Юлғотло (рус. Юлгутла) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл
Юлғотло
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Ҡала округы

Ҡыуандыҡ

Координаталар

51°34′ с. ш. 56°46′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1765

Халҡы

169[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 224 804 010

ОКТМО коды

53 714 000 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Юлғотло (Рәсәй)
Юлғотло
Юлғотло
Юлғотло (Ырымбур өлкәһе)
Юлғотло

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан.

Юлғотло (Утарауыл) ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда[2] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1816 йылда[3]) телгә алына. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[5]

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[3][2]
1834 1859 1866 1889 1900 1917 1926
106 275 260 377 458 458 254
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
169

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 27, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.