Углов Фёдор Григорьевич
Фёдор Григорьевич Углов | |||||||||||||||
рус. Фёдор Григорьевич Углов | |||||||||||||||
Файл:Uglov.jpg | |||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы | ||||||||||||||
Вафат көнө | |||||||||||||||
Ғилми даирәһе | |||||||||||||||
Эшләгән урыны |
И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты академигы | ||||||||||||||
Альма-матер |
Иркутск дәүләт медицина университеты, | ||||||||||||||
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1949) | ||||||||||||||
Ғилми исеме |
академик АМН СССР (1967) | ||||||||||||||
Награда һәм премиялары |
| ||||||||||||||
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |||||||||||||||
Фёдор Григорьевич Углов (1904, Иркутск генерал-губернаторлығы, Кирен өйәҙе — 2008 Санкт-Петербург) — совет һәм рәсәй хирургы, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор. «Вестник хирургии имени И. И. Грекова» журналының баш мөхәррире (1953—2006).
СССР Медицина Фәндәр Академияһы (1967 академигы; ағза-корреспонденты 1955). Ленин премияһы лауреаты (1982 йыл). Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1931 йылдан КПСС ағзаһы.
Биографияһы
үҙгәртергә1904 йылдың 22 сентябрендә Иркутск губернаһы Кирен өйәҙе (хәҙерге — Иркутск өлкәһе Кирен районы) Чугуево ауылында тыуған. Атаһы—Григорий Гаврилович Углов (1870—1927). Әсәһе — Анастасия Николаевна Углова (ҡыҙ фамилияһы — Бабошина) (1872—1947). Ғаиләлә бөтәһе алты бала үҫә.[3].
Белеме
үҙгәртергәЕте йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Киренск ҡалаһы педагогия техникумына уҡырға инә. 1923 йылда Иркутск дәүләт медицина университетының медицина факультетына (хәҙер — Иркутск дәүләт университеты) уҡырға инә. Ленинградҡа сәфәренән һуң икенсе курста ҡаты ауырый: ҡорһаҡ йәки тимгелле тифтән (ҡарамыҡ) һуң өҙлөгә, сепсистән яфалана, оҙаҡ ваҡыт аңһыҙ хәлдә йәшәй һәм үлем сигендә була. Тик курсташы тырышлығы менән генә иҫән ҡала, ул (бәләкәй балаһы булыуына ҡарамаҫтан) сирҙән һуң саҡ ҡына хәрәкәт иткән егетте үҙенә тәрбиәгә ала һәм һуңынан уның ҡатыны була.
Бишенсе курста уҡыуын Һарытау дәүләт университетында дауам итә һәм 1929 йылда уңышлы тамамлай. Диплом алғандан һуң, Фёдор Григорьевич Түбәнге Волга крайындағы (Волгоград өлкәһе) Кислово ауылында участка табибы (1929), һуңынан — Абхаз АССР-ы Гал районы Отобая ауылында (1930—1933) һәм Ленинградта И. И. Мечников исемендәге дауаханала (1931—1933) эшләй. 1930-сы йылдар башында коллективлаштырыу осоронда кулактарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша, был турала «Сердце хирурга» автобиографик китабында яҙа[4].
Һөнәри карьераһы
үҙгәртергәИнтернатураны Кирен ҡаклаһында тамамлағандан һуң, йылғасылар район-ара дауаханаһының баш табибы һәм хирургия бүлеге мөдире булып хеҙмәт итә (1933—1937).
Һөнәри эшмәкәрлегенең башында, танылыу алмаҫ борон, Ф. Г. Угловҡа пессимистик баһалар ҙа була: ленинград профессоры А. М. Заблудовский, Угловтың хирургик отчёттары тураһында ишетеп, XX быуаттың 30-сы йылдарында: «Былар барыһы ла барон Мюнхгаузен уйҙырмалары»[5]. Һуңғараҡ, Углов үткәргән операцияларҙы өйрәнеп, Заблудовский үҙенең фекерен үҙгәртә[5].
1937 йылда Ф. Г. Углов Санкт-Петербург дипломдан һуңғы медицина академияһы йәки Ленинград врачтарҙың белемен камиллаштырыу дәүләт медицина институты аспирантураһына уҡырға инә. Тәүге фәнни хеҙмәттәре — «О гнойниках прямой мышцы живота при брюшном тифе» (1938), «К вопросу об организации и работе хирургических отделений на далекой периферии» (1938). «Смешанные опухоли (тератомы) пресакральной области» (1939) темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң, Ф. Г. Углов был институттың ассистенты (преподаватель вазифаһы) (1940—1943), хирургия кафедраһы доценты була (1944—1950). 1949 йылда ул «Резекция лёгких» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[6].
