Урдинаран Антонио
Антонио Урдинаран, ҡушаматы «Баск» (исп. Antonio Urdinarán; 30 октябрь 1898 йыл, Монтевидео — 8 июнь 1961 йыл) — Уругвай футболсыһы, ҡапҡасы. 1924 йылғы Олимпияда чемпионы (турнирҙарҙа уйнамай), 3 тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы. Ике тапҡыр Олимпия чемпионы һәм 1930 йылғы Донъя чемпионы Сантос Урдинарандың өлкән ағаһы.
Антонио Урдинаран | ||
Информация | ||
Тыуа | 30 октябрь 1898 Монтевидео, Уругвай | |
Вафат | 8 июнь 1961 (62 йәш) Монтевидео, Уругвай | |
Гражданлығы | Уругвай, Испания | |
Позиция | һаҡсы | |
Карьера | ||
Клуб карьераһы* | ||
1916 | Дефенсор | ? (?) |
1916—1924 | Насьональ | 215 (?) |
1927 | Насьональ | |
Йыйылма командаһы** | ||
1916—1922 | Уругвай | 17 (2) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Олимпия уйындары | ||
Алтын | Париж 1924 | |
Көньяҡ Америка чемпионаты | ||
Алтын | Аргентина 1916 | |
Алтын | Монтевидео 1917 | |
Алтын | Чили 1920 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. |
Биографияһы
үҙгәртергәАнтонио Урдинаран юғары кимәлдәге футболда «Дефенсор» (хәҙер — «Дефенсор Спортинг») клубында уйнай башлай. 1916 йылда Антонио Уругвай командаһы менән бергә тарихта беренсе тапҡыр футбол буйынса Көньяҡ Америка чемпионатына бара. Ул резерв уйынсы була, ләкин өсөнсө матчҡа старт составында сыға. Әммә 17 июлдә Буэнос-Айрестың «Химнасия и Эсгрима» стадионында башланған Аргентина — Уругвай командаларының хәл иткес уйыны бишенсе минутта уҡ өҙөлә һәм икенсе көндө Авельянедала «Расинг» стадионында дауам иткән уйынға Урдинаран сыҡмай[1].
Континенталь беренселектәге тулы дебюты бер йылдан һуң була. Антонио Көньяҡ Америка чемпионатының өйҙәге уйынында Чили командаһына ҡаршы бер матч уйнай. Киләһе ике уйында майҙанға сыҡмай, әммә тапҡыр континент чемпионы була[2]. Был мәлдә «Баск» «Насьональ» өсөн уйнай һәм Уругвай чемпионатында алты тапҡыр еңә.
Ниһайәт, 1920 йылда Антонио Урдинаран Чилиҙағы Көньяҡ Америка чемпионатына йыйылма команданың төп уйынсыһы статусында ҡатнаша. Ул турнирҙың өс матчында ла уйнай. Бразилияға ҡаршы икенсе уйында Урдинаран 26 минутта Уругвай өсөн пенальтиҙан икенсе гол индерә, әммә осрашыуҙың икенсе яртыһында, йәрәхәтләнеү сәбәпле, уйындан сығырға мәжбүр була. Хатта унау ғына ҡалһалар ҙа «Селеста» матчты 6:0 иҫәбенә тамамлауға өлгәшә. Өсөнсө уйынды уругвайҙар 16 көндән һуң чилиҙарға ҡаршы үткәрә һәм Урдинаран йәрәхәттән дауаланып, үҙ командаһына ауыр көрәштә 2:1 иҫәбенә еңергә ярҙам итә. Команда Аргентинаны еңеп континентта үткәрелгән 4 чемпионаттың өсөһөндә еңеүсе була[3].
1922 йылда Бразилияла үткән турнирҙа ла Антонио Урдинаран угурвайҙарҙың төп һаҡсыһы була. Был чемпионат — баһалау йәһәтенән Америка кубогы тарихында иң ғауғалыларҙың береһе. Уругвай йыйылма командаһы һуңғы матчта Парагвайға 0:1 иҫәбенә еңелеп бара һәм Бразилия арбитры Педро Сантостың ғәҙел баһаламауына ҡаршылыҡ күрһәтеп, башҡа матчатарҙың һөҙөмтәһен дә көтмәй турирҙы ташлап сыға. Ғәмәлдә улар Бразилияға ҡаршы «алтын матч»ҡа дәғүә итә алған була[4].
1922 йылдың 17 декабрендә Антонио Урдинаран Уругвай йыйылма командаһында Аргентинаға ҡаршы һуңғы уйын үткәрә[5].
1924 йылда Антонио футболдан китеп, ата-олаталарының тыуған иленә — Испанияға күсенергә ҡарар итә. Шул уҡ йылда Уругвай командаһы Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн Парижға бара. Мадридта Антонио Урдинарандың йәшәүен белгән һәм турнирға заявкала ике буш урыны булған Эрнесто Фиголи командаға Парижды йәшәгән, Уругвай дделегацияһына ярҙам иткән архитектор һәм элекке футболсы Леонидас Чьяппараны һәм һәр саҡ телефон аша бәйләнештә торған, кәрәк ваҡытта Олимпия баш ҡалаһына килергә әҙер булған Антонио Урдинаранды индерә. Ләкин уның ярҙамы кәрәк булмай һәм Антонио 1924 йылда Мадридта ятып ҡына Олимпия чемпионы исеменә лайыҡ була[6]. Был бер үк ваҡытта ағалы-ҡустылы Урдинарандар Уругвай командаһы заявкаһында булған берҙән-бер формаль туринир. Сантос уйынсы булараҡ чемпион исемен ала.
1927 йылда Антонио Урдинаран «Насьональ» клубының мөрәжәғәтен ҡабул итә һәм клубтың Төньяҡ һәм Үҙәк Америка буйлап турнеһында ҡатнаша. Антонио Урдинаран йылда 1961 йылдың 8 июнендә 62 йәшендә вафат була.
Ҡаҙаныштары һәм титулдары
үҙгәртергә- Уругвай чемпионы (6): 1917, 1919, 1920, 1922, 1923, 1924
- Көньяҡ Америка чемпионы (3): 1916, 1917, 1920
- Олимпия чемпионы (1): 1924
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Martín Tabeira. Southamerican Championship 1916 (ингл.). rsssf.com (10 август 2007). Дата обращения: 24 ноябрь 2011. Архивировано 1 май 2012 года.
- ↑ Martín Tabeira. Southamerican Championship 1917 (ингл.). rsssf.com (10 август 2007). Дата обращения: 24 ноябрь 2011. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.
- ↑ Martín Tabeira. Southamerican Championship 1920 (ингл.). rsssf.com (7 сентябрь 2007). Дата обращения: 24 ноябрь 2011. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.
- ↑ Martín Tabeira. Southamerican Championship 1922 (ингл.). rsssf.com (12 август 2009). Дата обращения: 24 ноябрь 2011. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.
- ↑ Матчи сборной Уругвая (1901-1965) . celeste-rus.ru (22 ноябрь 2011). Дата обращения: 24 ноябрь 2011. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.
- ↑ Статья о Леонидасе Чьяппаре