Фортунатов Филипп Фёдорович

Фортунатов Филипп Фёдорович (14 ғинуар 1848 йыл — 3 октябрь 1914 йыл) — Рәсәй империяһы тел белгесе, профессор, Петербург фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1898), Мәскәү лингвистик мәктәбенә («формаль», «Фортунатов») нигеҙ һалыусы. Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры (1900).

Фортунатов Филипп Фёдорович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 2 (14) ғинуар 1848
Тыуған урыны Вологда, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 сентябрь (3 октябрь) 1914 (66 йәш)
Вафат булған урыны Косалма[d], Шуйское сельское поселение[d], Прионежский район[d]
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары Алексей Фёдорович Фортунатов[d][1] һәм Степан Фёдорович Фортунатов[d][1]
Һөнәр төрө филолог
Эшмәкәрлек төрө тел ғилеме
Эш урыны Мәскәү император университеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Гимназия Креймана[d]
Уҡыу йорто Мәскәү император университеты[d]
Мәскәү университетының тарих-филология факультеты[d]
Ғилми исеме почётлы доктор[d], академик[d], член-корреспондент[d] һәм prof. em.[d]
Ғилми дәрәжә Мәскәү император университеты[d]
Ғилми етәксе Фёдор Иванович Буслаев[d], Курциус, Георг[d], Мишель Бреаль[d] һәм Август Лескин[d]
Аспиранттар Ушаков Дмитрий Николаевич, Алексей Александрович Шахматов[d], Александр Белич[d], Покровский, Михаил Михайлович[d], Дурново, Николай Николаевич[d], Яковлев, Николай Феофанович[d], Михаил Николаевич Петерсон[d], Поржезинский, Виктор Карлович[d], Григорий Константинович Ульянов[d] һәм Соколов, Николай Николаевич (лингвист)[d]
Уҡыусылар Покровский, Михаил Михайлович[d], Григорий Константинович Ульянов[d], Алексей Александрович Шахматов[d], Поржезинский, Виктор Карлович[d], Александр Белич[d], Олаф Брок[d], Вейк, Николас ван[d], Дурново, Николай Николаевич[d], Михаил Николаевич Петерсон[d], Пешковский, Александр Матвеевич[d], Томсон, Александр Иванович[d], Ушаков Дмитрий Николаевич һәм Вячеслав Николаевич Щепкин[d]
Кемдә уҡыған Петров, Павел Яковлевич[d]
Ойошма ағзаһы Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d] һәм Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Изображение памятной доски

Биографияһы үҙгәртергә

 
Косалома ауылында Ф. Ф. Фортунатов ҡәбере

Филипп Фёдорович Фортунатов 1848 йылдың 2 (14) ғинуарында Вологода гимназияһы инспекторы Федор Николаевич Фортунатовтың ғаиләһендә тыуған.. Әсәһе Филиппҡа туғыҙ йәш сағында вафат була. Башланғыс белемде өйҙә ала. 1863 йылда Олонецкий губерна ирҙәр гимназияһына уҡырға инә. .1863 йылда атаһы менән Мәскәүгә күсә, 1864 йылда 2-се Мәскәү гимназияһын көмөш миҙалға тамамлай[2].

1864-1868 йылдарҙа Мәскәү университетының тарих-филология факультетында уҡый. Тел ғилеменә ҡыҙыҡһыныу өлкән ағаһының йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә [3]. Университет курсын кандидат дәрәжәһе менән тамамлай, сағыштырма тел ғилеме кафедраһында ике йылға профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн ҡалдырыла.

Магистрлыҡ имтихандарына әҙерләнгәндә, литва телен өйрәнә башлай һәм күп йылдар буйы дауам итә. 1871 йылдың йәйендә В. Ф. Миллер менән бергә Сувалки губернаһына литва халыҡ әкиәттәрен һәм йырҙарын йыя. 1872 йылда улар Мәскәү университетының «Известия» һында баҫылып сыға.. Магистр имтихандарын тапшырғандан һуң, ике йылға сит илгә командировкаға ебәрелә. Германияла немец филологтары Георг Курциус һәм Август Лескинда, Францияла лингвист һәм тарихсы Бреаль Мишелда стажировка үтә. Британия музейында ул Вед санскрит ҡулъяҙмалар өҫтөндә эшләй һәм ҡайтҡас диссертация әҙерләй(«Sāmaveda» — М., 1875).

1875 йылда, диссертация яҡлағандан һуң, Мәскәү университетының һинд-европа телдәренең сағыштырма грамматикаһы буйынса кафедра доценты итеп һайлана. 1876-1902 йылдарҙа, егерме биш йыл, был кафедрала эшләй. Шулай уҡ ул 1874-1876 йылдарҙа Крейман гимназияһында грек телен уҡыта. 1884 йылда Мәскәү һәм Киев университеттарының юлламаһы буйынса, диссертация яҡламайынса (honoris causa) Мәскәү унверситеты тел ғилеме һәм санскрит теле буйынса сағыштырма кафедраһының экстраординар профессоры итеп раҫлана. 1886 йылдан — ординар профессор; 1900 йылдан — Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры. Университетта дөйөм тел ғилеме һәм һинд-европа курстарын уҡый.