1939—1940 йылдарҙағы Совет-фин һуғышында Фёдор Григорьевич Фин фронтында медсанбаттың өлкән хирургы булып хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, 900 көн дауамында ҡамауҙа тотолған Ленинградта хирург[3], госпиталдәрҙең береһендә хирургик бүлек начальнигы бурысын башҡара. Үҙенең һөйләүе буйынса, бер ай дауамында госпиталь директоры була һәм, кухняла сирлеләргә әҙерләнгән ризыҡты тәмләп ҡарау мөмкинлегенә эйә булғанлыҡтан, иҫән ҡалғандыр.
1950 йылдан Фёдор Григорьевич 1-се Ленинград медицина институтында (хәҙер — Беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты йәки Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты) уҡыта. 1950—1991 йылдарҙа Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты клиникаһы менән берлектә 2-се госпиталь хирургияһы кафедраһы етәксеһе, 1972 йылға тиклем СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бөтә Союз пульмонология ғилми-тикшеренеү институты (ВНИИ) директоры була[7], ҙур хирургия мәктәбен булдыра.
Пенсияға сыҡҡандан һуң
үҙгәртергәФёдор Григорьевич тарихи әҙәбиәт уҡырға, баҡса эштәре менән булырға, тәбиғәткә сығырға, бәшмәк йыйырға, саңғыла шыуырға яратҡан. Ғүмеренең һуңғы йылдарында халыҡ дауалауы һәм традицион булмаған медицина (бигерәк тә, рефлексотерапия) менән ҡыҙыҡһынған. Көн һайын һалҡын һыу менән ҡойонған. Тәрән инанған православие христианы булған[8].
Йөҙ йәше тулыр алдынан һуңғы операцияларының береһен Гиннесстың рекордтар китабы вәкилдәре алдында башҡара, улар видеояҙма төшөрә[9]. Үҙ эше менән шөғөлләнеүсе һәм хирургияла иң дауамлы стажға эйә — 65 йыл, 1929 йылдан алып 1994 йылға тиклем, иң өлкән хирург булараҡ, Фёдор Угловтың исеме Гиннесстың рекордтар китабына индерелә[10][11].
2006 йылдың яҙында бөйөрөнән таштарын алғандан һуң өҙлөгөү арҡаһында, инсульт кисерә[12], артабан ярты йылға һуҙылған реабилитация осоро, хирург үҙенең Комароволағы дачаһында йәшәй[12]. 2008 йылдың 22 июнендә Санкт-Петербургта 104-се йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Александр Невский лавраһының Никольский зыяратында ерләнгән[13].
Ғаиләһе
үҙгәртергәДүрт тапҡыр өйләнә. Беренсе ҡатыны — Вера Михайловна (Трофимова), гинеколог. 1926 йылда өйләнешәләр, университетта бер төркөмдә уҡығандар. Өс ҡыҙы — Татьяна, Эдита һәм Елена (1934—2010) тыуа, ейәне — М. В. Сильников.
Өсөнсө ҡатыны — Еремеева Ирина. Ҡыҙы — Ирина Фёдоровна Углова (1964 йылдың 17 декабрендә тыуған).
Дүртенсе ҡатыны — Эмилия Викторовна Углова-Стрельцова (14.08.1936), кардиолог, медицина фәндәре кандидаты. 1964 йылда өйләнешәләр. Улдары — Григорий Фёдорович Углов (1970 йылдың 10 июне), дирижёр, композитор.
Хирургия өлкәһендә ҡаҙаныштары
үҙгәртергәФ. Г. Углов илебеҙҙә беренселәрҙән булып иң ҡатмарлы операцияларҙы — ҡыҙыл үңәскә, плевра ҡыуышлығынан уң һәм һул яҡта, күкрәк һөйәге һәм умыртҡа бағанаһы араһында (шыршы биҙе — вилочковая железа) ятҡан органдар комплексы йәғни средостение, порталь гипертензия, ашҡаҙан аҫты биҙе аденомаһына, үпкә сирҙәренә, тыумыштан һәм үҙләштерелгән йөрәк кәмселеге, аорта аневризмаһы осрағында башҡара[14]. 1946 йылдың 8 апрелендә СССР-ҙа тәүге тапҡыр уң үпкәнең ике өлөшөн алыу буйынса уңышлы операция атҡара. Йөрәккә операция яһағанда, донъяла тәүгеләрҙән булып, йөрәкте һаҡлаусы күкрәк стенкаһын алмайынса, йөрәк күренерлек итеп, уны ваҡытлыса ҡайтарып ҡуя торған уңышлы киҫеү ысулын таба. Ул яһалма клапан авторы — «Искусственный клапан сердца и способ его изготовления» (1981, 1982). Ф. Г. Углов хирург булараҡ уникаль хирургик техникаға эйә булған, уның оҫталығын донъяның бик күп билдәле хирургтары юғары баһалай.[15][16]
Профессор Углов — һеҙҙең милли байлығығыҙ. Һеҙ йыһанды яулаған кеүек, ул хирургияны ла шул бейеклеккә күтәрҙе.— Дебейки Майкл Эллис, америка кардиохирургы[17]
Атаҡлы хирург, ғалим һәм педагог, Ф. Г. Углов ғүмеренең ахырына тиклем энергиялы, шәп кеше булып ҡалды[18]. Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт университетында госпиталь хирургияһы кафедраһы профессоры вазифаһында хеҙмәт иткәндә, хирургик ауырыуҙарҙы ҡарап, консультация үткәрергә, һаманеға тиклем уникаль тип һаналған операциялар яһап, студенттарға һәм йәш хирургтарға һабаҡ та биреп өлгөргән.[15][16] Профессиональная деятельность Ф. Г. Углова получила высокую оценку коллег-современников.
Академик Углов башҡаларҙан айырылып торған, тарихи масштаблы шәхес булараҡ хәтеребеҙҙә һаҡлана, беҙ уның алдында башыбыҙҙы эйҙек, Аллаһ мәрхәмәтенән хирургҡа тиңләшергә тырыштыҡ.— Санкт-Петербург һаулыҡ һаҡлау ҡала комитеты рәйесе профессор Юрий Щербук[13]
Публицистикаһы
үҙгәртергә1974 йылда Угловтың «Сердце хирурга» тигән беренсе китабы донъя күрә[19]. Ул Рәсәйҙә бер нисә тапҡыр нәшер ителә, донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк Фёдор Григорьевич илдә айыҡ тормош өсөн көрәш башлай: лекциялар уҡый, мәҡәләләр яҙа, КПСС Ңҙәк Комитетына һәм хөкүмәткә хаттар яҙа. Углов алкоголь (этанол) ҡулланыу һәм тәмәке тартыу кеүек зыянлы ғәҙәттәрҙе тамырынан юҡ итеү өсөн әүҙем тырыша, үҙенең табип тәжрибәһендә күҙәтелгән кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр менән нығытып, спирттың һәм тәмәке төтөнөнөң мөһим эске органдарға — мейегә, йөрәккә, үпкәгә, ашҡаҙан-эсәк органдарына зарарын асып бирә.
Угловтың китаптары:
- «В плену иллюзий»,
- «Самоубийцы»,
- «Ломехузы»,
- «Капкан для России»,
- «Человеку мало века»,
- «Правда и ложь о разрешённых наркотиках».
Углов тергеҙгән айыҡлыҡ өсөн көрәш өлкән йәштәгеләргә генә йүнәлтелмәне, Углов һылтанған Ҙур медицина энциклопедияһында күрһәтелгәнсә, (бер көнлөк) кефир 0,12%-тан (өс көнлөк) кефир — 0,88 %-ҡа тиклем этанолға эйә булғанлыҡтан, балалар рационынан алырға һәм сабыйҙарға ашатыуға юл ҡуймау кәрәклеген тәҡдим иткән. Углов фекеренсә, имсәк балалар, шулай уҡ йөклө, бала имеҙеүсе ҡатындар ашаған кефир әсетелмәй, һөт кислоталары ярҙамында әҙерләнгән продукттар — ҡыҙыл ҡатыҡ (ряженка), сей ҡктыҡ (простокваша), болгар сей ҡатығы һ. б. менән алмаштырылырға тейеш[20].
Алкоголь һәм тәмәкенән башҡа, Углов иллюминаттар ордены хуплаған рок-музыканы ла наркотиктар рәтенә индергән.[20]
Углов шулай уҡ үҙенең күренекле «О недопустимости потребления алкоголя» тигән мәҡәәләһе менән дә билдәлелек яулай. Ул, алкоголдең теләһә ниндәй дозаһы ла зыянлы икәнен раҫлап, йәмәғәтселек аңына айыҡлыҡ төшөнсәһен һеңдереү халыҡ именлегенә алып килеүсе иң дөрөҫ юл тип (СССР-ҙа 1980-се йылдарҙа алып барылған алкоголгә ҡаршы көрәш кампанияһы осоронда яҙылған).
Тәҡдимдәре
үҙгәртергәАкадемик Углов сәләмәтлекте һаҡлау һәм ғүмер оҙонлоғо буйынса тәҡдимдәр бирә[21]:
- Тыуғн илеңде ярат. Һәм уны яҡла. Ырыуһыҙар оҙаҡ йәшәй алмай.
- Хеҙмәт ярат. Физик эште лә шулай уҡ.
