә. 1919 йылда Ҡазан педагогия институтына педагогик составтың бер өлөшө һәм Ҡазан университетының тарих-филология факультеты һәм физика-математика факультеты студенттарының бер өлөшө, Ҡазан юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары, Ҡазан уҡытыусылар семинарияһы, халыҡ уҡытыусыларын уҡытыу өсөн Ҡазан земство мәктәбе индерелә, ә уҡыу йорто үҙе Халыҡ мәғарифы юғары институты тип үҙгәртелә. 1921 йылда элекке исеме — Ҡазан педагогия институты кире ҡайтарыла. 1929 йылда Көнсығыш академияһы һәм Ҡазан университетының ижтимағи фәндәр факультеты менән берләшеү юлы менән Көнсығыш педагогия институты итеп үҙгәртелә. 1931 йылда исеме Татар педагогия институты, ә 1934 йылдан Ҡазан дәүләт педагогия институты тип үҙгәртелә. 1994 йылда уҡыу йорто университет статусын ала һәм, шуға ярашлы, Ҡазан дәүләт педагогия университеты тип атала. 2005 йылда КДПУ базаһында ике төбәк юғары уҡыу йортон-Татар — америка төбәк институтын һәм Татар дәүләт гуманитар институтын ҡушыу юлы менән Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты ойошторола. 2009 йылда ТДГПУ-ны Ҡазан (Волга Буйы) федераль университеты составына индереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 2011 йылдың 1 сентябрендә ТДГПУ юридик яҡтан йәшәүҙән туҡтай. ТДГПУ-ла уҡыған бөтә студенттар КФУ студенттары була.
ТДГПУ Волга Буйының күп кенә педагогия вуздарына нигеҙ һалыусы була. 1930-31 йылдарҙа Көнсығыш-педагогия институтының милли бүлексәләре базаһында Чебоксарҙа, Йошкар-Олала һәм Ижевскиҙа педагогия юғары уҡыу йорттары ойошторола.
Тарихтың төрлө осорҙарында уҡыу йортон етәкләгәндәр:
- Парамонов Егор Иванович — 1876 йылдан 1896 йылға тиклем Ҡазан уҡытыусылар институты директоры.
- Анастасиев Андрей Иванович — 1896 йылдан 1902 йылға тиклем Ҡазан уҡытыусылар институты директоры.
- С. Н. Никольский — 1902 йылдан алып 1906 йылға тиклем
- В. М. Гайев — 1906 йылдан алып 1918 йылға тиклем
- 1919 йылдан 1922 йылға тиклем: А. А. Максимов — Инициатива төркөмө рәйесе А. П. Машкин — Совет рәйесе С. П. Сингалевич, В. Г. Дитякин, Н. Н. Фирсов, Г. Ғөбәйҙуллин — Университет менән идара итеү буйынса комиссия
- С. П. Сингалевич — 1922 йылдан 1929 йылға тиклем беренсе ректор.
- Г. Г. Кудояров — 1929 йылдан алып 1932 йылға тиклем
- Г. К. Касымов — 1933 йылдан алып 1934 йылға тиклем
- Йосопов М. Р. — 1934 йылдан алып 1935 йылға тиклем
- Биктагиров А. Т. — 1935 йылдан алып 1939 йылға тиклем.
- И. А. Громов — 1940 йылдан 1944 йылға тиклем
- Я. А. Туишев — 1945 йылдан алып 1967 йылға тиклем
- М. З. Зәкиев — 1967 йылдан алып 1986 йылға тиклем
- Р. А. Йосопов — 1986 йылдан 2002 йылға тиклем
- З. Ғ. Ниғмәтов — 2002 йылдан 2008 йылға тиклем
- Замалетдинов Р. Р. — 2008 йылдан
Структураһы
үҙгәртергә- социаль-иҡтисади факультет (СИФ)
- татар филологияһы факультеты (ТФФ)
- филологик белем биреү факультеты (ФБФ)
- хоҡуҡи белем биреү факультеты (ХБФ)
- психологик-педагогик белем биреү факультеты (ППБФ)
- сит телдәр факультеты (СТФ)
- тәбиғи-география факультеты (ТГФ)
- математика факультеты (МФ)
- физика факультеты (ФФ)
- физик культура факультеты (ФКК)
- художестволы белем биреү факультеты (ХБФ)
- тарих факультеты (ТФ)
Шулай уҡ университет ҡарамағында эшләйҙәр:
- өҫтәмә белем биреү институты
- гуманитар һәм педагогик тикшеренеүҙәр институты (ТДГПУ ҒТИ)
- мәғлүмәт технологиялары һәм белем биреү сифаты менеджменты үҙәге
- ирансылыҡтың волга буйы төбәк үҙәге
- ғәрәп мәҙәниәте үҙәге
- төрөк мәҙәниәте үҙәге
Уҡыу формаһы: көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу.