Франц Петер Шуберт

(Шуберт Франц битенән йүнәлтелде)

Франц Пе́тер Шу́берт (нем. Franz Peter Schubert; 31 ғинуар, 1797, Химмельпфортгрунд, Австрия[1] — 19 ноябрь, 1828, Вена) — Австрияның бөйөк композиторы, музыкала романтизмға нигеҙ һалыусы; 600 йыр, туғыҙ симфония, бик күп камера музыкаһы һәм фортепиано өсөн соло музыкаһы авторы.

Франц Петер Шуберт
Franz Peter Schubert
Төп мәғлүмәт
Исеме

нем. Franz Peter Schubert

Тыуған

31 ғинуар 1797({{padleft:1797|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Тыуған урыны

Вена

Үлгән

19 ноябрь 1828({{padleft:1828|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (31 йәш)

Үлгән урыны

Вена

Ил

Австрия Австрия

Һөнәрҙәре

композитор

Инструменттар

скрипка,
фортепиано

Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Хәҙерге көндәрҙә лә Шуберт әҫәрҙәре популярлығын юғалтмай һәм классик музыкаһының иң билдәле өлгөләренә әйләнгән.

Венала Франц Шуберт йорто

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы

үҙгәртергә

Франц Петер Шуберт Вена ҡалаһы биҫтәһендә Лихтенталь үҙешмәкәр музыкант. мәхәллә мәктәбе уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы, Франц Теодор Шуберт, Моравия крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан; әсәһе, Элизабет Шуберт (ҡыҙ фамилияһы Фиц), Силезия слесаре ҡыҙы була. Уларҙың ун дүрт балаһының туғыҙы сабый саҡта үлә[2],ә Францтың бер ағаһы — Фердинанд шулай уҡ үҙен музыкаға бағышлай[2].

Франц бик иртә үҙенең музыкаль һәләттәрен күрһәтә башлай. Уның беренсе остаздары ғаилә ағзалары була: атаһы уны скрипкала уйнарға өйрәтә, ә өлкән Игнац ағаһы — фортепьянола[3]. Алты йәшенән ул Лихтенталдәге мәхәллә мәктәбендә уҡый. Ете йәштән Лихтенталь сиркәүе капельмейстерынан органда уйнау өсөн дәрестәр ала башлай. Мәхәллә мәктәбенең регенты М. Хольцер уны йырға өйрәтә башлай[3].

Үҙенең матур тауышы арҡаһында ун бер йәшендә Франц «йырсы малай» итеп Веналағы Батша һарайы капеллаһына һәм Конвиктҡа (пансионлы мәктәп) алына. Унда уның дуҫтары булып Йозеф фон Шпаун, Штадлер, Альберт Штадлер һәм Антон Хольцапфель китәләр. Венцель Ружичка Шубертҡа генерал-бас өйрәтә, һуңынан Антонио Сальери Шубертты үҙенә бушлай уҡыуға ала, контрапунктты һәм композицияны уҡыта (1816 йылға тиклем)[3]. Шуберт йыр менән генә шөғөлләнмәгән, ул Йозеф Гайдндың һәм Вольфганг Амадей Моцарттың инструменталь әҫәрҙәре менән дә таныша, сөнки ул Конвикт оркестрында икенсе скрипка була.

Бер аҙҙан Шубертта композитор таланты асыла. 1810 йылдан 1813 йылға тиклем Шуберт опера, симфония, фортепиано өсөн пьесалар һәм йырҙар яҙа[4].

Уҡыуҙа Шубертҡа математика һәм латынь ауыр бирелә, ә 1813 йылда уны хорҙан сығаралар, сөнки уның тауышы үҙгәреү осорон кисерә. Шуберт өйөнә ҡайта ла уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә һәм 1814 йылда уны тамамлай[3]. Һуңынан ул атаһы хеҙмәт иткән мәктәпкә (был мәктәптә ул 1818 йылға тиклем эшләй)[3] уҡытыусы булып эшкә төшә[4]. Эштән буш ваҡытында ул музыка ижад итә. Күпселектә ул Кристоф Виллибальд Глюк, Моцарт һәм Бетховенды өйрәнә. Тәүге үҙаллы әҫәрҙәрен — «Уйын — көлкөлө иблис замогы» операһын («Увеселительный замок сатаны») һәм месса фа мажорҙы — ул 1814 йылда яҙа.

Өлгөргәнлек осоро

үҙгәртергә

Шуберттың эше уның булмышына тура килмәй һәм ул композитор сифатында үҙен һынап ҡарарға тырыша. Әммә баҫтырып сығарыусылар уның эштәрен баҫтырыуҙан баш тарталар. 1816 йылдың яҙында уға Лайбахта (хәҙер Люблян) капельмейстер вазифаһына эшкә алыуҙан баш ҡағалар. Тиҙҙән Йозеф фон Шпаун познакомил Шубертты шағир Франц фон Шобер менән таныштыра. Шобер Шуберт менән билдәле баритон Иоганн Михаэль Фоглде осраштыра. Фогль башҡарыуындағы Шуберттың йырҙары Вена салондарында ҙур популярлыҡ менән файҙалана башлай[4]. Шубертҡа беренсе уңышты 1816 йылда ижад ителгән «Урман батшаһы» («Лесной царь») («Erlkönig»)балладаһы алып килә, написанная им в году[5]. 1818 йылдың ғинуарында Шуберттың беренсе композицияһы донъя күрә — Erlafsee йыры (в качестве дополнения к антологии под редакцией Ф. Сартори)[6].

Шуберттың дуҫтары араһында чиновник Й. Шпаун, үҙешмәкәр шағир Ф. Шобер, шағир И. Майрхофер, шағир һәм комедиограф Э. Бауэрнфельд, рассәмдәр М. Швинд һәм Л. Купельвизер, композитор А. Хюттенбреннер һәм Й. Шуберт булалар. Улар Шуберт ижадының табыныусылары булалар һәм әленән — әле матди ярҙам күрһәтеп торалар.[3].

1818 йылда Шуберт мәктәптә эшен ҡалдыра[4]. Июлдә ул Желизға (хәҙер Словакия ҡалаһы Жельезовец), граф Иоганн Эстерхазиның йәйге резиденцияһына күсә, бында ул уның ҡыҙҙарына дәрестәр бирә башлай. Ноябрҙең уртаһында ул Венаға кире ҡайта[7]. Икенсе тапҡыр Эстерхазиларҙа ул 1824 йылда була[3].

1823 йылда уны Штирия һәм Линцск музыкаль союздарының почетлы ағзаһы итеп һайлайҙар[3].

1820 йылдарҙа Шуберттың һаулығы насарая башлай. 1822 йылдың декабрендә ул ауырып китә[8],әммә 1823 йылдың көҙөндә хәстәханала ятып сыҡҡандан һуң, уның һаулығы яҡшыра.

Аҙаҡҡы йылдары

үҙгәртергә
 
Шуберттың беренсе ҡәбере

1826 йылдан алып 1828 йылға тиклем Шуберт, Грацала ҡыҫҡа ваҡыт йәшәгәнен иҫәпкә алмағанда, Венала йәшәй. Ул 1826 йылда дәғүә иткән император һарайы бәләкәй сиркәүендә вице-капельмейстер вазифаһы уға тәтемәй, вазифаға Йозеф Вайгль тәғәйенләнә. 1828 йылдың 26 март ында ул берҙән — бер күмәк кеше өсөн асыҡ ҙур уңыш ҡаҙанған концерт бирә[3] һәм уға 800 гульден алып килә. Шул уҡ ваҡытта уның күп һанлы йырҙары һәм фортепиано әҫәрҙәре баҫтырлыпып сығарыла.

Композитор ҡорһаҡ тифынан[3] 1828 йылдың 19 ноябрендә 32 йәше тулыр — тулмаҫ ике аҙна биҙгәк тотҡандан һуң үлеп ҡала. Аҙаҡҡы теләгенә ярашлы, Шубертты Веринг зыяратында ерләйҙәр, ошо уҡ зыяратта бер йыл элек шуберт алла урынына күргән Бетховен да ята. Һәйкәлдә ошондай мәғәнәле һүҙҙәр ырып яҙылған: «Үлем бында гүзәл хазинаны, унан да гүзәлерәк өмөттәрҙе күмде». 1888 йылдың 22 января уның көлөн Веналағы Үҙәк зыяратына күсереп ерләнеләр[4].

Шуберттың ижад мираҫы төрлө жанрҙарҙы үҙ эсенә ала. Ул 9 симфония, 25 артыҡ камера-инструменталь әҫәрҙәр, 21 фортепиано сонатаһы, фортепиано өсөн ике һәм дүрт ҡуллыҡ бик күп пьесалар, 10 опера, 6 месса, хор өсөн бер нисә әҫәр, ниһайәт, йыр ансамбле өсөн 600 ашыу йыр. Йәшәү дәүерендә һәм вафатынан һуң оҙайлы ваҡыт композиторҙы, тәү нәүбәттә, йырҙар авторы булараҡ баһалайҙар. XIX быуаттан алып ғына тикшереүселәр яйлап уның ижадының башҡа өлкәләрендәге ҡаҙаныштарына төшөнә башлайҙар. Шуберт арҡаһында йыр тәү башлап әһәмиәте буйынса башҡа жанрҙар менән бер рәткә баҫа. Йырҙың шиғри образдары Австрия һәм Германия шиғриәтенең бөтә тарихын тиерлек сағылдыра, шул иҫәптән ҡайһы бер сит ил авторҙарының да.

Вокаль әҙәбиәтенендә Бетховендың «Йыраҡтағы һөйгәнемә»(«К далекой возлюбленной») йырҙар йыйынтығы идеяһының дауамы булырҙай шағир Вильгельм Мюллерҙың «Гүзәл тирмәнсе ҡатын» («Прекрасная мельничиха») һәм «Ҡышҡы юл» («Зимний путь») шиғырҙарына ижад ителгән Шуберттың йырҙары йыйынтығы ҙур әһәмиәткә эйә. Был әҫәрҙәрҙә Шуберт йырҙың көй төҙөлөшөндә иҫ киткес талынтын һәм кәйеф торошоноң ҙур төрлөлөген күрһәтә; аккомпанементҡа өҫтөнлөклө әһәмиәт һәм художестволы мәғәнә бирә.

Уның аҙаҡҡы «Аҡҡош йыры» («Лебединая песня») йыйынтығы ла һоҡланғыс, был йыйынтыҡтағы күп кенә йырҙар бөтә донъяға билдәле булып китә.

Шуберттың музыкаль һәләте фортепиано музыкаһына яңы юлдар аса. Уның до мажор һәм фа минор Фантазиялары, экспромттары, музыкаль моменттары, сонаталары ғәжәп бай ижади хыялын һәм оло аһәнлелек батырлығын иҫбат итәләр. Камера һәм симфоник музыкаһында — ҡыл квартеты ре миноры, квинтет до мажоры, «Форельный» фортепиано квинтеты («Forellenquintett»), «Ҙур симфонияның» до мажоры һәм «Тамамланмаған симфонияның» си миноры — Шуберт үҙ ваҡытында хакимлыҡ һөргән Бетховендың фекерләүенән байтаҡҡа айырылған үҙенең ҡабатланмаҫ һәм бойондорокһоҙ музыкаль фекерләүен күрһәтә.

Шуберттың күп һанлы сиркәү әҫәрҙәренән (мессалар, оферториялар, гимндар һ. б.) рухи яҡтан камил характерлы һәм музыкаль байлыҡ менән айырыуса месса ми-бемоль мажоры айырылып тора.

Ул ваҡытта башҡарылған опералар араһынан Шубертҡа иң ныҡ оҡшағандары Йозеф Вайглдең «Швейцариялылар ғаиләһе» («Швейцарское семейство»), Луиджи Керубининың «Медея» операһы, Франсуа Адриан Буальдьёның «Париж Иоанны» («Иоанн Парижский»), Изуардтың «Сандрильона»һы һәм бигерәк тә Кристоф Виллибальд Глюктың «Тавридалағы Ифигенияһы» («Ифигения в Тавриде»). Ул ваҡытта бик модалы булған Италия операһы менән Шуберт бик аҙ ҡыҙыҡһына; тик «Севильский цирюльник» һәм Джоакино Россининың «Отелло» операһынан ҡайһы бер өҙөктөре уны һоҡландыра.

Вафатынан һуң танылыуы

үҙгәртергә

Шуберттан һуң бик күп баҫылмаған яҙмалары ҡала (алты месса, ете симфония, ун биш опера һ. б.). Ҡайһы бер күләме буйынса бәләкәйерәк әҫәрҙәре композиторҙың вафатынан һуң уҡ донъя күрә, әммә ҙур хеҙмәттәренең яҙмалары Шуберттың туғандарының, дуҫтарының, нәшриәтселәрҙең китап шкафтарында йәки ҡапсыҡтарында ятып ҡалдылар[9]. Хатта уның иң яҡын кешеләре лә ул нимә яҙғанын белмәгән, күп йылдар дауамында уны йырҙар короле тип кенә танығандар[10]. 1838 йылда Венаға килгән саҡта Роберт Шуман Шуберттың саңланып ятҡан «Ҙур симфонияһыны» яҙмаларын табып ала һәм үҙе менән ошо әҫәрҙе Феликс Мендельсон башҡарған Лейпцигкә алып китә. Шуберттың әҫәрҙәрен табыу һәм асыу эшенә иң ҙур өлөштө Венаға 1867 йылда барып сыҡҡан Джордж Гроув һәм Артур Салливан индерәләр. Уларға ете симфония, «Розамунда» пьесаһынан ҡушылып башҡарыу өсөн музыка, бер нисә месса һәм опералар, камера музыкаһынан бер әҙерәк һәм бик күп һанлы төрлө фрагменттар һәм йырҙар[9]. Был асыштар Шуберттың ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйттеләр.[11] Ференц Лист 1830—1870 йылдарҙа Шуберттың байтаҡ әҫәрҙәрен, бигерәк тә йырҙарын, транскрипциялай һәм аранжировкалай. Ул, Шуберт «донъяла булған музыканттар араһында иң шиғриәтлеһе» тип әйткән[12]. Антонин Дворжакты айырыуса Шуберттың симфониялары ҡыҙыҡһындыра, ә Гектор Берлиоз һәм Антон Брукнер «Ҙур симфонияның» үҙҙәренең ижадына йоғонтоһон таныйҙар[13].

1897 йылда нәшриәтселәр Брайткопф һәм Гертель композиторҙың фәнни яҡтан тикшерелгән әҫәрҙәр баҫмаһын сығара, уның төп редакторы Иоганнес Брамс була. XX быуаттың композиторҙары Бенджамин Бриттен, Рихард Штраус һәм Джордж Крам йә Шуберт ижадын пропагандалаусылары була, йә үҙҙәренең музыкаһында уның әҫәрҙәренә аллюзиялар эшләйҙәр. Бик шәп пианист булған Бриттен Шуберттың йырҙарын башҡарғанда аккомпаниаторлыҡ иткән һәм үҙе лә йыш ҡына уның сололарын һәм дуэттарын уйнаған[13].

Тамамланмаған симфония

үҙгәртергә

Симфония си минор DV 759 («Тамамланмаған»)дың ижад иткән ваҡыты — 1822 йылдың көҙө. Ул Грацтағы үҙешмәкәр музыкаль ойошмаһына бағышланған була һәм Шуберт уның ике бүлеген дә 1824 йылда уйнап күрһәтә. Яҙма 40 йылдан ашыу Вена дирижеры Иоганн Хербек табып 1865 йылда концертта уйнағанға тиклем, Шуберттың дуҫы Ансельм Хюттенбреннерҙа һаҡланған. (Шуберт тарафынан тамамланған ике тәүге өлөштәре,ә 3 һәм 4 яҙылмаған өлөштәре урынына Шуберттың тәүге осорҙарҙа яҙған Өсөнсө ре мажор симфонияһынының аҙаҡҡы өлөшө яңғырай). Симфония 1866 йылда ике өлөшлө итеп баҫыла[14]

Әлегә тиклем Шуберттың «Тамамланмаған симфонияны» тамамланманыуының сәбәбе билдәһеҙ ҡала. Бәлки, ул уны логик нөктәһенә тиклем еткерергә уйлағандыр: тәүге ике өлөшө тулыһынса тамамланған, ә өсөнсө өлөшө (скерцо характерында) ҡаралама рәүешендә генә ҡалған. Финалға бер ниндәй ҙә эскиздары ла ҡалмаған (уларҙың юғалыуының да ихтималлығы бар).

Оҙайлы ваҡыт «Тамамланмаған симфония» — тулыһынса осланған әҫәр тигән фекер йәшәй килде, сөнки образдар даирәһе һәм уларҙың үҫеше үҙен ике өлөш сиктәрендә сарыф итеп бөтөрә. Сағыштырыу өсөн Бетховендың ике өлөштән торған симфониялары һәм романтик — композиторҙарҙың ошондай әҫәрҙәре ғәҙәти күренеш булыуы тураһында һүҙ барҙы[15]. Әммә был версияның бушаҡлығын, Шуберттың тәүге ике тамамланған өлөштәре ике төрлө, бер — береһенән йыраҡ тональностәрҙә яҙылғанлығы, күрһәтә. (Бындай осраҡтар бер ҡасан да теркәлмәгән)

Хәҙерге ваҡытта «Тамамламаған» симфонияның бер нисә тамамлау варианттары бар (мәҫәлән, инглиз музыка белгесе Брайан Ньюбаулдтың (ингл. Brian Newbould) һәм Рәсәй композиторы Антон Сафроновтың варианттары.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
 
Октет. Шубертың автографы.
  • Опералар — Альфонсо һәм Эстрелла (1822; постановка 1854, Веймар), Фьеррабрас (1823; постановка 1897, Карлсруэ), 3 тамамланмаған, шул иҫәптән Граф фон Гляйхен, һ.б.;
  • Зингшпили (7), шул иҫәптән Клаудина фон Вилла Белла (Гёте текстына, 1815, 3 акттан тәүгеһе һаҡланған; постановка 1978, Вена), Игеҙәк ағала- ҡустылар (1820, Вена), Заговорщики, или Домашняя война (1823; постановка 1861, Франкфурт-на-Майне);
  • Пьесаларға музыка — Тылсымлы арфа (1820, Вена), Розамунда, княгиня Кипрская (1823, там же);
  • Солистар, хор һәм оркестр өсөн — 7 месса (1814—1828), Немец реквиемы (1818), магнификат (1815), оффертории һ.б. рухи әҫәрҙәр, ораторийҙар, кантаталар, шул иҫәптән Мирьямдың Еңеү йыры (1828);
  • Оркестр өсөн — симфониялар (1813; 1815; 1815; Фажиғәле, 1816; 1816;Кесе до мажор, 1818; 1821, бөтөрөлмәгән; Тамамланмаған, 1822; Ҙур до мажор, 1828), 8 увертюра;
  • Камера-инструменталь ансамблдәр — 4 соната (1816—1817), фантазия (1827) скрипкиа һәм фортепиано өсөн; соната арпеджионе һәм фортепианоөсөн (1824), 2 фортепиано триоһы (1827, 1828?), 2 ҡыл триоһы (1816, 1817), 14 или 16 ҡыл квартеттары (1811—1826), фортепиано квинтеты Форель (1819?), ҡыл квинтеты (1828), октет ҡыллы һәм тынлылар өсөн (1824), Интродукция һәм вариациялар «Кипкән сәскәләр» темаһына йыр («Trockene Blumen» D 802) флейта һәм фортепиано өсөн һ. б.;
  • Фортепиано өсөн 2 ҡуллап — 23 соната (шул иҫәптән 6 бөтөрөлмәгән; 1815—1828), фантазия (Скиталец, 1822, һ.б.), 11 экспромттар (1827-28), 6 музыкаль момент (1823—1828), рондо, вариациялар һәм башҡа пьесалар, 400 бейеүҙән ашыу (вальсытар, лендлерҙар, немец бейеүҙәре, менуэттар, экосезтар, галоптар һ.б.; 1812—1827);
  • Фортепиано өсөн 4 ғуллап — сонаталар, увертюралар, фантазиялар, Венгр дивертисмент (1824), рондо, вариациялар, полонездар, марштар.
  • Вокаль ансамблдәр ирҙәр, ҡатын — ҡыҙ тауыштары өсөн һәм ҡатнаш составтар ҡушылып һәм ҡушылмай башҡарыу өсөн;
  • Тауыш өсөн йырҙар Фортепиано менән(600 артыҡ), шул иҫәптән циклдар «Прекрасная мельничиха» (Шуберт) (1823) һәм «Зимний путь» (1827), «Аҡҡош йыры» йыйынтығы (1828), «Третья песня Эллендың өсөнсө йыры» («Ellens dritter Gesang», шулай уҡ Шуберттың «Ave Maria»һы «Урман батшаһы»(«Erlkönig» И. В. Гёте шиғырына 1816).

Әҫәрҙәр каталогы

үҙгәртергә

Композиторҙың тере сағында уның эштәренең бик аҙы баҫылғанға күрә, бик аҙҙарының ғына үҙенең опус номеры бар, булған осраҡтарҙа ла номер тулыһынса дөрөҫ итеп әҫәрҙең ижад ителгән ваҡытын күрһәтмәй. 1951 йылда музыка белгесе Отто Эрих Дойч Шуберттың әҫәрҙәре каталогын баҫып сығара, был каталогта композиторҙың барлыҡ әҫәрҙәре хронологик тәртиптә, яҙылған ваҡытына тура килтерелеп урынлаштырылған[16][17].

Астрономияла

үҙгәртергә

Франц Шуберттың музыкаль пьесаһы «Розамунда» хөрмәтенә 1904 йылда асылған астероидҡа (540) Розамунда исеме бирелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Шуберттың аҙаҡҡы сонаталары

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Венаның 9-сы районындағы Альзергрунд составында
  2. 2,0 2,1 Hilmar, 2007, с. 609
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Шуберт Франц Петер / Ю. Н. Хохлов // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Шуберт Франц. Энциклопедия Кольера. — Открытое общество. 2000.. Дата обращения: 24 март 2012. Архивировано 31 май 2012 года.
  5. Шуберт, Франц-Петер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Walther Dürr, Andreas Krause (Hrsg.): Schubert Handbuch, Bärenreiter/Metzler, Kassel u.a. bzw. Stuttgart u.a., 2. Aufl. 2007, S. 68, ISBN 978-3-7618-2041-4
  7. Dietmar Grieser: Der Onkel aus Preßburg. Auf österreichischen Spuren durch die Slowakei, Amalthea-Verlag, Wien 2009, ISBN 978-3-85002-684-0, S. 184
  8. Andreas Otte, Konrad Wink. Kerners Krankheiten großer Musiker. — Schattauer, Stuttgart/New York, 6. Aufl. 2008, S. 169, ISBN 978-3-7945-2601-7
  9. 9,0 9,1 Kreissle von Hellborn, Heinrich (1865). Franz Schubert, pp. 297—332
  10. Gibbs, Christopher H. (2000). The Life Of Schubert. Cambridge University Press, pp. 61—62, ISBN 0-521-59512-6
  11. Мәҫәлән, Крайсль 324 биттә описывает интерес к творчеству Шуберта в 1860 йылдарҙағы Шуберт ижадына ҡыҙыҡһыныу тураһында бәйән итә, ә Гиббс 250—251 биттәрҙә 1897 йылда композиторҙың йөҙ йыллығы айҡанлы үткән оло тантана тураһында яҙа
  12. Liszt, Franz; Suttoni, Charles (translator, contributor) (1989). An Artist’s Journey: Lettres D’un Bachelier ès Musique, 1835—1841. University of Chicago Press, p. 144. ISBN 0-226-48510-2
  13. 13,0 13,1 Newbould, Brian (1999). Schubert: The Music and the Man. University of California Press, pp. 403—404. ISBN 0-520-21957-0
  14. В. Галацкая. Франц Шуберт // Музыкальная литература зарубежных стран. Вып. III. — М.: Музыка. 1983. — С. 155
  15. В. Галацкая. Франц Шуберт // Музыкальная литература зарубежных стран. Вып. III. — М.: Музыка. 1983. — С. 212
  16. Deutsch О. Е., In collaboration with D. R. Wakeling, Schubert. Thematic catalogue of all his works in chronological order, London, 1951
