Булатов Хоҙат Сәлимйән улы
Булатов Хоҙат Сәлимйән улы (15 сентябрь 1906 йыл — 2 ғинуар 1982 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының танкыға ҡаршы орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944[1]).
Булатов Хоҙат Сәлимйән улы | |||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Бəлəбəй өйəҙе Әлшәй районы Себенле ауылы | ||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||
Вафат урыны |
Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы Себенле ауылы | ||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||
Ғәскәр төрө |
кавалерия | ||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1941—1945 | ||||||
Хәрби звание | |||||||
Часть | |||||||
Хәрби алыш/һуғыш |
| ||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәХоҙат Сәлимйән улы Булатов 1906 йылдың 15 сентябрендә Өфө губернаһы Бəлəбəй өйəҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының) Себенле ауылында башҡорт Сәлимйән Булатовтың ғаиләһендә донъяға килә. Ауылда башланғыс белем ала, ауыл хужалығында эшләй, һуғышҡа китер алдынан колхозда ферма мөдире була.
Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың июнендә Әлшәй районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла.
1942 йылдың майынан Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙəк, Белоруссия, 2‑се һəм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмəт итə.
1943 йылда ВКП(б) сафына инә һәм шул уҡ йылда Тыуған илебеҙҙең иң юғары наградаһына лайыҡ булырлыҡ батырлыҡ күрһәтә.
Һуғышты гвардия өлкән сержанты булып тамамлай. Демобилизациянан һуң (1945) тыуған ауылы Себенлегә әйләнеп ҡайта, БАССР‑ҙың Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмəт итə, артабан Əлшəй районының «Мир» колхозында балыҡсылар бригадаһы бригадиры, колхозда янғын һүндереүсе булып эшлəй.
1982 йылдың 2 ғинуарында Себенле ауылында вафат була, шул уҡ ауылда ерләнгән.
Батырлығы
үҙгәртергәГерой исеменə Үҙәк фронттың 61-й армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының танкыға ҡаршы орудие командиры сержант Булатов 1943 йылдың 27 сентябрендә Белорус ССР‑ы Нивки ауылы янында Днепрҙы аша сыҡҡанда һəм 29 сентябрендә Галки ауылы өсөн һуғыштарҙа күрһəткəн батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме 1944 йылдың 9 февралендә бирелә. Герой шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар[2] менән наградлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1944).
- Ленин ордены (09.02.1944)[3]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (15.12.1942)[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому и сержантскому составу артиллерии Красной Армии» от 9 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 24 февраля (№ 11 (271)). — С. 1
- ↑ Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бойороҡ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Булатов Хоҙат Сәлимйән улы . «Герои страны» сайты.
- Булатов Хоҙат Сәлимйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.