- Үҙеңде тота бел йәғни һалҡын ҡанлы бул. Төрлө хәлдәрҙәә лә рухыңды һындырма.
- Бер ваҡытта ла эсмә лә, тартма ла, шулай булмаһа башҡа тәҡдимдәр — файҙаһыҙ.
- Үҙеңдең ғаиләңде ярат. Уның өсөн яуап бирергә әҙер бул.
- Нисек ҡыйын һымаҡ булһа ла, ғәҙәти ауырлығыңды һаҡла. Артығын ашама!
- Юл йөрөгәндә һаҡ бул. Бөгөн кеше ғүмере өсөн иң хәүефле урын — юл.
- Табипҡа ваҡытында барыуҙан ҡурҡма.
- Балаларыңды һаулыҡтарын емерерлек музыка һәм телевизион рекламанан ҡотолдор.
- Тәнең эшмәкәрлегенең төп нигеҙенә хеҙмәт һәм ял режимы һалынған. Үҙеңдең тәнеңде ярат, уны ҡыҙған.
- Индивидуаль үлемһеҙлеккә эйә булып булмай, әммә ғүмер оҙонлоғоң күп осраҡта һинең үҙеңдән тора.
- Яҡшылыҡ эшлә. Уҫаллыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенән-үҙе килеп сығыуы мөмкин.
Ҡараштары
үҙгәртергәБөтә ғүмере дауамында айыҡ тормош өсөн эҙмә-эҙлекле көрәшсе була; СССР-ҙа алкоголь һәм тәмәке продукцияһын һатыуҙы тыйыу — тәүге сараларҙың береһе тигән тәҡдим индергән.[20] Углов 1988 йылдар ахырында нигеҙләнгән Халыҡ айыҡлығы өсөн көрәш союзының (СБНТ) алыштырғыһыҙ рәйесе була. Табак и алкоголь Углов тәмәке менән алкоголде, А. Н. Тимофеевтың «Нервно-психические нарушения при алкогольной интоксикации» (Л., 1955) хеҙмәтенә таянып, «рөхсәт ителгән наркотиктар» рәтенә индерә[22]. Шулай уҡ 1991 йылда «Славянский собор»ҙы ойоштороусыларҙың береһе була[23][24]. Углов митрополит Иоанндың (Снычёв) дуҫы була һәм ҡарашы буйынса ла яҡын тора[25].
Күп тикшеренеүселәр, Углов фекерләгәнсә, XIX быуатҡа тиклем эскелек рус халҡына хас күренеш булмаған, һәм уны, рус милли характерын емереү маҡсатында, йәһүдтәр индергән һәм хуплаған[26][27][28][К 1][К 2].
Совет граждандарын аңлы рәүештә эскегә һалындырыыуҙа Углов АҠШ Үҙәк разведка идаралығын[29], сионистарҙы һәм империалистик агентураны ғәйепләгән.[30][31][32][33]. Иерусалимдағы Йәһүд университетының политология докторы, профессор Ицхак Брудны (Yitzhak Brudny) СССР-ҙа 1986 йылғы алкоголгә ҡаршы кампанияның уңышһыҙлыҡҡа осрауын Углов киң мәғлүмәт сараларында рус халҡының айыҡ булыуына ҡаршы бюрократияны һәм «этник рус түгелдәрҙе» (йәһүдтәр) ғәйепләй[27].
Антисемитизм мәсьәләләрен өйрәнеүсе философия докторы Вадим Россман шулай уҡ Угловтың Рәсәйҙә алкоголизм таралыуында йәһүдтәрҙе ғәйепләүендә Заговор теорияһы элементы бар ти[34]. Углов үҙен антисемитизмда ғәйепләүҙәрҙе ҡәтғи кире ҡаҡҡан[25].
Тарихсы һәм политолог, радикаль милләтселек идеологиялары буйынса белгес[35] Вальтер Лакер, Углов кампанияһы «ҡайһылыр дәрәжәлә Көнбайышта айыҡлыҡ өсөн көрәшеүселәрҙең сиктән сығыуҙарына оҡшаған; Углов һәм уның антиалкоголизм буйынса эйәрсендәре — был байтаҡ сиктән тыш уң элементтар ҡушылған яңы диндер» ти[36].
1988 йылда «Огонёк» журналында Лев Овруцкийҙың мәҡәләһе баҫыла[37], Угловтың «В плену иллюзий» китабында, шулай уҡ «Наш современник» журналындағы мәҡәләләренең береһе Углов «иҫ китмәле ғалим» һәм «күренекле психиатр» тип атаған Сикорский Иван Алексеевич һылтанмаларына йүнәлтә. Мәҡәлә авторы ғалимдың халыҡтың күпселеге айыҡ йәшәргә әҙер һәм шундай ҡарарҙы түҙемһеҙлек менән көтә тигән ышаныуын тәнҡитләй, Угловты хаталаныуҙа ғәйепләй. Лев Овруцкий Углов халыҡты догматтарса көсләп айнытырға теләй ти. Лакер ҙа «Огонёк» журналындағы мәҡәләгә һылтана. Америка тарихсыһы һәм политологы Углов мәҡәләләрендә «Чёрная сотня» һәм башҡа квазифашистик хәрәкәттәр идеологиялары һиҙемләнә, ти[36].
Социолог Митрохин Николай Александрович та шулай уҡ Угловты рус милләтсеһе һәм сионизмды әүҙем пропаандалай ти. Углов үҙенең клиникаһында ҡулға алыу ҡурҡынысы янаған ленинград милләтсеһе Семанов Сергей Николаевичты, палатала урын биреп, йәшереп тотҡан[38].
Маҡтаулы исемдәре, дәрәжәләре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- III дәрәжә «Ватанға күрһәткән хеҙмәте өсөн» ордены (2005 йылдың 9 феврале) — һаулыҡ һаҡлау һәм медицина фәне өлкәһендә оло хеҙмәттәре өсөн[39]
- IV дәрәжә «Ватанға күрһәткән хеҙмәте өсөн» ордены (2000 йылдың 17 июне) — дәүләт алдындағы хеҙмәттәре, һаулыҡ һаҡлау үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм оҙаҡ йылдар буйына намыҫлы хеҙмәте өсөн[40]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- беренсеһе — (1957 йылдың 24 июне) — Ленинград ҡалаһының 250 йыллығы уңайы менән һәм ҡала хеҙмәтсәндәренең сәнәғәәт, фән һәм мәҙәниәт үҫешендәге хеҙмәттәрен билдәләп[41]
- икенсеһе — 1961 йылдың 11 феврале — совет халҡын һаулығын һаҡлау һәм медицина фәне үҫешендә ҙур хеҙмәттәре өсөн[42];
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984 йылдың 4 октябре) — медицина фәне үҫешендә, квалифицикациялы белгестәр әҙерләүҙә ҙур хеҙмәттәре өсөн һәм тыуыуына 80 йәш тулыу айҡанлы[43]
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- «СССР уйлап табыусыһы» күкрәккә тағылмалы билдәһе
- Ленин премияһы (1961) — үпкә сирҙәрен хирургик алым менән дауалау асышы өсөн
- Склифосовский премиялары
- А. Н. Бакулев исемендәге премия (2004) — «күкрәк ситлеге һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирупргияһын булдырыуға һәм үҫтреүгә күренекле шәхсән өлөш индергәне өсөн»
- «Һәләтлелек» («Призвание») милли премияһым «Һөнәренә тоғролоҡ өсөн» номинацияһында (2002)[44]
- Изге Андрей Первозванный халыҡ-ара премияһы «Ышаныс һәм тоғролоҡ өсөн» номинацияһында (2003)
- Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Алтын билдәһе (2003)
- «Золотая десятка Петербурга — 2003» конкурсы лауреты «Ватанға намыҫлы хеҙмәте өсөн» номинацияһында (2004)
Ф. Г. Углов, Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә үҙе һайлаған хеҙмәтенә тоғро ҡалыусы иң өлкән хирург булараҡ, Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән[15][16][45][46].
Хәтер
үҙгәртергә- 2014 йылдың 7 октябрендә Санкт-Петербургта Петроград районында Фёдор Углов исемендәге скверҙы тантаналы асыу ойошторола. Сквер Лев Толстой һәм Рентген урамдары киҫешкән уырнда, оҙаҡ йылдар дауамында Углов етәкләгән хәҙерге Дәүләт медицина университетының госпиталь хирургия клиникаһы тәҙрәләре алдында урынлашҡан[47].
- 2016 йылдың 7 октябрендә Академик И. П. Павлов исемендәге Беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты бинаһы алдында Фёдор Углов һәйкәле асыла. Композиция пациентҡа табан ярым эйелгән медицина хеҙмәткәренең йыйылма образынан ғибәрәт. Пьедесталда Угловтың: «Табип хеҙмәте — юғары дәрәжәлә шәфҡәтле һәм изге»[48].
- «Академик Фёдор Углов» поезы — «РЖД» асыҡ акионерҙар йәмғиәтенең поезд нигеҙендә булдырылған «тәгәрмәс өҫтөндәге поликлиника»һының консультация-диагностика үҙәктәренең береһе. Тельман исемендәге Воронеж вагон ремонтлау заводы эшләгән. Поезд составы Көнсығыш Себер тимер юлына яҙылған, Военный Городок станицияһының Иркутск-Сортировочный мотор-вагон депоһында урынлашҡан.
