Вепстар (вепс. vepsläižed; 1917 йылға тиклем рәсми рәүештә — чудь[1]) — Карелияла, Вологда һәм Ленинград өлкәләрендә йәшәүсе аҙ һанлы фин-уғыр тел төркөмөнә ҡараған халҡы. 2006 йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығышының аҙ һанлы аҫаба халыҡтар исемлегенә[2].халыҡтар индерелгән.

Вепстар
Флаг[d]
Туған тел вепсский язык[d]
Халыҡ һаны 6400 кеше
 Вепстар Викимилектә
Вепс улусы милли флагы

Атамалары һәм этнотөркөмсәләре үҙгәртергә

Үҙатамалары — vepsä, vepsläižed, bepsä, bepsaažed, lüdinikad, lüdilaižed, tägalaižed. 1917 йылға тиклем вепстар рәсми рәүештә чудь тип аталған. «Вепс» этнонимы хәҙерге заманда тарала башлаған. Шулай уҡ урыҫ көнкүрешендә мәрәкәләп йәки мыҫҡыллап, «чухарь»[3] йәки «кайвандар» атамаһы ҡулланылған[4].

Өс вепс этнографик төркөмдәре бар:

Теле һәм яҙмаһы үҙгәртергә

Тарихы һәм генезисы үҙгәртергә

Хәҙерге көндә тарихсыларҙа вепс этносының килеп сығышы (генезисы) тураһында тулы мәғлүмәт юҡ. Ғалимдәрҙең фараздары буйынса вепстар башҡа балтик буйы халыҡтарының формалашыуы менән бәйле һәм, күрәһең, уларҙан б.э. 1-се мең йыллыҡтың икенсе яртыһында айырылып сыҡҡандарҙыр. .Был мең йыллыҡ аҙағында көньяҡ-көнсығыш Ладога буйында төпләнгәндәр. X—XIII быуаттарҙа ҡурған ҡәберлектәрен боронғо вепстарҙыҡы булараҡ билдәләргә мөмкин.

Вепстар беренсе тапҡыр б.э. VI быуатында телгә алына тип фаразлана (остгот тарихсыһы Иордан вас ҡәбиләһе тураһында яҙа). Ибн Фаҙлан (X быуат) вису ҡәбиләһе тураһында телгә ала. Урыҫ йылъяҙмалары, моғайын, ошо уҡ халыҡты XI быуаттан башлап весь тип атап йөрөтә башлағандыр. Башҡа урыҫ сығанаҡтары нигеҙҙә уларҙы чудь тип атап яҙа.

 
Гиморец ғибәҙәтханаһы — вепстарҙың үҙенсәлекле ағас архитектураһы өлгөһө.[5]

Телдәре — урал ғаиләһе фин-уғыр төркөмө вепс һәм рус телдәре.

Онега һәм Ладога күлдәре араһындағы үҙҙәренең төп этник территорияһында вепстар I мең йыллыҡ ахырынаса йәшәгәндәр, әкренләп көнсығышҡа күсенгәндәр. Вепстарҙың ҡайһы бер төркөмдәре сығып китеп башҡа этник төркөмдәр менән ҡушылалар, мәҫәлән, XII—XV быуаттарҙа Свирьйылғаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан төбәктәргә үтеп инәләр һәм карел этносының бер өлөшө булып китәләр. Уларҙан айырмалы , һуңыраҡ килеп урынлашҡан төньяҡ вепстар карелдар менән ҡушылмаған.

Дине үҙгәртергә

Динлеләренең күпселеге — православ христиандар. Элекке инаныстарын һаҡлаусылар ҙа бар.

Вепстарҙың Рәсәй империяһындағы һаны үҙгәртергә

Рәсәйҙәге вепстар һаны беренсе тапҡыр академик П. И. Кеппен тарафынан VIII ревизия (1835) материалдарына нигеҙләнеп билдәләнә . Уның иҫәпләүҙәре буйынса, ул ваҡытта Европа Рәсәйендә 15 617 вепс йәшәгән, шул иҫәптән Олонец губернияһында — 8550, Новгород өлкәһендә — 7067[6]

Рәсәй федерацияһы һәм СССР-ҙа вепстар һаны динамикаһы үҙгәртергә

Республика һәм өлкәләр 1926 1937 1939 1959 1970 1979 1989 2002 2010
СССР 785 32 842 29 679 31 374 16 8281 8094 501 12 ... ...
РСФСР / Рәсәй Федерацияһы 783 32 585 29 442 31 170 16 8057 7550 142 12 8240 5936
Карелия Республикаһы 8587 9007 9388 7179 6323 5864 5954 4870 3423
Ленинград өлкәһе 290 17 146 15 343 15 8026 650 774 4273 2019 1380
Вологда өлкәһе 6888 5432 4976 117 282 65 728 426 412
Санкт-Петербург 5 0 198 848 154 208 368 318 271
башҡа төбәктәрҙән 13 0 1316 648 639 819 607 450
ҡалған союз республикаһы 2 257 237 204 224 544 359 ... ...

