Ушаков Дмитрий Николаевич

Ушаков Дмитрий Николаевич (24 ғинуар 1873 йыл — 17 апрель 1942 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың тел белгесе, рус теленең орфография реформаһын ойоштороусыларҙың береһе, СССР Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты (1939). «Толковый словарь русского языка» һүҙлегенең баш мөхәррире һәм авторҙашы.

Ушаков Дмитрий Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 12 (24) ғинуар 1873[1] или 24 ғинуар 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 17 апрель 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3][1] (69 йәш)
Вафат булған урыны Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР[2]
Ерләнгән урыны Кладбище по улице Боткина[d]
Һөнәр төрө лексикограф, лингвист, диалектолог, грамматик
Эшмәкәрлек төрө тел ғилеме[4] һәм урыҫ теле[4]
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Мәскәү император университеты[d]
Московские высшие женские курсы[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының тарих-филология факультеты[d]
Ғилми исеме РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә Мәскәү император университеты[d]
Ғилми етәксе Фортунатов Филипп Фёдорович
Аспиранттар Аванесов Рубен Иванович, Винокур, Григорий Осипович[d], Кузнецов, Пётр Саввич[d], Александр Александрович Реформатский[d] һәм Владимир Николаевич Сидоров[d]
Уҡыусылар Винокур, Григорий Осипович[d], Аванесов Рубен Иванович, Кузнецов, Пётр Саввич[d], Александр Александрович Реформатский[d] һәм Владимир Николаевич Сидоров[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены орден Святого Станислава

Биографияһы

үҙгәртергә

Дмитрий Николаевич Ушаков 1873 йылдың 24(12) ғинуарында Ташкент ҡалаһында тыуған. Атаһы Мәскәү хәрби госпиталдең өлкән ординаторы, әсәһе Анна Дмитриева Успение сиркәүе протопресвитер (дәрәжә) Дмитрий Петрович Новскийҙың ҡыҙы. Уға ике йәш саҡта атаһы вафат була, әсәһе яғынан олатаһы — рухани ғаиләһендә тәрбиәләнә. Олатаһы йортонда башланғыс белем алғас, 1882 йылда Дмитрий Ушаковты Беренсе Мәскәү алтынсы класлы прогимназиумдың әҙерлек класына, ә 1889 йылда — Бишенсе Мәскәү гимназияһының етенсе класына (хәҙер — 91-се Мәскәү мәктәбе) бирәләр.

1891 йылда Ушаковҡа бирелгән өлгөрөү тураһында таныҡлыҡта былай тиелә: «Мәскәүҙең Бишенсе гимназияһында уҡыған сағында уның тәртибе бик яҡшы буллы, дәрестәргә йөрөүҙә һәм әҙерләүҙә, шулай уҡ яҙма эштәрҙе бик яҡшыға башҡарҙы һәм ҡыҙыҡһыныусанлығы маҡтауға лайыҡ».

1895 йылда Мәскәү университетының тарих-филология факультетын 1-се дәрәжә дипломы менән тамамлай. Ф. Ф. Фортунатов тәрбиәләнеүсеһе Ушаковҡа «Склонение в Гомере» тигән йомғаҡлау очеркы темаһын тәҡдим итә. Университетта сағыштырма лингвистика һәм Санскрит кафедраһында профессорлыҡҡа әҙерләнеү өсөн ҡалдырыла.

Ф. Ф. Фортунатовтан тыш Ушаков Мәскәү университетында филолог Ф. Е. Корш һәм тарихсы В. О. Ключевскийҙы үҙенең уҡытыусылары тип һанай. Фортунатов уҡыусылары-филологтар А. А. Шахматов, М.M. Покровский, А. И. Томсон, Н. Н. Дурново, А.M. Пешковский һ. б. даирәһенә инә.[5]

Урта мәктәптә уҡыта; шул уҡ ваҡытта фәнни журналдарҙа рус крәҫтиәндәренең йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында этнографик мәҡәләләр баҫтырып сығара.

1900—1901 йылдарҙа магистратура имтихандарын тапшыра һәм ике һынау лекцияһы менән сығыш яһай: беренсеһе — «Рус халыҡ эпосын өйрәнеүҙә төп йүнәлештәр» темаһына, икенсеһе — «Рус әҙәби теле нигеҙе булараҡ Мәскәү диалекты» темаһына. 1901 йылдан — Мәскәү университетының рус теле магистры һәм приват-доценты.

1907 йылдан 1930 йылға тиклем Д. Н. Ушаков Мәскәү университетының тарих-филология факультетының рус теле кафедраһы профессоры.

Шулай уҡ 1907-1918 йылдарҙа Юғары ҡатын-ҡыҙҙар педагогия курстарында, 1909-1919 йылдарҙа Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында , 19101919 йылдарҙа В. А. Полторацкаяның Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында , 1919-1922 йылдарҙа Юғары хәрби-педагогия училищеһында, 1924-1925 йылдарҙа Брюсов әҙәби институтында, 1920-1925 йылдарҙа Дәүләт һүҙ институтында, 1932-1933 йылдарҙа ОГИЗ редакция-нәшриәт институтында; Мәскәү театрҙарында орфоэпия дәрестәре бирә.

1903 йылда Мәскәү диалектология комиссияһын ойоштороусыларҙың береһе, уның баҫмаларының баш мөхәррире була. 1915 йылда Ф. Е. Корш вафат булғандан һуң Ушаков комиссия рәйесе була, 1931 йылда ул бөтөрөлгәнгә тиклем. Институт эшләгән осорҙа (1934—1941) МиФЛИ-ла рус теле кафедраһы мөдире була.

Бөйөк Ватан һуғыш ваҡытында Ташкентта эвакуацияла була. 1942 йылдың 17 апрелендә вафпт була, Ташкенттың Боткин урамындағы зыяратта ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ушаков Һүҙлеге

үҙгәртергә

Һүҙлек өҫтөндә эш башлағансы уҡ Д. Н. Ушаков тел ғилеме, диалектология, орфография, орфоэпикя, лексикография һәм рус теле тарихы хеҙмәттәре менән билдәле була. 1911 йылда яҙған «Рус орфографияһы» китабында рус әҙәби телмәрендә орфография менән әйтелеш араһындағы бәйләнеш анализлана. Был хеҙмәттә Д. Н. Ушаков беренсе тапҡыр рус орфографияһын реформалау кәрәклеген нигеҙләй, ә 1917—1918 йылдарҙа орфографик реформаны төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша.

XX быуаттың тәүге ике тиҫтә йылында Рәсәйҙә барған революцион социаль үҙгәртеп ҡороуҙар рус теленең лексикаһын һиҙелерлек үҙгәртә. 1920-се йылдарҙа уҡ рус теленең аңлатма һүҙлеге өҫтөндә эш башлана. Ул Ушаков Дмитрий Николаевич тарафынан төҙөүсе һәм баш мөхәррир булараҡ башҡарыла.

1935 йылдан алып 1940 йылға тиклем 4 томлыҡ «Рус теленең аңлатмалы һүҙлеге» баҫылып сыға. XX быуатта рус теленең үҫешен тасуирлауҙа ҙур бушлыҡ тултырған һүҙлек тыуа. Был һүҙлекте белгестәр XIX—XX быуат һүҙлек баҫмалары исемлегендә мотлаҡ булырға тейеш, тип һанай, йәғни унан башҡа хәҙерге рус теленең картинаһы тулы түгел була. Һүҙлек 90 меңдән ашыу һүҙҙе үҙ эсенә ала һәм уҡыусыларҙың киң даирәһе өсөн тәғәйенләнә.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Ушаковтың тикшеренеүҙәре диалектологияға, лексикографияға, теоретик грамматикаға, педагогикаға, дескриптив фонетикаға, стилистикаға, рус теле тарихына арналған. Ул телде тотош система, өлөштәре функциональ рәүештә бер-береһенә бәйләнгән һәм айырылғыһыҙ организм итеп күрә. Төп баҫмалары:

Аудиояҙма

үҙгәртергә
  • Ушаков Д. Н. О московском произношении. // Незабытые голоса России: Звучат голоса отечественных филологов. Вып. I. — М.: Языки славянских культур, 2009. — С. 189—196. ISBN 978-5-9551-0327-3 Запись лекции, прочитанной в 1940 г. Хранится в фонотеке ИРЯ им. В. В. Виноградова РАН.
  • Лекция «О законах русского произношения» (записана в феврале 1941 г.). Хранится в фонотеке Московской гос. консерватории

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 Ушаков Дмитрий Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Bibliothèque nationale de France Dmitrij Nikolaevič Ušakov // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Императорский Московский университет, 2010, с. 753

Һылтанмалар

үҙгәртергә