Баҫмалары
үҙгәртергәКитаптары
үҙгәртергә- «Сердце хирурга» 2023 йыл 3 июнь архивланған. (1974) ISBN 978-5-17-047522-3
- «Человек среди людей (записки врача)» 2023 йыл 3 июнь архивланған. — М.: «Молодая гвардия», 1978. — 272 с.
- Углов Ф. Г., Дроздов И. В. Живём ли мы свой век. — М.: «Молодая гвардия», 1983. — 240 с. — 100 000 экз.
- «Под белой мантией» 2023 йыл 3 июнь архивланған. (1984) ISBN 5-265-01208-7
- «Образ жизни и здоровье» (1985)
- «В плену иллюзий»(недоступная ссылка) (1985) / «Из плена иллюзий» (1986)
- «Береги здоровье и честь смолоду» (1988) ISBN 5-7155-0133-4
- Углов Ф. Г. Ломехузы. — Л., 1991. Архивная копия от 13 ноябрь 2007 на Wayback Machine
- «Самоубийцы» (1995)
- «Капкан для России» 2023 йыл 3 июнь архивланған. (1995)
- «Человеку мало века» 2023 йыл 3 июнь архивланған. (2001) ISBN 5-02-026165-3
- «Правда и ложь о разрешённых наркотиках» 2023 йыл 3 июнь архивланған. (2004) ISBN 5-89747-057-8
- «Тени на дорогах» (2004)
- «Воспоминание русского хирурга. Одна революция и две войны»
Монографиялары
үҙгәртергә- «Резекция лёгких» (1950, 1954)
- «Рак лёгкого» (1958, 1962; переведена на китайский и польский языки)
- «Тератомы пресакральной области» (1959) (в соавторстве с Р. А. Мурсаловой)
- «Диагностика и лечение слипчивого перикардита» (1962) (в соавторстве с М. А. Самойловой)
- «Хирургическое лечение портальной гипертензии» (1964) (в соавторстве с Т. О. Корякиной)
- «Осложнения при внутригрудных операциях» (1966) (в соавторстве с В. П. Пуглеевой, А. М. Яковлевой)
- «Катетеризация сердца и селективная ангиокардиография» (1974)(в соавторстве с Ю. Ф. Некласовым)
- «Патогенез, клиника и лечение хронической пневмонии» (1976)
- «Основные принципы синдромальной диагностики и лечения в деятельности врача-хирурга поликлиник» (1987)
Шулай уҡ 200 художество-публицистик мәҡәләһе һәм 600-ҙән ашыу мәҡәлә?е — ғилми журналдарҙа.
Комментарийҙары
үҙгәртергә- ↑ Рус йәһүд йәмәғәт эшмәкәре Семён Дубнов, үкенес менән түбәндәгене ҡабатлай: "Йәһүдтәр, бер телем икмәк табыр өсөн, Рәсәйҙә эскелекте алға ебәреү кеүек эшмәкәрлеккә тотоноп, фажиғәле хәлдә ҡалды. Правительственная комиссия Российской империи, созданная в 1881 йылда йәһүд ҡыйратыуҙарын тикшереү маҡсатында төҙөлгән Рәсәй империяһы хөкүмәт комиссияһы, «йәһүдтәр һәм төп халыҡ араһындағы һуңғы ғәҙәти булмаған мөнәсәбәттәрҙең сәбәбен асыҡлап, рус халҡын һәләкәтле йоғонтонан һаҡлауҙы ойошторорға саҡырған». Доклад йәһүдтәрҙең ауыл ерҙәрендә шарап менән сауҙа итеүен тыйыуҙы һәм ҡалаларҙа байтаҡҡа сикләүҙе тәҡдим иткән (Цит. по Marni Davis Jews and Booze: Becoming American in the Age of Prohibition (Goldstein-Goren Series in American Jewish History) NYU Press (January 1, 2012)).
- ↑ Историк Й. Петровский-Штерн в статье «Судьба средней линии» со ссылкой на исследование русского экономиста Ивана Фундуклея пишет, что уничтожение еврейской винной торговли привело к росту уровня пьянства в черте оседлости, а до этого он был выше в губерниях за пределами областей расселения евреев.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Углов Фёдор Григорьевич // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
- ↑ http://www.sptimes.ru/index.php?action_id=100&story_id=26344
- ↑ 3,0 3,1 telegraph (ингл.). The Telegraph (25 июнь 2008). — Fyodor Uglov's orbituary. Дата обращения: 17 сентябрь 2011. Архивировано 11 февраль 2012 года.
