Фәхрениса Зейд

төрөк рәссамы

Фәхрениса Зейд (ғәр. الأميرة فخر النساء زيد‎) йәки Фәхр әл-Нисса (1901 — 5 сентябрь 1991) — төрөк рәссамы, ижадында Көнбайыш сәнғәтендәге абстракционизм һәм башҡа йоғонтолар ислам дине һәм византий сәнғәте элементтары менән ҡатнаша. Ул майлы живопись, акварель һәм гуашь кеүек төрлө техникалар файҙалана, литографиялар, гравюралар, коллаждар һәм витраждар эшләй.

Фәхрениса Зейд
ғәр. penedesemen
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Төркиә
 Иордания[4]
Титул шаһбикә[d]
Тыуған көнө 7 ғинуар 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[5][6][7][…]
Тыуған урыны Бююкада[d], Истамбул, Ғосман империяһы
Төркиә[2]
Вафат булған көнө 5 сентябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[8][9][10] (90 йәш)
Вафат булған урыны Амман, Иордания[11]
Атаһы Mehmet Şakir Paşa[d]
Бер туғандары Кабаагачлы, Джеват Шакир[d] һәм Алие Бергер[d]
Хәләл ефете Зейд ибн Хусейн[d] һәм Деврим, Иззет Мелих[d]
Балалары Раад ибн Зейд[d] һәм Şirin Devrim[d]
Нәҫеле Һашимиҙар
Һөнәр төрө рәссам, художник-витражист, художник-мозаичист, литограф, художник-гравёр, коллажист
Эшмәкәрлек төрө Живопись
Уҡыу йорто Университет изящных искусств имени Мимара Синана[d]
Лицей Богоматери в Сионе[d]
Әүҙемлек урыны Париж[11], Берлин[11], Истанбул[11] һәм Лондон[11]
Сәнғәт йүнәлеше экспрессионизм[d][12] һәм искусство эпохи модерна[d][12]
Жанр портрет[d][13], Абстракционизм[13] һәм фигуративизм[d][13]
Защитник авторских прав reproduction right not represented by CISAC member[d][14]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Тейт[d] һәм Музей современного искусства[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
 Фәхрениса Зейд Викимилектә

Ираҡтағы королдәр ырыуы булған хашимиҙар вәкиленә кейәүгә бара һәм әлеге Ираҡ тәхете дәғүәсеһе принц Раадтың әсәһе була.

Биографияһы

үҙгәртергә

Истанбул составындағы Принц утрауҙарына ингән Бүйүкада утрауында абруйлы төрөк ғаиләһендә тыуа. Атаһы Мәхмәт Шакир паша дипломат, бригадир, фотограф, тарихсы, шулай уҡ күренекле хәрби түрә Жәүәт пашаның ҡәрҙәше була. Әсәһе Сара Исмәт ханым сығышы менән Криттыҡы, ырыуы бик оҫта каллиграфтары менән дан тота[15]. Фәхренисаның ир ҡәрҙәше Джеват Шакир Кабаачлы «Галикарнас балыҡсыһы» псевдонимы аҫтында Төркиәләге билдәле яҙыусы булып китә, ә ҡыҙ ҡәрҙәше Алиә Бергер рәссам һәм гравёр була. Фәхрениса керамика рәссамы Фүрейә Көрәл һәм рәссам Джем Кабаач менән дә нәҫелдәш.

Фәхренисаның әсәһе балаларын уҡытыуға ҙур әһәмиәт бирә. Улар инглиз, француз, ғәрәп һәм фарсы телдәрен өйрәнә, һүрәт төшөрөү һәм фортепиано дәрестәрен ала, шулай уҡ Ҡөрьән уҡый. Фәхрениса дүрт йәшендә һүрәт төшөрә башлай, ә 12 йәшендә май менән ебәк туҡымаларға әсәһенең һәм туғандарының портреттарын эшләй.

