Микаил (ғәр. ‏ميكائيل‎ йәки Михаил ميخائيل‎, Микал ميكال‎) — Исламда юғары категориялы дүрт фәрештәнең береһе (Мүҡәрәбүн). Ул Аллаһы Тәғәләнең яралтылмыштарына ризыҡ өләшеүсе фәрештә булараҡ телгә алына. Шулай уҡ шәфҡәт-мәрхәмәт фәрештәһе булараҡ билдәле. Ул мүҡәрәбүн булараҡ башҡарған пәйғәмбәрлек миссияларынан тыш, ел һәм болоттар менән идара итә[1]. Библиялағы Архангел Михаил менән тиңләштерелә[2]

Микаил
араб. ‏ميكائيل‎
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

фәрештә, төрлө тәбиғәт процестарын көйләүсе


Ҡөрьән шәхесе
Исеме башҡа телдәрҙә:

йәһ. מִיכָאֵל‏‎‎‏‎, лат. Michael,
др.-греч. Μιχαήλ

Тиңләнә:

архангел Михаил[d]

Категория:

фәрештә-мүҡәрәбүн

Ҡөрьәндә телгә алыу:

Әл-Бәҡара 2:98

Бәйле персонаждар:

Ябраил, Әҙәм, Лут, Ибраһим, Бәнү Исраил

 Микаил Викимилектә

Ҡөрьәндә

үҙгәртергә

Микаил фәрештә Ҡөрьәндә бер тапҡыр телгә алына[2]:

  Кем Аллаһҡа, һәм Уның фәрештәләренә, һәм Уның рәсүлдәренә, һәм Ябраилға, һәм Микаилға дошман булһа... хәҡиҡәттә Аллаһ та кафырҙарға дошман!
 


[3] Риүәйәт буйынса, ул Ябраил фәрештә менән бергә тәүгеләрҙән булып Әҙәмгә сәждә ҡыла. Мөхәммәт Пәйғәмбәр бәләкәй сағында Микаил менән Ябраил уның күкрәген аса һәм йөрәген таҙарта.

624 йылда Бәҙер һуғышы ваҡытында Микаил башҡа фәрештәләр менән бергә мосолмандарға мәккәләргә ҡаршы тороуҙа ярҙамға килә[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Али-заде, 2007
  2. 2,0 2,1 2,2 Пиотровский, 1988
  3.   Если кто враждует с Аллахом и Его ангелами, посланниками, Джибрилом (Гавриилом) и Микаилом (Михаилом), то ведь Аллах является врагом неверующих.
     

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Али-заде, А. А. Микаил // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Микал / Пиотровский, М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — 719 с.