- ↑ Фёдор Углов: Только Трезвая Россия станет великой! Дата обращения: 20 сентябрь 2011. Архивировано из оригинала 5 август 2011 года.
- ↑ 5,0 5,1 [Андрей Бобыльков «Великий гражданин из российской глубинки»]
- ↑ Биография Фёдора Григорьевича Углова 2023 йыл 7 май архивланған.
- ↑ История кафедры госпитальной хирургии № 2 ПСПбГМУ
- ↑ Самый старый хирург — Фёдор Углов(недоступная ссылка)
- ↑ Fyodor Uglov Surgeon and anti-alcohol campaigner who continued to work until the age of 102 «Telegraph»
- ↑ Издательство «Советская Россия», © 2019 г. Фёдор Углов . www.sovross.ru. Дата обращения: 7 май 2019.
- ↑ Академик Углов. Скальпель в столетней руке . aif.ru (16 июнь 2004). Дата обращения: 21 август 2019.
- ↑ 12,0 12,1 Хирург Углов выздоравливает на даче // Комсомольская правда, 1.10.2006(недоступная ссылка)
- ↑ 13,0 13,1 Академик Углов похоронен на Никольском кладбище Петербурга(недоступная ссылка)
- ↑ 12 заповедей, благодаря которым выдающийся врач прожил 104 года
- ↑ 15,0 15,1 15,2 Телепередача «Здоровье» Материал: 100-летний юбилей Фёдора Григорьевича Углова 20 ноября 2004
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Передача «Здоровье» Материал: Старейший хирург мира 30 марта 2002
- ↑ Андрей Бобыльков. Академик Фёдор Углов. Человеку века мало! «Завтра». Дата обращения: 11 сентябрь 2011.
- ↑ Поезд «Академик Федор Углов» отправился в свой первый рейс по Транссибу
- ↑ Книги Ф. Г. Углова 2023 йыл 3 июнь архивланған.
- ↑ 20,0 20,1 20,2 Углов Ф. Г. Ломехузы. — Л., 1991. Архивированная копия . Дата обращения: 25 ғинуар 2008. Архивировано 13 ноябрь 2007 года.
- ↑ Человеку мало века — Глава 12. Основа долголетия 2023 йыл 3 июнь архивланған.
- ↑ «Правда и ложь о разрешённых наркотиках» — глава 1. «Алкоголь и мозг» 2023 йыл 3 июнь архивланған.
- ↑ Славянский собор — Международный славянский собор
- ↑ Славянский собор России
- ↑ 25,0 25,1 Олег Кашин. Крепкое рукопожатие:Сухой закон Федора Углова // Русская жизнь : журнал. — 2008.
- ↑ The Leningrad surgeon, Fiodor Uglov, a solidly establishment figure, was active in the regime’s campaign against alcoholism, and under perestroika headed the All-Union Temperance Society. He consistently attributed to the Jews the introduction of alcohol to Russia and the intentional fostering of drunkenness in order to undermine the Russian national character
— Theodore Friedgut. Antisemitism and Its Opponents in the Russian Press: From Perestroika until the Present The Vidal Sassoon International Center for the Study of Antisemitism The Hebrew University of Jerusalem
- ↑ 27,0 27,1 Yitzhak M. Brudny, The Heralds of Opposition to Perestroyka, Soviet Economy, 1989
- ↑ «Uglov pinpointed two primary causes for the evident failure of the antialcohol campaign: the policies were at best half-measures, and there was a conspiracy between the bureaucrats who saw alcohol sales as the easiest way to generate revenues, and the ethnic non-Russians (the Jews) in the mass media, who opposed the idea of a sober Russian nation.» Yitzhak M. Brudny, Reinventing Russia: Russian Nationalism and the Soviet State, 1953—1991 (Cambridge, MA: Harvard University Press, 2000), 203
- ↑ Правда и ложь о разрешённых наркотиках 2023 йыл 3 июнь архивланған. — Глава 3. О чём умалчивают или дезинформируют нас пресса и телевидение
- ↑ Углов һәм Жданов сионистарҙы, троцкистарҙы һәм империалистик агентураны Совет Рәсәйен эскелеккә һалыштырыуҙа ғәйепле тип һанай. Артабан был идеяны мәскәүлеләр Борис Искаков һәм Степан Ждановтар — «рус халҡына ҡаршы сионист алкогеноциды» тезисына таяныусы бөтә союз «Трезвость» (Мәскәү) айыҡлыҡ клубы етәкселәре күтәреп ала
— Верховский А. М., Прибыловский В. В., Михайловская Е. В. Национализм и ксенофобия в российском обществе. — М.: ООО «Панорама», 1998. — С. 45. — 203 с. — ISBN 5858950329.