Фәхрениса Зейд Истамбул Нәфис сәнғәттәр академияһын тамамлаған тәүге ҡатын-ҡыҙҙар иҫәбенә инә, ул билдәле төрөк рәссамы Намык Исмаилда уҡый. 1920-се йылдар уртаһында Фәхрениса Италияла, Испанияла һәм Францияла була, Францияла Рансон академияһында Роже Бисьер класында уҡый. 1930-сы йылдарҙа Европа буйлап күп сәйәхәт итә, Берлинда, Лондонда, Парижда оҙаҡ-оҙаҡ йәшәй.

1920 йылда Фәхрениса яҙыусы Иззәт Мәлих Девримгә кейәүгә бара. Деврим «Ғилем хазинаһы» (төр. Servet-i FünunServet-i Fünun) тигән авангард әҙәби журналы менән хеҙмәттәшлек иткән була. Был никахта ике бала — Нежат Деврим (төр.)баш. (төр.)баш. һәм Ширин Деврим (төр.)баш. (төр.)баш. — тыуа. Нежат — рәссам, Ширин театр актрисаһы булып китә. 1934 йылда Фәхрениса принц Зейд бин Хөсәйенгә бара. Король Фейсал I-нең ҡустыһы Зейд Анкарала Ираҡ илсеһе булып эшләй. 1936 йылда уларҙың улы принц Раад тыуа.

1942 йылда Фәхрениса Зейд "Д төркөмө"нә ҡушыла. Был төркөмгә милли төрөк сәнғәте элементтарын заманса көнбайыш йоғонтоһо менән яраштырырға тырышҡан рәссамдар берләшә. Фәхрениса уларҙың күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Беренсе шәхси күргәҙмәһе 1944 йылда Истанбулдың Мачка районында (хәҙерге Бешикташ районы составында), артабан Лондонда һәм Парижда була. Фәхрениса Зейдтең ижады 1950 йылда Нью-Йорктың Хьюго галереяһында үткән күргәҙмәһенән һуң киң халыҡ-ара билдәлелек ала. Зейдтең АҠШ-та, Европала һәм Яҡын Көнсығышта бөтәһе 50-ләп күргәҙмәһе була[16].

1970 йылда Фәхренисаның ире үлә, ә 1975 йылда ул улы Раад эргәһенә Амманға күсә. Шунда Король художество институтында уҡыта, Фәхрениса Зейд исемендәге Нәфис сәнғәттәр академияһын аса[17]. Рәссам 1991 йылдың 5 сентябрендә вафат була һәм Амманда Рагдан һарайындағы Королдәр төрбәһендә ерләнә.

Зейдтең ижад башындағы портреттарында француз сәнғәте йоғонтоһо һиҙелә. 1940-сы йылдарҙан уның эштәрендә абстрактлылыҡ көсәйә. 1970-се йылдарҙа, иренең вафатынан һуң, Фәхрениса абстракционизмдан алыҫлаша бара һәм портреттар живописына күсә. Был осор картиналарының, тәнҡитселәр фекеренсә, көнбайыш сәнғәте менән бер уртаҡлығы ла юҡ, улар нығыраҡ византий иконалары һәм фаюм портреттары традицияларын алған. 1980-се йылдар уртаһында, вафатынан әҙ генә алдараҡ, Зейд витраждар эшләү менән мауығып китә.

Тәнҡитселәр уның картиналарының сағыулығын, төҫтәренең байлығын һәм аҫыллығын, айырыуса 1950-се йылдарҙағы мозаикаларына затлы күркәмлек хас булыуын билдәләй. Төрөк арт-тәнҡитсеһе Зәйнәп Яса Яман Зейдтең ижадында тәбиғәт, география, тарих, ностальгия тематикалары өҫтөнлөк алыуын, ә стилистик элементтарҙан төҫтәргә, деталдәргә, текстураларға, объекттарҙы ерлектә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бирелеүен билдәләй.

