Худяков Сергей Александрович
Худяков Сергей Александрович (әрм. Սերգեյ Ալեքսանդրի Խուդյակով, төп исеме Арменак Артемович Ханферянц[4][5][6], әрм. Արմենակ Արտեմի Խանփերյանց; 25 декабрь 1901 йыл (7 ғинуар 1902 йыл) — 18 апрель, 1950, Мәскәү, СССР) — совет хәрби эшмәкәре, авиация маршалы[7] (1944).
Худяков Сергей Александрович | |
әрм. Սերգեյ Ալեքսանդրի Խուդյակով | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған ваҡыттағы исеме |
рус. Арменак Артёмович Ханферянц әрм. Արմենակ Արտեմի Խանփերյանց |
Тыуған көнө | 26 декабрь 1901[1] |
Тыуған урыны | Мецтаглар[d], Шушинский уезд[d], Елизаветпольская губерния[d], Рәсәй империяһы[2][1] |
Вафат булған көнө | 18 апрель 1950[3][1] (48 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Үлем төрө | Үлем язаһы |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы[2] |
Хәрби звание | маршал рода войск[d][2][1] |
Командалыҡ иткән | 1-я воздушная армия[d] һәм 12-я Воздушная армия (СССР)[d] |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы[2], Бөйөк Ватан һуғышы[2] һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы[2] |
Ғәскәр төрө | военно-воздушные силы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Худяков Сергей Александрович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАрменак Ханферянц 1902 йылдың 7 ғинуарында Елизаветпольск губернаһы Шушинский өйәҙе МецТаглар (әрм. Մեծ Թաղլար[8][9][10])[11] ауылында (башҡа фараз буйынса, Вольский ҡалаһында) Артем Ханферянц һәм Гюляханум Ханферянц ғаиләһендә тыуа. Атаһы 1908 йылда, ҡатынын өс улы менән тол ҡалдырып, вафат була.
Арменак 15 йәшендә өйөнән сығып китә һәм Баҡы ҡалаһында нефть промыслаһына телефонист-монтер өйрәнсеге булып урынлаша. Унда И. В. Джугашвили (И. В. Сталин) менән таныша. 1918 йылда «Искра» гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша, 1918 йылдың февралендә Ҡыҙыл армия сафына баҫа.
Баҡынан Әстерханға эвакуацияланған пароходта Арменак та була. Судноны инглиз канонер кәмәһе батыра һәм йөҙә белмәгән Арменакты дуҫы Сергей Александрович Худяков, атлы разведка отрядының командиры ҡотҡара. Һуңынан аҡ казактар тылына рейд ваҡытында үлемесле яраланған Худяков етәкселекте Арменакка тапшыра. Арменак Худяков ҡоралын ҡулына алып, уның кейемендә отрядты ҡамауҙан алып сыға. Һуңынан ул һәләк булған Сергей Худяковтың исем-шрифен үҙенә ала.
Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнаша — Царицынды яҡлай, взвод командиры була, Граждандар һуғышын совет власы урынлаштырылған Кавказ аръяғы фронтында эскадрон командиры булып тамамлай. 1924 йылдан РКП(б) ағзаһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Ով ով է. հայեր (әрм.) / под ред. Հ. Այվազյան — Երևան: Հայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 2005. — Т. 1. — Б. 525.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Армянская советская энциклопедия (әрм.) / под ред. Վ. Համբարձումյան, Կ. Խուդավերդյան — Հայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 1974.
- ↑ Худяков Сергей Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Л. А Головкова. «Сухановская тюрьма: спецобъект 110»// 58 (Серия) (Том 3), Возвращение, 2009. Стр. 98
- ↑ Леонид Млечин. «КГБ. Председатели органов госбезопасности. Рассекреченные судьбы» // Litres, 2011. Стр.
- ↑ Г. И. Какагасанов. «Народы Кавказа в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг: материалы Международной научной конференции, посвященной 60-летию Победы советского народа в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» // Ин-т ЯЭ ДНЦ РАН, 2005. Стр. 70
- ↑ Худяков Сергей Александрович // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 654. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
- ↑ Леонид Гурунц Маршал Худяков
- ↑ энциклопедия фонда «Хайазг»
- ↑ Хронос-всемирная история
- ↑ Ныне Гадрутский район НКР/Ходжавендский район Азербайджана
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Саркисов А. Судьба маршала. // «Коммунист», № 147, 22 июня 1988.
- Мороз В. Маршал Худяков: неразгаданная тайна. // «Красная звезда», 24 января 2007.
- АП РФ, оп. 57, д. 100, л. 61.
- Худяков Сергей Александрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Гурунц Л. К. Наедине с собой или как докричаться до вас, потомки. — Ер., 2002.
- Вирабян А. Знаменитые арцахцы. — Ер., 1992. — С. 63—65.