- ↑ Әммә йәмғиәт эшмәкәрлегенең тәүге көндәренән алып уның ағзаларының күпселеге үҙҙәренең антисемит ҡараштарын йәшермәй. 1983 йылда шуға оҡшаш йәмғиәт Новосибирск ҡалаһында барлыҡҡа килә, уның ағзалары алкоголизмға ҡаршы әүҙем көрәшә, ә йәмғиәт лидеры математик В. Жданов лекцияларында «Русте эскелеккә һалыштырыусы» сионистарҙы һәм империализм агенттарын ғәйепләүсе академик Ф. Угловтың ҡараштарын пропагандалаған.
— Советский Союз. Евреи в Советском Союзе в 1967–85 гг. — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- ↑ Academician F. Uglov said that total alcogolization of the Russsian population is taking place in our country, and that it is a «weapon of Zionism».
— Joseph Laurence Black. Restructuring perestroika. — Academic International Press, 1991. — Vol. 2. — P. 265. — 379 p. — (USSR documents annual). — ISBN 9780875691534.
- ↑ Russophiles persistently asserted that the high level of drunkenness in Russia was the result of the intentional activity of Jews and Western agents (Uglov 1987, p. 156)
— Vladimir Shlapentokh. Soviet intellectuals and political power: the post-Stalin era, 1990 p.220 ISBN 9781850432845
- ↑ Vadim Rossman. Russian intellectual antisemitism in the post-Communist era. — University of Nebraska Press, 2002. — P. 271—272. — 309 p. — (Studies in antisemitism). — ISBN 9780803239487.
- ↑ Митрохин Н. А. Русская партия: Движение русских националистов в СССР. 1953-1985 годы. — М.: Новое литературное обозрение, 2003. — С. 19. — 624 с. — ISBN 5-86693-219-2.
- ↑ 36,0 36,1 Вальтер Лакер. «The Long Road To Freedom: Russia And Glasnost» p. 171.
- ↑ Овруцкий, Лев. Цитаты для академика // Огонёк. — Март 1988. — № 11. — С. 3.
- ↑ Митрохин Н. А. Русская партия: Движение русских националистов в СССР. 1953-1985 годы. — М.: Новое литературное обозрение, 2003. — С. 428—429. — 624 с. — ISBN 5-86693-219-2.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 9 февраля 2005 года № 139 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Углова Ф. Г.» Дата обращения: 13 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 18 июнь 2014 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 июня 2000 года № 1106 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников медицинских учреждений, предприятий и огрганизаций» . Дата обращения: 13 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 18 июнь 2014 года.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 21 июня 1957 года «О награждении орденами и медалями рабочих, инженеров и техников, работников науки и культуры, работников партийных, советских, профсоюзных, комсомольских и других организаций города Ленинграда»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 11 февраля 1961 года «О награждении орденами и медалями СССР медицинских работников».
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 4 октября 1984 года № 1066—XI «О награждении действительного члена Академии медицинских наук СССР Углова Ф. Г. орденом Дружбы народов»
- ↑ Лучшие врачи России . www.prizvanie.ru. Дата обращения: 10 май 2019.
- ↑ Parents film son, 15, doing surgery (healing hands) // The Sunday Times, June 22, 2007 2008 йыл 13 октябрь архивланған.
- ↑ The Moscow Times (Russia); oldest practicing surgeon,Fyodor Uglov, now 99 years old. Uglov has been in the Guinness Book of World Records since 1994. October 29, 2003 . Дата обращения: 11 март 2011. Архивировано из оригинала 9 апрель 2016 года.
- ↑ Открытие сквера академика Фёдора Углова 2023 йыл 3 июнь архивланған.
- ↑ В Петербурге открыли памятник хирургу Федору Углову
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Дягилев В.Я. Волшебник в белом халате [о хирурге Ф.Г. Углове]. — М.: «Сов. Россия», 1963. — 192 с. — 30 000 экз.
- Зубцовский В. Н. Углов Федор Григорьевич // Большая медицинская энциклопедия: В 30 томах / Главный редактор Б. В. Петровский. — 3-е издание. — М.: Советская энциклопедия, 1985. — Т. 26. Углекислые воды — Хлор. — С. 9. — 560 с. — 150 000 экз.
Һылтанмалар
үҙгәртергәФёдор Углов Викиөҙөмтәлә | |
Фёдор Углов Викияңылыҡтарҙа |
- Неофициальный сайт Ф. Г. Углова 2019 йыл 5 декабрь архивланған.
- Зеркало неофициального сайта Ф. Г. Углова 2014 йыл 30 август архивланған.
- 12 заповедей, благодаря которым выдающийся врач прожил 104 года
Ҡалып:Главные редакторы журнала «Вестник хирургии имени И. И. Грекова»