Зейд ижады тураһында кире фекерҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, журналист һәм сәнғәт белгесе Ник Форрест белдереүенсә, ижадсының король статусы арҡаһында ғына уның әһәмиәте һәм йоғонтоһо үтә ҡабартып күрһәтелә[18].

Арт-баҙарҙағы урыны

үҙгәртергә

2013 йылда Зейдтең «Атом тарҡалыуы һәм үҫемлектәр тормошо» тигән картинаһы Дубайҙа Christie’s аукционында 2,741 миллион АҠШ долларына һатыла, был Яҡын Көнсығыш рәссамдары эштәрен һатыу йәһәтенән рекордлы сумма була. Шулай итеп, Фәхрениса Яҡын Көнсығыштың иң ҡиммәтле рәссамы булып сыға[19]. Бынан алдағы рекорд та Зейдтеке: 2010 йылда уның картинаһы 1 миллион АҠШ долларына һатылған була[20].

Зейд картиналарының уртаса хаҡы 100—500 мең АҠШ доллары менән баһалана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #365149106007768490496 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Google Doodle
  3. Union List of Artist Names (ингл.)
  4. Центр Помпиду — 1977.
  5. Deutsche Nationalbibliothek Record #119383349 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  6. Fahrelnissa Zeid (ингл.) — 2008.
  7. Fahrelnissa Zeid (ингл.)
  8. Princess Fahrelnissa Zeid // SNAC (ингл.) — 2010.
  9. Vernoit S. J. Fahrelnissa Zeid // Zeid, Fahrelnissa (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner[Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2017. — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T093324
  10. Delarge J. princesse FAHR EL NISA-ZEID // https://www.ledelarge.fr/14931_artiste_FAHR_EL_NISA-ZEID_princesse (фр.)Paris: Gründ, Jean-Pierre Delarge, 2001. — ISBN 978-2-7000-3055-6
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 https://doi.org/10.1093/gao/9781884446054.article.T093324
  12. 12,0 12,1 https://awarewomenartists.com/artiste/fahrelnissa-zeid/ (фр.) — 2014.
  13. 13,0 13,1 13,2 https://www.tate.org.uk/whats-on/tate-modern/exhibition/fahrelnissa-zeid
  14. Zeid, Fahrelnissa // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=212562c8-a9ed-e711-8b59-000c29e811b2
  15. Zeynep Yasa Yaman. An Artist and an Explorer Beyond Ideologies in a Globalized World (ингл.). The Centenary of Fahrelnissa Zeid. Darat al Funun. Дата обращения: 4 февраль 2014.(инг.). The Centenary of Fahrelnissa Zeid. Darat al Funun. 4 февраль 2014 тикшерелгән.
  16. Fahr-el-Nissa Zeid (ингл.). Art Tactic. Дата обращения: 4 февраль 2014. 2014 йыл 2 март архивланған.(инг.). Art Tactic. 4 февраль 2014 тикшерелгән.
  17. Jonathan M. Bloom, Sheila S. Blair. Zeid, Fahrelnissa // The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture. — Oxford University Press, 2009. — Vol. 3. — P. 451. — ISBN 019530991X, 9780195309911.
  18. Ник Форрест. Аристократия и знаменитости поднимают цены на предметы искусства. Finam.info (5 декабрь 2013). Дата обращения: 4 февраль 2014. 2014 йыл 22 февраль архивланған.(рус.). Finam.info (2013-12-05). 4 февраль 2014 тикшерелгән.
  19. Elisabeta Tudor. Christie's Dubai Scores High (ингл.). Arabia.style.com (31 октябрь 2013). Дата обращения: 4 февраль 2014. 2014 йыл 5 февраль архивланған.(инг.). Arabia.style.com (2013-10-31). 4 февраль 2014 тикшерелгән.
  20. 15th Dubai Sale Season Totals 12 Million (ингл.). Christie's (30 октябрь 2013). Дата обращения: 4 февраль 2014.(инг.). Christie’s (2013-10-30). 4 февраль 2014 тикшерелгән.