Урдинаран Сантос, ҡушаматы «Vasquito» (Бәләкәй баск) (исп. Santos Urdinarán; 30 март 1900 йыл, Монтевидео — 14 июль 1979 йыл) — Уругвай футболсыһы, һөжүмсе. 1930 йылғы Донъя чемпионы.

Футбол
Футбол
Сантос Урдинаран
Информация
Ҡушаматы Vasquito (Маленький баск - Бләкәй баск)
Тыуа 30 март 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Монтевидео, Уругвай
Вафат 14 июль 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (79 йәш)
Монтевидео, Уругвай
Гражданлығы
Позиция ярымһаҡсы, һөжүмсе
Карьера
Клуб карьераһы*
1919—1933 Уругвай Насьональ 318 (124)
Йыйылма командаһы**
1923—1932 Уругвай Уругвай 22 (2)
Халыҡ-ара миҙалдары
Олимпия уйындары
Алтын Париж 1924
Алтын Амстердам 1928
Донъя чемпионаты
Алтын Уругвай 1930
Көньяҡ Америка чемпионаты
Алтын Монтевидео 1923
Алтын Монтевидео 1924
Алтын Сантьяго 1926

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Биографияһы үҙгәртергә

Сантос Урдинаран 1900 йылдың 30 мартында Монтевидео ҡалаһында тыуа. Ул үҙ карьераһында бер генә — «Насьональ» (19191933 йылдар) клубы составында ғына уйнай. Уң һөжүмсе позицияһында була. 1923 йылда рәсми матчта тәүге дебюты менән сығыш яһай. Шул уҡ йылда ул Copa América турнирының бер өлөшө була. Был уйында уны ҡулланмаһалар ҙа, ул алмаш уйынсы сифатында барыбер ҙә еңеүсе команданың бер өлөшө булып тора. Сантос — Уругвай йыйылма командаһының икенсе уйынсыһы. Карьераһы дауамында егерменән ашыу матч үткәрә, ике гол индерә. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында донъя футболының иң шәп йыйылма командаһы лидерҙарының береһе тип һанала. 1924 йылғы Олимпия чемпионы, өс тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы, «Баск» ҡушаматлы Антонио Урдинарандың ҡустыһы. Улар сығыштары менән баск булғанлыҡтан, был ҡушамат уларға ныҡлы йәбешә, Сантосты, кесе булғанлыҡтан «Бәләкәй баск» тип йөрөтәләр.

1930 йылдағы донъя чемпионатында Сантос Урдинаран бер матч — Перуға ҡаршы уйынында Уругвайҙың старт йыйылма командаһы өсөн уйнай.

Бынан тыш, Сантос Урдинаран — ике тапҡыр (1924, 1928) Олимпия чемпионы һәм өс (1923, 1924, 1926) тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы.

Биш тапҡыр Уругвай чемпионы: 1919, 1920, 1922, 1923, 1924.

1979 йылдың 14 июлендә 80-се йәшендә Монтевидео ҡалаһында вафат була.

Һылтанмалар үҙгәртергә