  17. Переработанное и дополненное издание: Franz Schubert. Thematischer Verzeichnis seiner Werke in chronologischer Folge… Neuausgabe in deutscher Sprache bearb. und hrsg. von der Editionsleitung der Neuen Schubert-Ausgabe und W. Aderhold, Kassel, 1978
  • Глазунов А. К. Франц Шуберт. Прил.: Оссовский А. В. Хронограф, перечень произведений и библиогр. Ф. Шуберта. Academia 1928 г. 48с.
  • Франц Шуберт тураһында хәтирәләр / Сост., перевод, предисл. и примеч. Ю. Н. Хохлова. — М., 1964.
  • Хохлов Ю. Н. Шуберт Ф. П. // Музыкальная энциклопедия (под ред. Ю. В. Келдыша). — М.: Советская энциклопедия, 1982. — Т. 6. — С. 435—446.
  • Жизнь Франца Шуберта в документах. Сост. Ю. Н. Хохлов. — М., 1963.
  • Конен В. Шуберт. Изд. 2-е, доп. — М.: Музгиз, 1959. — 304 с.
  • Вульфиус П. Франц Шуберт: Очерки жизни и творчества. — М.: Музыка, 1983. — 447 с.
  • Хохлов Ю. Н. «Зимний путь» Франца Шуберта. — М., 1967.
  • Хохлов Ю. Н. О последнем периоде творчества Шуберта. — М., 1968.
  • Хохлов Ю. Н. Шуберт. Некоторые проблемы творческой биографии. — М., 1972.
  • Хохлов Ю. Н. Песни Шуберта: Черты стиля. — М.: Музыка, 1987. — 302 с.
  • Хохлов Ю. Н. Строфическая песня и её развитие от Глюка к Шуберту. — М.: Эдиториал УРСС, 1997.
  • Хохлов Ю. Н. Фортепианные сонаты Франца Шуберта. — М.: Эдиториал УРСС, 1998. — ISBN 5-901006-55-0.
  • Хохлов Ю. Н. «Прекрасная мельничиха» Франца Шуберта. — М.: Эдиториал УРСС, 2002. — ISBN 5-354-00104-8.
  • Франц Шуберт: К 200-летию со дня рождения: Материалы Международной научной конференции. — М.: Прест, 1997. — 126 c. — ISBN 5-86203-073-5.
  • Франц Шуберт: переписка, записи, дневники, стихотворения. Сост. Ю. Н. Хохлов. — М.: Эдиториал УРСС, 2005.
  • Франц Шуберт и русская музыкальная культура. Отв. ред. Ю. Н. Хохлов. — М., 2009. — ISBN 978-5-89598-219-8.
  • Шуберт и шубертианство: Сборник материалов научного музыковедческого симпозиума. Сост. Г. И. Ганзбург. — Харьков, 1994. — 120 c.
  • Hilmar E. Schubert, Franz Seraph Peter (нем.) // Neue Deutsche Biographie. — 2007. — Т. 23. — С. 609—612.
  • Alfred Einstein: Schubert. Ein musikalisches Porträt. — Pan-Verlag, Zürich, 1952.
  • Peter Gülke: Franz Schubert und seine Zeit. — Laaber-Verlag, Laaber, 2002. — ISBN 3-89007-537-1.
  • Peter Härtling: Schubert. 12 moments musicaux und ein Roman. — Dtv, München, 2003. — ISBN 3-423-13137-3.
  • Ernst Hilmar: Franz Schubert. — Rowohlt, Reinbek, 2004. — ISBN 3-499-50608-4.
  • Kreissle. Franz Schubert. — Вена, 1861.
  • Von Helborn. Franz Schubert.
  • Rissé. Franz Schubert und seine Lieder. — Ганновер, 1871.
  • Aug. Reissmann. Franz Schubert, sein Leben und seine Werke. — Берлин, 1873.
  • H. Barbedette. F. Schubert, sa vie, ses oeuvres, son temps. — Париж, 1866.
  • A. Audley. Franz Schubert, sa vie et ses oeuvres. — П., 1871.

Һылтанмалар

үҙгәртергә