1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Рәсәй империяһында 25 820 вепс кешеһе йәшәгән (туған тел тураһындағы мәғлүмәттәр буйынса).

 
Шелтозерск вепс этнография музейы

Вепстарҙың этник биләмәһенең иң ҙур өлөшө Ленинград өлкәһенең өс административ округ биләмәләре ҡушылған урында урынлашҡан (Подпорожье, Тихвин һәм Бокситогорск)[7]. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса өлкәлә 2019 вепс йәшәгән, 1989 йәниҫәптә 4273 кеше теркәлгән булған.[8]

Вепс теле 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан донъяның юғалып барған телдәр атласына "юғалыу хәүефе көслө " булараҡ индерелгән.

 
Вепс теле әлифбаһы

Вепстар йәшәгән урындарҙа уларҙың һаны. 2002 й.[9]:

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Пименов В. В. Вепсы: очерк этн. истории и генезиса культуры. М.; Л., 1965.
  2. Распоряжение Правительства РФ от 17 апреля 2006 г. N 536-р 2016 йыл 19 апрель архивланған.
  3. Название «чухари» употреблялось в 1920-е годы и в этнографической литературе, напр.: Старый и новый быт. Л., 1924.
  4. http://elar.urfu.ru/bitstream/10995/55659/1/iurg-2017-169-05.pdf
  5. Орфинский В. П. Храмостроительные школы в народном деревянном зодчестве Русского Севера // Рябининские чтения. — Петрозаводск, 2003.
  6. Кёппен П. И. Об этнографической карте Европейской России. Спб., 1851.
  7. Lost redirect
  8. Перепись 1989 г. Национальный состав Лен.обл.
  9. http://std.gmcrosstata.ru/webapi/opendatabase?id=vpn2002_pert 2019 йыл 12 июль архивланған. База микроданных Всероссийской переписи населения 2002 года

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Богданов Н. И. К истории вепсов. По матер. топонимики. — Изв. Карело-Фин. филиала АН СССР, 1951, № 2, с. 24—31 с карт.
  • Богданов Н. И. Народность вепсы и их язык. — Тр. Карел. филиала АН СССР, 1958, вып. 12, с. 63—75.
  • Вепсы // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
  • Винокурова И. Ю. Календарные обычаи, обряды и праздники вепсов (конец XIX — начало XX веков). — СПб., 1994. — 122 с.
  • Винокурова И. Ю. Традиционные праздники вепсов Прионежья (конец XIX — начало XX в.). — Петрозаводск: ПетрГУ, 1996. — 139 с.: ил.
  • Клементьев Е. И. Вепсы: современная этноязыковая ситуация // Прибалтийско-финское языкознание. — Петрозаводск, 2003.
  • Королькова Л. В. Люди леса. — СПб.: Любавич, 2013. — 412 с.
  • Косменко А. П. Народное изобразительное искусство вепсов / Отв. ред. И. П. Работнова. — Л.: Наука, 1984. — 200 с.
  • Кочкуркина С. И.. Сокровища древних вепсов. — Карелия, 1990. — 126 с. — ISBN 5-7545-0388-1.
  • Майнов В. Н. Приоятская чудь. (Весь — Вепсы) // Древняя и новая Россия. 1877, т. 2. № 5, с. 38—53; № 6, с. 133—143.
  • Макарьев С. А. Вепсы. Этнографич. очерк. — Л.: Кирья, тип. «Кирьяпая», 1932. — 40 с.
  • Макарьев С. А. Вепсский фольклор // АКНЦ. Ф. 26.
  • Малиновская 3. П. Из материалов по этнографии вепсов, в кн.: Западнофинский сб. Л., 1930
  • Патрушев В. С. Финно-угры России. Йошкар-Ола, 1992
  • Пименов В. В. Вепсы. Очерк этнич. истории и генезиса культуры. — М.; Л.: Наука, 1965. — 264 с.
  • Проблемы истории и культуры вепсской народности: [Сб. ст. / Отв. ред. В. В. Пименов]. — Петрозаводск, 1989. — 171 с.
  • Рябинин Е. А. Финно-угорские племена в составе Древней Руси. Спб., 1997.
  • Строгальщикова З. И. Вепсы. Очерки истории и культуры. Документирование языка, — СПб.: ООО "Издательский дом «Инкери», 2014 г. — 264 с.: ил.
  • Строгальщикова З. И., Жуланова Н. И. (фольклор). Вепсы // Большая российская энциклопедия : электронная версия. — 2016. — Дата обращения: 03.03.2018.