В. А. Полторацкаяның Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары
В. А. Полторацкаяның Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары — рус. Высшие женские курсы В. А. Полторацкой — Мәскәүҙәге юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары (1906—1919).
В. А. Полторацкаяның Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары |
Тарихы
үҙгәртергәҠатын-ҡыҙҙарға император университеттарында юғары белем алыуға рөхсәт булмаған. Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары - ҡатын-ҡыҙҙар университеттары Рәсәйҙәге реформаларҙан һуң барлыҡҡа килгән дөйөм белем биреү тибындағы юғары уҡыу йорттары булып тора.
Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары университеттар булған ҙур ҡалаларында альтернатив юғары уҡыу йорттары булараҡ ойошторолған, сөнки уларҙа император университеттары профессорҙары белем белем биргән [1]. Йәмәғәт һәм шәхси башланғыстар ярҙамында шәхси, ижтимағи-шәхси, дәүләт-йәмәғәт уҡыу йорттары системаһы булдырыла. Рәсәйҙә юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарын үҫтереү халыҡ мәғарифы системаһының оҙайлы көрсөгөн үтеү процесына бәйле: дәүләт мәктәптәрендә ҡатын-ҡыҙҙар мәғарифы проблемаһы хәл ителмәгән, ә берлектә уҡытыу 1917 йылға тиклем рөхсәт ителмәй. Рәсәйҙең ижтимағи-педагогик земство хәрәкәте мәктәптәр, гимназия һәм училище аҡсаһын, юғары курстарҙы, институттарҙы эҙләп табырға һәм төҙөргә тотона [2].
1906 йылда С. К. Голицына[3] һәм В. А. Полторацкая[4] ике йыллыҡ ижтимағи-юридик курстар булдырған. Улар бер йыл ғына эшләгән, сөнки ойоштороусы ханымдар юридик курстарҙы үҙгәртеп ҡорорға ҡарар иткән һәм уларҙы Рәсәй университеттарының юридик факультеттары программалары буйынса алып барырға кәрәк тигән фекергә килгән. Юғары ҡатын-ҡыҙҙар юридик курстарын асыуға рөхсәт 1907 йылдың яҙында Мәғариф министрлығы тарафынан бирелә, 17 апрелдә Мәскәү уҡыу округының попечителе тарафынан «Ҡағиҙәләр» раҫланған, һәм көҙгөһөн 1-се курс асылған. Дәрестәр курсы дүрт йыл тәшкил итә.
1908 / 1909 академик уҡыу йылында С. К. Голицына ойоштороу хоҡуғынан баш тарта, уларҙы тулыһынса Полторацкаяға тапшыра.
1910 йылда Полторацкая Юғары ҡатын-ҡыҙҙар тарихи-филологик курстары ойоштора. Яңы курстар «Ҡағиҙәләре» Мәскәү уҡыу округының попечителе тарафынан 1910 йылдың 21 октябрендә раҫлана.
Тәүҙә курстарҙы тамамлаған кешеләр бер ниндәй хоҡуҡтар алмаған. 1914 йылдың башында ғына «Полторацкая курстары» "Халыҡ мәғарифы министрының 1911 йылдың 19 декабрендәге " Ҡатын-ҡыҙҙарҙың юғары уҡыу йорттары курстарында һынау үтеүе һәм урта белем биреү учреждениелары уҡытыусыһы дәрәжәһен ҡабул итеү тәртибе тураһында " законға тап килә тип таныла.
Тыңлаусылар һаны 300 кешенән артмаған. 1914 / 15 академик йылда юридик курстарҙа бөтәһе 233 тыңлаусы иҫәпләнә, уларҙың 110-ы — беренсе курста.
1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң курстар, бөтә шәхси уҡыу йорттары кеүек үк, ябыла. 1922 йылда курстар бинаһы Мәскәү университетының ижтимағи фәндәр факультетының этнологик-лингвистик бүлегенә тапшырыла.
Уҡытыусылар
үҙгәртергәКурстарҙа лекцияларҙы Мәскәү университетының күренекле профессорҙары уҡыһа ла, уларҙың уҡытыусылар составы Герье курстарында уҡығандарҙан ҡайтышыраҡ булған[5].
1909 йылда курстарҙа педагогика, уның тарихы һәм педагогик психологияһы буйынса М. М. Рубинштейн лекциялар уҡый башлай. 1910 йылдан алып курстарҙа Д. Н. Ушаков уҡытҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Московский государственный педагогический институт имени В. И. Ленина. М., 1972.С. 27.
- ↑ Высшие женские курсы
- ↑ Софья Карловна Голицына (урожденная фон Мекк (1865—1935), в первом браке (1884—1900) Римская-Корсакова, во втором — княгиня, жена князя Дмитрия Михайловича Голицына (1867—1913)
- ↑ Варвара Александровна Полторацкая, урождённая Римская-Кросакова (1845—1913) — дочь Александра Ефимовича и Анастасии Васильевны Римских-Корсаковых, жена Сергея Петровича Полторацкого.
- ↑ История Москвы : В 6 т. / АН СССР. Ин-т истории. — М. : Изд-во Акад. наук СССР, 1952—1959. — Т. 5: Период империализма и буржуазно-демократических революций / ред. А. М. Панкратова [и др.]. — 1955. — С. 484.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ежегодник Высших женских юридических и историко-филологических курсов в Москве, учр. В. А. Полторацкой. — 1915.
- Романова Е. В. Высшие женские курсы В. А. Полторацкой. 1906—1919 // Высшее образование в России. — 1993 — № 3. — С. 197—203.
- Вся Москва: адресная и справочная книга на 1917 год. — М.: Т-во А. С. Суворина «Новое время», 1917. — Стб. 291—293.