Ишан
Ишан ((фарс. ایشان [Ishān], сығат. — išаn) [Ishān], — išann) — суфый тәриҡәттәре етәкселәрен һәм исмәғили йәмәғәт башлыҡтарын атаған титул йәки ҡушамат. Бынан тыш, Урта Азияла Мөхәммәт Пәйғәмбәр затынан сыҡҡан ырыу вәкилдәрен ишан тип атайҙар[1].
Ишан |
Этимологияһы
үҙгәртергә«Ишан» һүҙенең этимологияһы бер нисә фаразға эйә. Бер версияға ярашлы, был һүҙ үҙләштерелгән сығатай телендәге «išann» — изге йәки «тәҡүә кеше» тигәнде аңлата[2]. Икенсе версия буйынса был һүҙ фарсы сығышлы һәм «улар» тип тәржемә ителә; урта быуаттарҙа «улар» һүҙе суфый тәриҡәттәренең башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарына ҡарата ҡулланылған. Күплек һанындағы «улар» алмашы юғары синыф кешеләренә — донъяуи һәм рухи ҡатламдарға ҡарата ихтирам күрһәтеү формаһы булып тора. Тәриҡәт етәкселәренең үҙ исемдәрен телгә алыу тыйыла, сөнки халыҡ хөрәфәттәре буйынса был төрлө бәхетһеҙлек менән янай[3][4]. Был һүҙҙе тәүге тапҡыр данлыҡлы Хужа Әхрәр (1404—1490) һәм Баһауетдин Нәҡшбәнд (ваф. 1389 йылда) биографияларында телгә алалар[5]. Ишан термины тик Урта Азияла, сығышы менән шунан булған халыҡ йәшәгән төбәктәрҙә, шулай уҡ Урта Азия руханиҙарының әүҙем миссионерлыҡ эшмәкәрлеге алып барған райондарҙа ғына осрай (Татарстан, Башҡортостан).
Суфыйлыҡ
үҙгәртергәИшан һүҙе шәйех, мөршид, остаз, пир мәғәнәһендә ҡулланыла. Улар суфый тәриҡәттәренең рухи лидерҙары һәм остазлыҡ хоҡуғына эйә мөриттәр.[6][7]
Урта Азия суфый тәриҡәттәрендә етәкселәрҙең ҡатмарлы иерархияһы була, ул, бер яҡтан, суфый общиналары менән идара итеү структураһы, икенсе яҡтан — сығышы буйынса юғары ҡатлам булыуы менән билдәләнә. Ишан титулын төрлө категория суфый етәкселәре йөрөтә алған[4]
Нәҫел
үҙгәртергәЫсынында тәриҡәт етәксеһе итеп билдәле бер дәрәжәлә рухи камиллыҡҡа өлгәшкән һәм уҡытыусынан остазлыҡ хоҡуғы алған һәр мөрит һайлана алған; Урта Азияла иһә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тоҡомдары һәм хаҡ хәлифәләр (хужа нәҫеле) вариҫтары ғына «изге» дәрәжәһенә эйә була ала (сәйеттәр) . Ишандарҙың тағы бер үҙенсәлеге — улар үҙ исемен мираҫ буйынса (ишан-заде, эшон-зода) ала алған.
Яҡынса XIV быуаттан, Урта Азияға монгол ябырылыуынан һуң суфыйлыҡ системаһында тәриҡәт тарафынан етәкселекте нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыу урынлаштырыла. XV—XVI быуаттарҙа уҡ суфыйлыҡ яйлап социаль-сәйәси ойошмаға әүерелә, ә ишандар Урта Азияның ижтимағи тормошонда әүҙем роль уйнай башлай.
Ишан династияларының да үҙ иерархияһы булған. Урта Азия масштабында нәҡшбәндиә һәм йәсәүи шәйех вариҫтары төп ролде уйнай. Башҡа династиялар район йәки ҡала масштабында абруй менән файҙалана.[4]
Әлеге ваҡытта ишан нәҫелдәре бик күп һәм халыҡ араһында ирегән. Ишандар йәмғиәттә хөрмәт менән файҙалана, байрамдар һәм дини саралар уларһыҙ бик һирәк үтә. Үзбәкстандың ҡайһы бер райондарында ишандар ошо уҡ нәҫел вәкилдәренә генә өйләнә ала, шунлыҡтан ишандар ырыуынан ҡайһы бер ҡыҙҙар ултырып ҡала. Ишандарҙың ошо һәм башҡа үҙенсәлектәре уларҙы өҫтөнлөклө каста тип һанарға мөмкинлек бирә[1].
Һаны
үҙгәртергәXIX быуат аҙағында генерал-губернатор С. М. Духовской Төркөстан крайының бөтә ишандарының исемлеген төҙөргә ынтылыш яһай. Рәсми статистикаға сығышы буйынса халыҡта ишан тип иҫәпләнгән ишандарҙың күпселеге унда эләкмәй[4].
Ортодоксаль ислам менән мөнәсәбәттәр
үҙгәртергәУрта Азияла суфыйлыҡ халыҡта ородоксаль ислам диненә ҡарағанда ҙурыраҡ популярлыҡ менән файҙалана, сөнки күп быуатлыҡ халыҡ инаныуҙары һәм күҙаллауҙары элементтарын үҙ эсенә ала[5].
Татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың ошондай шиғыры ла бар :
Күзен йомган, муен бөккән, башында чалма чорналган;
Кибән чалма кибәк башта: ишан булган имеш хайван![8]
Ишан мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә
үҙгәртергәВ. И. Даль яҙмаһына ярашлы, урыҫтарҙа ишан тураһында мәҡәл бар: «То ишак, а то ишан»".
Билдәле ишандар
үҙгәртергә- Рәсәйҙә
- Закир ишан Камалов — 1804—1893) — Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе[9].
- Ниғмәтулла ибн Биктимер ибн Туҡай әс-Салаусы (1772—1844) — Ишандар династияһы — Туҡаевтар нәҫеленә нигеҙ һалыусы, ауыл имамдары һәм мөҙәристәре Стәрлебаш (Стәрлебаш)[10].
- Рәсүлев Зәйнулла (1833—1917) — башҡорт дин әһеле, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе.
- Нәжметдин ишан Казаков-Абдуллин (1824—1892) башҡорт дин әһеле, Дүртөйлө районы Иҫке Кәңгеш ауылынан тәриҡәт шәйехе.
- Хәлил Хәлилов (1864—1931) — Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең һуңғы шәйехе. Тубыл губернаһы.[11]
- Ғәли ишан әт-Түнтәри (1794—1874) — суфый шәйехе.[12]
- Ғатаулла Әбделмаликов (1836—1914) — башҡорт ишаны.
- Урта Азияла
- Хәҙрәти Сәйет Мулла Мөхәммәт Ахунд Ишан (Эшон) Имло (үл. 1748—1749 й.) Бохаралағы һуңғы изге Әүлиә. Сәйет Ғәли Әкбәр нәҫеле — Мөхәммәт Пәйғәмбәр нәҫнлннән 12 имамдың ун беренсеһе Хәсән Әл Асҡариҙең икенсе улыны нәҫеленән.
- Эшон Бабахан ибн Әбделмәжитхан (1859—1957) — мөфтөй Борханиә нәҫеленә нигеҙ һалыусы, билдәле дин эшмәкәре, абруйлы фаҡиһ. Урта Азия.[13].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Андрей Фатющенко Уйти нельзя. Обидите // журнал «Вокруг света». — 2003. — № 5 (2752). Архивировано из первоисточника 16 июль 2012.
- ↑ М. Р. Фасмер. М. Р. Фасмер. ишан // Этимологический словарь русского языка. — М.: Прогресс. — 1964—1973. // Этимологический словарь русского языка. — М.: Прогресс. 1964—1973.
- ↑ Л. П. Крысина Ишан // Толковый словарь иностранных слов.- М: Русский язык, 1998.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 С. Н. Абашин Ишан // Ислам на территории бывшей Российской империи. Энциклопедический словарь. Вып. 2. — М., 1999. — С. 40-41.
- ↑ 5,0 5,1 С. Демидов. Туркменские ишаны 2014 йыл 10 сентябрь архивланған.. // Erkin.Net
- ↑ В. В. Бартольд. Сочинения. Т.6. Работы по истории ислама и арабского халифата. М., 1966. — С. 675.
- ↑ Эшон // Словарь русских синонимов. // Словарь русских синонимов.
- ↑ Ишан (Тукай)
- ↑ Амирханов Р. У. Знаменитость всероссийского масштаба (Закир ишан Камалов). 2012 йыл 5 март архивланған. Институт истории им. Ш.Марджани АН РТ
- ↑ А. Хабутдинов. Тукаевы в Стерлибаше: сочетая суфизм и джадидизм 2016 йыл 4 март архивланған. // IslamRF.Ru
- ↑ Последний сибирский ишан Халил Халилов легенды возвращаются 2012 йыл 1 февраль архивланған. // IslamNews.Ru
- ↑ Р. Маликов. ишан ат-Тунтари(недоступная ссылка) // Muslem.Ru
- ↑ Вклад династии Муфтиев Бабахановых в возрождение Ислама в Средней Азии . Дата обращения: 10 май 2012. Архивировано 5 ноябрь 2017 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- С. Н. Абашин. Ишан // Ислам на территории бывшей Российской империи. Энциклопедический словарь. Вып. 2. — М., 1999. — С. 40-41.
- В. В. Бартольд. Сочинения. Т.6. Работы по истории ислама и арабского халифата. М., 1966. — С. 675.
- И. Гейер. Материалы к изучению бытовых черт мусульманского населения Туркестанского края. 1. Ишаны // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. Т.1. Ташкент, 1891. — С. 62-82.
- Л. Климович, Ислам в царской России, М., 1936. — C. 41—44, 121—25, 357—61, 380.
- Л. Климович, Ислам. 2 изд., М., 1965. — C. 147—54. 172—95.
- Н. С. Лыкошин. Роль дервишей в мусульманской общине ташкентских туземцев (с приложением «Ишаны ташкентские») // Сборник материалов для статистики Сыр-Дарьинской области. Т.7. Ташкент, 1899. — С. 94-115.
- Н. Маллицкий. Ишаны и суфизм // Туркестанские ведомости. 1898. — С. 71-72.
- Саттархан. К вопросу о мусульманских ишанах // Православный собеседник. Казань, 1895 (сентябрь). — № 3 С. 72-91.
- Is̲h̲ān / Barthold, W. and Wheeler, G.E. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1997. — Т. 4. (түләүле)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Абашин С. Н. Исламдың ғәмәли логикаһы. 2014 йыл 27 февраль архивланған. // IslamSNG.Com
- Абашин С. Н. Үзбәкстанда, Тажикстанда, Ҡаҙағстанда Изгеләр Вариҫтары.(недоступная ссылка) Проверено Июль 2018. // Analitika.Org
- Арапов Д. Ю. 20-се йй. уртаһында Үзбәкстандың мосолман руханиҙары. XX быуат // IA-Centr.Ru
- Демидов С. Төркмән ишандары. // Erkin.Net
- Тьерри Зарконе Суфизм в татарском мире в начале XX века // «Ислам в татарском мире: история и современность». — 1997. — № 12. Архивировано из первоисточника 13 февраль 2006.
- Силянинова Г. "Советтарға ҡаршы ишанизм ойошмаһы " эше, 1948 йыл. 2009 йыл 18 февраль архивланған. Пермь.
- Фатющенко Андрей. Уйти нельзя. Обидите // журнал «Вокруг света». — 2003. — № 5 (2752).