1898 йылда Фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана һәм 1902 йылда Мәскәү университетында эшен ҡалдырып, Санкт-Петербург Фәндәр академияһының штаттағы академигы була. Санкт-Петербургта рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһында эшләй, ғилми-тикшеренеү һәм нәшриәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.

  • Сағыштырма тел ғилемдәре докторы (1884);
  • Санкт-Петербург Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1895);
  • Санкт-Петербург Фәндәр академияһының штаттан тыш ординар академигы (1898);
  • Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры[4](1900) Мәскәү университетының почетлы ағзаһы (1902);
  • Санкт-Петербург Фәндәр академияһының тулы (штаттағы) ағзаһы[5] (1902);
  • Серб фәндәр һәм сәнғәт академияһының сит ил ағзаһы[6](1907);
  • Фин-уғыр йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Хельсингфорс (1911), Норвегия университетының почетлы докторы, Христиания (1911);

1895 йылдан йәйге айҙарын уҙғарған Петрозаводскиҙан алыҫ булмаған Косолама ауылында вафат була һәм шунда ерләнә.

Фәнгә индергән өлөшө үҙгәртергә

Фортунатов мираҫы ике өлөштән тора: грамматиканың дөйөм теорияһы буйынса һәм һинд-европан тикшеренеүҙәре; был өлкәләрҙең икеһендә лә үҙ заманы өсөн һиҙелерлек өлөш индерә.


Һинд-европа тикшеренеүҙәре үҙгәртергә

Фартунатов һинд-европа тикшеренеүсеһе булараҡ, Германияла күренекле вәкилдәрҙә уҡыған йәш грамматиктарҙың (лингвистар мәктәбе) концепцияһын һәм методологияһын яҡлай. Ул Рәсәйҙең беренсе иң эре йәш грамматигы.

Фортунатовтың һинд-арий һәм балто-славян тарихи фонетикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәре билдәле, бигерәк тә балто-славян тарихи акцентологияһы, уны ул беренселәрҙән булып өйрәнә башлай.

Уның исеме менән ике тел законы аталған: боронғо һинд ретрофлекс өндәренең барлыҡҡа килеү шарттарын һүрәтләгән «Фортунатов законы», һәм билдәле балто-славян тарихи акцентологияһына ҡараған «Фортунатов-де-Соссуре законы» (шулай уҡ Ф. де Соссуре тарафынан үҙ аллы формулировкалана) һәм балтик һәм славян телдәрендә баҫымдың бер төрө эволюцияһын һүрәтләгән закон.

Грамматика теорияһы үҙгәртергә

Фортунатов бер нисә хеҙмәтендә (башлыса «Мәскәү» осоро лекцияларында) дөйөм морфологияға үҙенсәлекле теоретик ҡараш белдерә. Улар тәү сиратта грамматик форма, һүҙ үҙгәреше, һүҙьяһалыш, шулай уҡ һүҙ төркөмдәренең классификацияһы кеүек төшөнсәләргә ҡағыла. Фортунатов грамматик һәм грамматик булмаған мәғәнәләр менән был мәғәнәләрҙең флектив телдәрҙә сағылышының айырым характеры араһындағы айырмаға иғтибар итә. Фортунатовҡа шулай уҡ ватан грамматик традицияларында «һүҙ үҙгәреше» һәм "һүҙьяһалыш " ҡаршы тороуы, шулай уҡ «синтактик» һәм «синтактик булмаған» грамматик категориялар (һуңыраҡ ниндәйҙер кимәлдә П. С. Кузнецов, Р. И. Аванесов, А. И. Смирницкий һәм башҡалар өйрәнеүҙә ҡулланыла).

Бигерәк тә морфологик (йәки «формаль» — үҙ мәктәбенең атамаһы) лингвистик мәғәнәләр менән бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм, атап әйткәндә, һүҙ төркөмдәрен морфологик критерийҙарға ғына нигеҙләнгән ғәҙәти булмаған классификациялауҙы тәҡдим итә.

Фортунатовтың ҡараштарын анализлағанда шуны билдәләп үтергә кәрәк: улар уның тарафынан дөйөм формала формулировкаланмаған һәм күп осраҡта лекцияларҙың айырым миҫалдарын һәм текстарын анализлау нигеҙендә реконструкцияланған. Фортунатов эштәре барыһы ла әле ваҡытта баҫылып бөтмәгән. Икенсе яҡтан, Фортунатовтың 25 йыл уҡытҡан саҡтағы идеялары рус тел белгестәренең киләһе быуынына һиҙелерлек йоғонто яһай һәм Н. С. Трубецкой һәм Р. О. Якобсон (һуңғыһы, атап әйткәндә, Фортунатовты айырыуса юғары баһалай һәм уның хәтере өсөн күп нәмә эшләй). Фортунатовтың уҡыусылары — А. А. Шахматов, В. К. Поржезинский, Д. Н. Ушаков, Н. Н. Дурново һ. б.

Тел тарихсыһы булараҡ та, теоретигы булараҡ та Фортунатов ғүмере буйы «ҡәтғи» алымдар яҡлы булып ҡала; уның үҙенсәлекле фәнни стиле артабанғы быуын лингвистарына, бигерәк тә «Виноградов мәктәбе» филология традицияларынан алыҫлашырға теләүселәргә лә ҙур йоғонто яһай.


Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Ф. Ф. Фортунатов исеме менән Петрозаводск урамдарының береһе атала[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә